НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ «йондоҙ»

Башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ «йондоҙ»


Башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ «йондоҙ»
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова моңло тауышы, ҡабатланмаҫ сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен әсир итте. Башҡорт халыҡ йырына булған һөйөүе уның яҙмышын хәл итә. Борма-борма юлдар үтеп сәнғәткә килә ул. Башҡорт дәүләт университетында биолог һөнәрен үҙләштереп, республика гимназия-интернаттарының береһендә тәрбиәсе булып эшләп йөрөгәнендә, ижадташ дуҫы Роберт Юлдашев сәнғәт институтына йырсылыҡҡа уҡырға барырға тәҡдим яһай. Башҡарған эшен, балаларҙы яратһа ла, йырға булған һөйөүе нығыраҡ була. Сәйҙә Ғәли ҡыҙы, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, билдәле йырсы Флүрә Килдейәрова класында йыр серҙәренә өйрәнә. Институтты тамамлағандан һуң, 1997 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына йырсы булып килә һәм бөгөнгәсә унда ижад итә.
Сәйҙә Ильясова – киң диапазонлы йырсы. Башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил композиторҙарының ариялары, эстрада йырҙары – барыһы ла йырсының репертуарында үҙ урынын тапҡан. Ул үҙенсәлекле тауышы, сәхнәлә үҙен оҫта тота белеүе менән күптәрҙе һоҡландыра. Бөгөн Сәйҙә Ғәли ҡыҙы – билдәле йырсы, ҡыҙыҡлы йөкмәткеле тамашалар ҡуйған һәләтле режиссер.
Үҙ-үҙенә талапсан, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылған, эҙләнеүсән Сәйҙә Ильясова Мәскәүҙә режиссерлыҡҡа ла уҡып сығырға өлгөрә. Ул башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын оҫта сағылдырған, бөйөк шәхестәрҙең ижадына арналған бихисап программаны сәхнәләштерҙе. “Кәкүк сәйе”, “Шағир һәм мәғрифәтсе Аҡмулла”, “Бер ғаилә булып”, “Донъя халыҡтары бейеүе”, М. Аҡмулла һәм З. Исмәғилевтың ижадына арналған “Бөйөклөктән рухланам” кеүек тамашалар тамашасылар күңеленә хуш килде. Ғаилә йылына бағышланған “Илкәйемдең шиңмәҫ аманаты” исемле программала башҡорт халыҡ йырҙары традицион рәүештә лә, орган, ҡыллы квартет, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры оҙатыуында ла яңғыраны. Бындай үҙенсәлекле тамаша бүләк иткәне өсөн халыҡ яратҡан йырсыһын аяҡ үрә баҫып алҡыштар­ға күмде.
Сәйҙә Ильясованың “Бер моңланам, бер көләм” (2001 йыл), “Башҡорт халыҡ йырҙары” (2004 йыл), “Таҡмаҡтар һәм күңелле йырҙар” (2006 йыл) исемле өс альбомы донъя күрҙе. Шулай уҡ йырсы беренселәрҙән булып Салауат Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” исемле рок-операһында төп партияларҙың береһе – Ләйләне башҡарҙы. Ә 2007 йылда “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән “Рәх­мәт” фильмында ҡатнашып, Сәйҙә Ильясова үҙен талантлы актриса булараҡ та танытты.
Әйткәндәй, Сәйҙә Ильясо­ваның 15 мартта “15+15” исемле ижад кисәһе үтә. Тамашала Флүрә Килдейәрова, Елена Мороз, Рим Гәрәев, Урал Мортазин, Миңлеғәфүр Зәй­нет­динов, Юнир Һағын­баев, Эльмира Юлдашева, Фәриҙә Ғәлиәс­кәрова, Әлфиә Кәлимуллина, Гүзәл Үмәрғәлина һәм Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Халыҡ ҡоралдары милли оркестры ҡатнаша. Сағыу тамашала башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Йырлы-моңло кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА,
Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәре.

Сығыу ваҡыты 12-03-2013, 11:50 | Ҡаранылар: 1282
|
  • Осрашыуҙы көткәндәргә ҙур тамаша әҙерләйҙәр
  • Тағы ла береһе тамамланды
  • Филармония яңылыҡтары
  • Күңелдәрҙе сорнар яҡты моң
  • Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM