RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы таланттар «Йондоҙлоғо»

09.11.2010 Яңы таланттар «Йондоҙлоғо»

Яңы таланттар «Йондоҙлоғо»Тыуған еребеҙҙең тарихын һәм традицияларын белеү – мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Башҡорт халыҡ ижадын һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға еткереү өсөн Өфөнөң «Химик» мәҙәниәт һарайында быйыл март айында «Йондоҙлоҡ» тип атал­ған фольклор коллективы барлыҡҡа килде.
Был төркөмгә йән өрөүсе художество етәксеһе Айгөл Марат ҡыҙы Садиҡова үҙ янына башҡорт йырҙарын һәм бейеүҙәрен һөйөүселәрҙе тупланы. «Химик» мәҙәниәт йортона халҡыбыҙҙың тормошон сағылды­рыр­ҙай башҡорт фольклор ансамбле ойоштороу теләге менән янып килдем, – тип һөйләй Айгөл Марат ҡыҙы. – Теләгәнемде шундуҡ күтәреп алдылар. Сөнки быға тиклем дә был мәҙәниәт усағында театр ансамбле, вокал һәм хореография төркөмдәре бар ине, ә башҡорт вокаль ансамбле булмаған».
Ойошторолған төркөм вокаль-инструменталь башҡарыу традицияһын бейеү сәнғәте менән оҫта берләштергән. Бейеү серҙәренә Зөлфиә Хөснуллина өйрәтә.
Айгөл Садиҡова быға тиклем Нефтселәр мәҙәниәт һарайында фольклор төркөмө менән шөғөлләнә һәм «Майҙан» тип аталған ансамблде етәкләй, концерт программаларын әҙерләү һәм костюмдар тегеү өсөн яуаплы була. Республика һәм халыҡ-ара вокал буйынса конкурстарҙа ҡатнаша («Туған тел», «Дуҫлыҡ моңо», «Гәлсәр һандуғас»).
«Йондоҙлоҡ» ансамблендә төрлө йәштәге кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнә. Уларҙы туған моңға һәм бейеүгә һөйөү берләштергән. Бында улар көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, яратҡан шөғөлдәренә бирелә. Төркөмдә 30-лап кеше иҫәпләнә, ике состав – йәштәр һәм ололар. Йәштәр төркөмөндә 15 йәштән алып шөғөлләнәләр, ә ололарҙыҡында 55 йәшкә тиклемге кешеләр бейеп-йырлай.
Ансамблдең репертуары халыҡ йырҙарынан һәм бейеүҙәренән, йола уйындарынан тора. Коллектив ағзалары ихласлап вокал түңәрәгенең репетицияларына йөрөй, йолаларҙы сәхнәләштереүҙә ҡатнаша һәм музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. «Химик» мәҙәниәт һарайында уҙғарылған «Аулаҡ» ижад кисәләрендә улар үҙҙәренең концерт номерҙары менән сығыш яһай, яйлап сәхнә серҙәренә төшөнә. Бейеү менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең ҡайһы берҙәре ҡаланың музыка һәм хореография училищеларында уҡый.
Коллективтың киләсәккә пландары ҙур. Район һәм ҡала фольклор сәнғәте фестивалдәре ойошторорға уйлайҙар. Был эшкә башҡорт мәктәптәрен һәм гимназияларын да йәлеп итмәкселәр. Эстрада-фольклор ансамбле ойоштороу буйынса ла эштәр алып барыла, «Туған тел» һәм «Урал моңо» конкурс­тарында ҡатнашырға ла әҙерләнәләр.
– Беҙ үҙебеҙҙең сафтарҙа талантлы, йыр-моңға ғашиҡ кешеләрҙе күрергә һәр ваҡыт шатбыҙ, – ти Айгөл Марат ҡыҙы. – Ундайҙар өсөн «Йондоҙлоҡ» ансамбленең ишектәре һәр саҡ асыҡ!

Рөстәм ХӘБИРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы