НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йырсылар ҡайҙа ял итергә ярата?

Йырсылар ҡайҙа ял итергә ярата?


Йәй – ял мәле, ал-ял белмәй йыл буйына тир түккәндәр өсөн көтөп алынған осор. Тәгәр­мәстәге тейен шикелле әйләнгән артистар өсөн бигерәк тә. Яратҡан йырсыларыбыҙ беҙҙе яңынан-яңы матур йыр­ҙары менән ҡыуан­дырыу өсөн ҡайҙан көс һәм илһам ала икән? Һүҙҙе уларға бирәйек.

Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:

– Әлегә ял беҙҙең төшкә генә инә, отпуск башланмаған. Июлдең урталарында уҡ Бөр­йәнемә ҡайтып китергә иҫәп тотам. Гел көньяҡҡа ынтылғандар өсөн түбәндәгене еткермәксемен – иң яҡшы һауа, иң яҡшы ял тик үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына! Йәнтөйәгемдә йыл буйына етерлек энергия, көс аласаҡмын, төрлө дарыу үләндәренән төнәтмәләр яһаясаҡмын, организмды витаминдар менән байытасаҡмын. Ит ашамаған кеше булараҡ, был миҙгел миңә вегетариан аҙыҡтары осоро булыуы менән дә үтә ҡәҙерле, йәйҙең һәр көнөн һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, организмды таҙартып алыу йыл әйләнәһенә тығыҙ графикта эшләгән артист кеше өсөн ныҡ кәрәк!
Көҙгөлөккә, бәрхәт миҙгел башланыуға, табибым кәңәше буйынса, йылы климатты оҙайтыу маҡсатында Төркиәгә барасаҡмын. Былтыр ҙа Ҡара диңгеҙ буйындағы һауыҡтырыу комплексында дауаландым. Күптәрҙе ҡаты, һыуыҡ ҡыштарға бирешмәй, ауырымай эшләү теләге көньяҡ ҡояшы аҫтына илтә, бигерәк тә һөнәри – тамаҡ-тын юлдары сирҙәре менән интеккән артист халҡын.

Иҙел НУРҒӘЛИН, «Каруанһарай» студияһы солисы, йырсы:

– Быйылғы йәй ҡулыма диплом алыуым менән әһәмиәтле бул­ды. Күҙ асып йомғансы, шаулап-гөрләп студент йылдары үтте лә китте. Июндә, һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, З. Исмәғи­лев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлау бәхетенә ирештем. Артист кеше өсөн йәй миҙгеле – ҡыҙыу осор. Был ваҡытта гастролдән гастролгә йөрөйбөҙ, ә гастролдәрҙә, концерттарҙан бушаған арала, ял итергә була, тип иҫәпләйем. Ошо көндәрҙә Учалы, Тәтешле, Ауырғазы райондары халҡын сағыу тамашаларыбыҙ менән ҡыуандырып ҡайттыҡ. Тиҙҙән Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ райо­нына юлланырға торабыҙ. Ә июль урталарында ауылға ҡайтырға, әлбиттә, бесән эшләшергә, өйҙәгеләргә ярҙамлашырға план ҡорам.

Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:

– Ҡәҙерле ялымды әлегә көтәм, уны нисек уҙғарыу күптән инде планлаштырыл­ған. Иң тәүҙә ауылға, Ейәнсура яҡтарына, юл алыр­ға уйлайбыҙ. Унан һуң ғаилә менән шифалы Тоҙло Илек күленә барырға иҫәп тотабыҙ. Ә август айында Зөлхизә ҡыҙым менән берәй сит илде барып күрергә хыялланабыҙ. Урал ни, сит илдәрҙә йөрөп туйған, бәләкәйҙәр менән өйҙә ултырып торорға ризалашты (көлә). Минең, малайҙар бәләкәй булыу сәбәпле, һуңғы биш йыл эсендә йүнле ял күргәнем юҡ. Эш буйынса Греция һәм Францияға барҙым, тик ул саҡта рәхәтләнеп ил менән танышып, хәл йыйыр­ға мөмкинлек булманы.
Ялы ял менән, шулай ҙа төп эшемде онотмайым – быйыл минең ижадыма 20 йыл, көҙгә матур тамаша әҙерләйем. Көн дә тиерлек йырҙар, материал, композиторҙар эҙләү менән булышам, ваҡытты бушҡа үткәрмәй, бөртөкләп йырҙар яҙҙыртам. Ижад кисәһенә ҡарата ошо көндәрҙә «Иртәләрем» тип аталған DVD-дискым сыҡты, унда яңы йырлай башлаған мәлдән алып бөгөнгөгә тиклем 33 клип һыйған. Ә әҙерләнеп ятҡан МР 3 дискыһында 100 йыр буласаҡ.

Сығыу ваҡыты 12-07-2013, 10:59 | Ҡаранылар: 812
|
  • Баҡса. италия. 80 туй...
  • “БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”
  • Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?
  • Филармония артистарына ни булған?
  • Беҙҙе ҡайҙа көтәләр?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM