НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яуызлыҡтың тамыры ниҙә?

Яуызлыҡтың тамыры ниҙә?


Йәш режиссерҙың тәүге спектаклендә ошо һорауға яуап эҙләнә
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сираттағы премьера үтте. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың диплом спектакле «EXPERIMENT» тип атала. Ул Валентин Красногоровтың «Аяуһыҙ һабаҡ» пьесаһы буйынса ҡуйылды.
Спектакль – Илсурҙың тәүге эше. Быйыл режиссер Рәсәй театр сәнғәте университетын (ГИТИС) тамамлай. В. Красногоровтың драмаһында йәмғиәттә хөкөм һөргән яуызлыҡтың социаль һәм психологик сәбәптәрен асыҡлау­ға, әхлаҡи һәм яман ҡылыҡтарҙы айырған сиктәрҙе билдәләүгә ынтылыш яһала. Пьеса нигеҙенә ҙур шаңдау тыуҙырған реаль психологик тәжрибә һалынған: ике студент профессор етәкселегендә фәнни маҡсаттарҙа ҡатынды язалай. Спектаклдә профессор ролендә − Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов, Тимур ролендә − Артур Кәбиров һәм Урал Әминев, Лилиәне Лилиә Ғәлина һәм Зилиә Хәлилова, Ренатаны Айһылыу Йомағолова, Ирада Фазлаева уйнай.
Тамашасыларҙың тәьҫораттарынан төҫмөрләгәндә, йәш режиссерҙың тәүге спектакле уңышлы һәм көслө ҡуйыл­ған, тигән һығымтаға киләһең. Әҫәрҙең драматизмы һәм идеяһы тулыһынса, бар ҡырҡыулығында асыла. Режиссерҙың яңы алымдарға мөрәжәғәт итеүе лә быға булышлыҡ итә. Сәхнә түрендә ҡабыҙылған видеоэкран ғына күпме мәғәнә, образды сағылдыра. Спектакль тамашасыларҙы тәрән уйҙарға батыра. Драманың бәләкәй залда үтеүе тағы ла нығыраҡ йоғонто яһай.
Театрҙы тиҙҙән сағыу гастролдәр ҙә көтә. Коллектив «Эдип батша» спектакле менән Ырымбур ҡалаһына «Гостиный двор» исемле халыҡ-ара театр фестиваленә юллана. Йәй башында Украинаның Херсон ҡалаһында уҙасаҡ 15-се «Мельпомена Таврия» халыҡ-ара фестивалендә актер Алмас Әмиров «Әлифбанан бер себеш» тип аталған моноспектакль менән ҡатнаша. Ҡазанда ойоштороласаҡ «Наурыҙ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә театрыбыҙ «Ай тотолған төндә» трагедияһын алып барасаҡ.

М. ИҠСАНОВ.

Сығыу ваҡыты 28-05-2013, 12:12 | Ҡаранылар: 616
|
  • «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»
  • «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына
  • Баш ҡала халҡына мәҙәниәт усаҡтары нимә тәҡдим итер?
  • «Ер менән күк араһында»
  • Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM