НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм талант эйәһе бүләкләнде.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ли­лиә Ғүмәрова ҡулынан Салауат Юлаев орденын РСФСР-ҙың, Башҡор­тостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева, күренекле ҡумыҙсы, РСФСР-­ҙың һәм БАССР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Заһрет­динов һәм Ишембай районының балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалы мөдире Мәрйәм Солта­нова алды. Флорид Бүләковҡа – “Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы”, һынлы сәнғәт оҫтаһы Рәшит Хәбировҡа – “Башҡор­тостандың атҡа­ҙанған рәссамы”, билдәле журналист Нина Жиленкоға “Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡова Өфө һәм Стәрлетамаҡ бейеүселәренә, опера артистарына һәм Салауат башҡорт драма театры ди­ректоры Нәйлә Сәфәрғоловаға ми­нистрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм ра­йон китапханалары, ауыл музейҙары хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Маҡтау ҡағыҙ­ҙарына лайыҡ тип табылды, уларҙы РФ Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт бу­йын­са комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 29-03-2013, 12:02 | Ҡаранылар: 652
|
  • Март
  • Лайыҡлылар бүләкләнде
  • Ай башы
  • Өфөлә Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте
  • Ижадсылар лайыҡлы исем алды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM