НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иордания королеваһы өфөлә кемде эҙләгән?

Иордания королеваһы өфөлә кемде эҙләгән?


Иордания королеваһы өфөлә кемде эҙләгән?“Башҡортостан” киностудияһы яңы фильм төшөрә башланы
“Башҡортостан” киностудия­һы донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевҡа арналған “Визит” нәфис фильмын төшөрә. Уның проекты БР Президентының мәҙәниәтте үҫтереү өсөн бүленгән биш миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булған.

Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында “Баш­ҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, “Визит” фильмының ҡуйыусы режиссеры Булат Йосопов, ҡуйыусы операторы Илдар Бикмәтов, киностудия мөхәррире Зөһрә Бураҡаева һәм башҡалар фильмдың нисек төшөрөлөүе тураһында һөйләне.
Картина нигеҙендә тарихи ысынбарлыҡ ятасаҡ. 1977 йылда Иордания короленең тәүге ҡатыны Дина бин Әбдел Хәмид рәсми сәфәр менән Өфөгә килә (уны икенсе төрлө “Королева Фатима” тип тә йөрөткәндәр). Әммә уның йәшерен маҡсаты бар – билдәле бейеүсе Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашыу. Артист 1961 йылда Көнбайышҡа ҡасып китеү сәбәпле, уға туғандары менән күрешеү юлы ябыла. Франциянан сәйәси яҡлау һораған Рудольф Нуриев тура­һындағы бар мәғлүмәт тыйылған була. Ғәрәп аристократкаһы иһә үҙенең мөмкинлеге менән файҙаланып, әсәгә улынан хәбәр килтерә. Нуриев менән ул балет менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙары аша таныш­ҡан.
Был ваҡиғаның тере шаһиты, отставкалағы ФСБ полковнигы Йәүҙәт Исҡужин хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул ошо осрашыуҙа тәржемәсе ролен үтәгән.
Фильмды төшөрөүселәргә 70-се йылдарҙағы мөхитте тергеҙергә тура киләсәк. “Был бер үк ваҡытта ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та. Документаль кадрҙарҙы файҙаланмаясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр кадрҙы мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тура килтерергә тырышасаҡбыҙ”, – тине ҡуйыусы оператор Илдар Бикмәтов.
Төп ролдәрҙә Иордания һәм Мысыр вәкилдәре буласаҡ. Булат Йосопов әйтеүенсә, Дина-Фатима ролен сит ил актрисаһы башҡарыр­ға тейеш. Ә Рудольф Нуриевтың әсәһе Фәриҙә ролен, бәлки, билдәле актриса Нурия Ирсаева башҡарыр.
Фильмда, Фәләстән һәм Иорданиянан тыш, Париж һәм Лондон да сағылдырыласаҡ. “Был төбәктәргә сығыу мөмкинлеге булмағас, һанлы технология ҡулланыласаҡ”, – тип билдәләне Бу­лат Йосопов. Картинаның башҡа илдәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыуы бар, сөнки унда башҡорт, ғәрәп, инглиз, француз телдәре яңғыраясаҡ.
Быйыл, бар донъя Рудольф Нуриевтың 75 йыллығын билдәләгән йылда, был тема айырыуса көнүҙәк. Октябрҙә “Визит”тың трейлеры ЮНЕСКО-ның Париж­дағы штаб-фатирында Башҡор­тостандың презентацияһы барышында күрһәтеләсәк. Декабрҙә 40 минутлыҡ хронометражлы кино халыҡ хөкөмөнә сығарыласаҡ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 16-08-2013, 14:33 | Ҡаранылар: 965
|
  • “Етегән” башҡорт фильмының премьераһы!
  • Данлыҡлы бейеүсегә арналған фильм төшөрөүгә ярҙам итергә мөмкин
  • Рудольф Нуриев тураһындағы фильм
  • Данлыҡлы бейеүсе тураһындағы фильм
  • Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге сквер барлыҡҡа килеүе ихтимал
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM