НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Йырҙарымды илап яҙам”

“Йырҙарымды илап яҙам”


“Йырҙарымды илап яҙам”Композитор Юлай Үҙәнбаевтың һәр көйө йөрәк түренән сыға
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – “Йылғалар төнөн һөй­ләшә”, ”Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Аҡсарлаҡ”, “Үкенес”, “Һин минең киләсәгем”, “Аҡ болоттар”, “Ташлама”, “Йәшле­гемдең йәшел яҙҙары”,“Эй хыялый ҡыҙ бала” һәм халыҡ араһында оло популярлыҡ яулаған башҡа йырҙарҙың авторы, композитор, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡор­тостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев. Йән дуҫы – гармуны ярҙамында моңло, күңелгә ятышлы йырҙар ижад иткән композитор, тәү сиратта, үҙенең баҫалҡылығы, сәнғәт кешеләренә бигүк хас булмаған тыйнаҡлығы менән арбай. «Ғаиләлә алты бала – алтыбыҙ ҙа гармунда уйнайбыҙ. Апайҙар таңға тиклем йөрөп ҡайта – иртәнсәк тороп гармунды тотоп ҡараһаң, ул күп уйнатылыуҙан йып-йылы була. Тора-бара мин дә уларға ҡарап өйрәндем, тиҙҙән барыһын да уҙҙырып ебәрҙем. Һәр мәжлескә, сараға мине йөрөтә башланылар. Туғаным, әйҙә уйнап ебәр, тиһәләр, эй, һыҙҙырам, ә үҙемә ни бары биш йәш. Атайым өҙҙөрөп гармунда уйнаны, ә әсәйем йыр оҫтаһы булды, улар­ҙың моңо миңә күскәндер, атай-әсәйемә рәхмәт уҡыйым», – ти музыкант.

– Юлай ағай, һеҙҙең йыр-моңға бай нәҫелдән булыуығыҙҙы беләбеҙ. Бер туған апайҙарығыҙ Тәнзилә һәм Флүрә Үҙәнбаевалар тамашасыларҙы матур тауыштары менән таң ҡалдыра. Үҙ ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Минең ғаиләм ҙур түгел – Рәмилә менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәләл ефетем һөнәре буйынса медик. Улыбыҙ Салауат авиация университетының 4-се, Ләйсәнебеҙ иһә Санкт-Петербург медицина университетының 3-сө курсын тамамланы. Бала саҡтарында йыр-бейеүгә йөрөһәләр ҙә, үҫкәс сәнғәт юлын һайламанылар – барыһына ла артист булырға тимәгән бит. Сәнғәт еңел бирелмәй бит ул, бигүк килем дә килтермәй. Ҡатыным да, мин дә күп балалы ғаиләләрҙән, шуға күрә кеше яратабыҙ. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ килеп-китеп тора, үҙебеҙ ҙә ҡунаҡҡа йыш йөрөйбөҙ. Хеҙмәт ялының бер өлөшөн тик туғандар өсөн бүләбеҙ.

– Cәнғәт әллә ни килемле түгел тиһегеҙ. Хәҙерге һәр кем сәхнәгә ынтылған заманда композиторлыҡ итеү файҙалы түгелме ни?
– Бөгөн композиторҙарҙың бәҫе ныҡ төштө, йырларға теләгән һәр кем үҙенә шағир ҙа, көйҙәр сығарыусы ла була ала. Үҙенекен булдыра алмаһа, плагиатлыҡ менән иркен шөғөлләнә. Бәлки был бер яҡтан яҡшы күренештер – һәр кемдең эсендә үҙ моңо була, быны кеше төрлө юл менән сығарырға тейеш. Икенсе яҡтан тәмле әйберҙе күп ашаһаң, ул бүктерә – элекке йырҙар оҙаҡ йылдар буйына йырлана һәм тыңлана. Шуға күрә йәштәр бер көнлөк йырҙар менән мауығалыр, бәлки. Әммә мин ҡысҡырып йырлаған моңһоҙҙар менән хеҙмәттәшлек итмәйем. Йырсының барлыҡ мөмкинлектәрен һынап ҡарағандан һуң ғына уға йырҙар яҙа алам.

– Иң беренсе йырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Әлбиттә, ул Афған Ғиззәтовтың “Күл буйында” тигән шиғырына яҙылды. Сту­дент саҡта шаяртып ҡына яҙа башланым, сөнки үҙемде киләсәктә музыкант итеп күҙ алдына килтерҙем. Был 80-се йылдарҙың башы ине. Бер тирәлә белем алыусы – Резеда Әминева, Рәсүл Ҡарабулатов, Хима Йәнбирҙина һәм башҡалар йыйылышып гастролдәргә сығып китәбеҙ. Йә Бөрйән, йә Ейәнсура, йә Мәләүез – был хаҡта хәҙер әйтергә мөмкиндер, афишалар­ҙы, китапхана мисәте менән концертҡа билеттарҙы үҙебеҙ яһайбыҙ (көлә). Ат, трактор арбаһы, йөк машинаһы, кәмә – барлыҡ транспорт төрҙәрендә тамашасыға барып етәбеҙ, микрофонһыҙ, тере тауышҡа йырлап, тамаша ҡуябыҙ. Уҡып бөтөүгә, күп райондарҙа халыҡ беҙҙе таный, исемдәр­ҙе белә ине.
Шундай гастролдәрҙең береһендә, Юлай, көй ижад итеп ҡара, тигән тәҡдим яңғыраны. Мәйтәм, әйҙә. Мин яҙа башланым, тегеһе килә йыр һорап, быныһы. Тиҙҙән Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Гармун” тигән шиғырына көй яҙҙым һәм уны Венер Абдуллин оҡшатты, үҙенең репертуарына алды.
– Ә үҙегеҙ ҡасан йырлай башлаясаҡһығыҙ?
– Минең йырларға теләк бөтөнләй юҡ. Ҡасандыр йырлап ҡарағайным, Феликс ағай Әбдрәшитов, ҡустым, һин лутсы йырлама, тине. Был һүҙҙәрҙе ғүмерем буйына иҫемдән сығармайым, сөнки йыр һәр кемгә бирелмәй, минең эш – көй яҙыу ғына. Ғөмүмән, һәр кем тик үҙенең эше менән шөғөлләнһә, беҙҙең ил күпкә алға киткән булыр ине. Күптәр үҙҙәренең урынын биләмәй, һәр өлкәлә үҙ эшенең оҫтаһы, профессионал ултырырға тейеш. Мәҫәлән, ауыл хужалығы белгесенең сәнғәтте етәкләүе дөрөҫ түгел.

– Иң яратҡан йырығыҙ ниндәй?
– Бөтәһен дә яратам. Бала кеүек улар миңә. Уларҙы күңелем аша бөтә кисерештәрҙе үткәреп, хатта илап яҙам. Фәлән композиторҙың, йөҙәрләп йыр яҙҙым, тиеүе менән килешмәйем, йыр ул берәү һәм берәгәй булһын. Ижад принцибым – йырҙарымды һанамаҫҡа. Һуңынан, мин инде булмағанда, хәтерендә ҡалғандарын кешеләр үҙҙәре иҫәпләр. Дежур йырҙар ҙа бар, тик аҡса менән яҙҙыртылған йырҙар матур килеп сыҡмай. Заказ буйынса эшләү иң яратмағаным, аҡса тиһәләр, мин ҡолас ташлап ижад итә алмайым.

– Илһам ҡайҙан килә?
– Мин яҡшы кешеләр менән аралашыу­ҙан, тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙән, йылға буйлап ағып төшөүҙән, йәнлектәрҙән – ат, эт, бесәй яратам. Шуға күрә, ғаилә менән, сит илгә ҡарағанда, тыуған Башҡор­тостанда ял итеүҙе хуп күрәбеҙ. Организм бындай ялдарҙан шул тиклем тыныслана, хатта машина тауышын ишетке лә килмәй.

– Спектаклдәргә лә йырҙарҙы күп ижад итәһегеҙ, быға күп ваҡыт талап ителәме?
– Спектакль – ул айырым иғтибар талап иткән ижади процесс. Уны хатта операның бәләкәй өлөшө тип атарға ла була. Шул уҡ системаға ҡоролған – режиссер менән һөйләшкәндән алып, уның талаптарын иҫтә тотоп, фантазияңды егеп, һәр образға көй һалырға кәрәк. Әҫәрҙе китаптан уҡып сығыу етмәй, репетицияларҙа ҡатнашыр­ға, артистың үҙен күрергә, күҙәтергә кәрәк. Режиссерҙы, уның нисек фекер йөрөтөүен белеү эште еңелләштерә. Таныш булмаған режиссерҙар менән күп эҙләнергә тура килә, ә был инде тәжрибәне арттырырға, үҫергә ярҙам итә. Күренеш бара, тамашасы, тын да алмайынса, әҫәр­ҙең нисек тамамланырын көтә, ә һәр әҫәр­ҙең кульминацион бейеклеге булырға тейеш. Хәл-ваҡиғаның киҫкен, иң көсөргәнешле мәлендә йыр пуля шикелле атыла. Спектаклдәрҙәге йырҙарымдың күбеһе популяр булып китте, улар образда, кисерештәр аша тыуҙы.
– Һеҙҙең йырҙар һәр саҡ халыҡ телендә. Ә беҙҙең халыҡ күберәк мәжлестәрҙә йырларға ярата. Берәй ваҡыт йырығыҙ өсөн оялырға тура килдеме?
– Бер ваҡыт Сибайҙа автобусҡа инһәм, ике иҫерек ир, ҡосаҡлашып, “Аҡ болоттар”ҙы салон тултырып йырлай. Мин өндәшмәй генә артҡа барып ултырҙым. Ә халыҡ мине ҡыҙыҡһынып күҙәтә, ул йырҙың иң таралған мәле, күптәр мине белә. Әгәр ҙә минең йырҙы башҡаралар икән, тимәк, ул кешенең күңеленә барып ингән, йөрәгенә үткән. Айыҡтың – уйында, иҫеректең – телендә, тип уйлайым. Шулай тип тынысландырҙым үҙемде. Халыҡ йырлай икән – был бәхет. Ҡайһы берәүҙәр, гел халыҡ артынан ғына эйәреп ижад итергә ярамай, ти. Мин иһә йырсының барлыҡ мөмкинлектәрен тикшерәм. Тауыш бөгөлмәләре, диапазон менән эшләргә яратам. Ҡай саҡ башҡа жанрҙа ижад итеп ҡарау теләге лә уяна. Мәҫәлән, “Төштәге йыр”ҙы симфоник оркестр менән Флүрә апай Килдейәрова бына тигән итеп башҡарҙы. Тәнзилә апайыма, миңә әсәй урынына ҡалған, сәнғәт юлына баҫтырған ҡәҙерле кешемә, күп йыр яҙҙым.

– Шулай ҙа Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева өсөн ижад иткән йырҙарығыҙ халыҡ тарафынан айырым йылылыҡ менән ҡабул ителә. Бының сере ниҙә?
– Беҙҙе Сибай ерлеге йыйҙы, бик күп талант филармония асылыу менән бер ергә йыйылды. Сибай театрының да яңы һулыш алған мәле ине, актерҙар йәштәр күп, бергәләшеп гөрләп эшләйбеҙ. Тора-бара өйләнешә, кейәүгә сыға башланылар, мин дә Йылайыр һылыуы Рәмиләне тап ошонда осраттым. Алһыу, Фәрүәз һәм мин гел бергә йөрөй торғайныҡ, беҙҙе шаяртып “Троица” тип йөрөттөләр. Һәр йырсының тормошонда ниндәйҙер композитор эҙ ҡалдырған кеүек, дуҫтарымдың күңелдәре моңһоҙ булһа, бер ниндәй ҙә хит килеп сыҡмаҫ ине. Тағы тәжрибә менән һиҙемләү тойғоһо ла барлыҡҡа килә. Халыҡҡа нимә оҡшаясаҡ, быны алдан беләм. Моңло халҡы, бәрәкәтле ере менән бик күптәрҙең яҙмышында онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы Сибай. Үҙем сыуаш, урыҫтар араһында үҫкәс, башҡорт йыр сәнғәтендә ныҡ артта ҡалған, халыҡ йырҙарын йүнләп белмәй инем. Башҡорттарҙың саф ынйылары һаҡланған төбәккә эләккәс, йырҙарымда был аныҡ сағылды, көйҙәремдә халыҡ музыка ҡоралдарын күберәк файҙаланырға тырыштым.

– Ниндәй ҡылыҡты иң ҙур батырлығығыҙ тип һанайһығыҙ?
– Үҙ-үҙемде маҡтай алмайым шул. Саҙаҡа бирһәң, бының өсөн кемдәндер маҡтау һүҙҙәре көтөргә кәрәкмәй. Һөнәр өлкәһендә иң ҙур уңышымды атай алам – ул быйыл “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исемен алыуым. Беҙ – икенсе план артистары, ҡайһы ваҡытта исемебеҙҙе телгә алырға ла оноталар. Был иҫтәлекле ваҡиғаға оло ҡыуаныс кисер­ҙем, йәшермәйем, уны оҙаҡ көттөм.

– Тағы ла ниндәй һөнәргә өйрәнергә теләр инегеҙ?
– Һыу аҫтында йөҙөргә, парашюттан һикерергә, семәрләп ағас әйберҙәр яһар­ға һәм тағы бик күп.

– Холҡоғоҙҙағы етешһеҙлек?
– Артыҡ ныҡ йомшаҡлыҡ.

– Яратмаған шөғөлөгөҙ?
– Һауыт-һаба һәм иҙән йыуыу.

– Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
– Донъя именлеге, тыныслыҡ, һаулыҡ һәм бәхет.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 23-08-2013, 12:33 | Ҡаранылар: 881
|
  • “Ижадым менән матурлыҡ өләшкем килә”
  • “Күптәр талапсан булыуымды яратмай”
  • Бүләк итә Роза йырҙарын
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Беҙҙең кумирҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM