RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы башҡорт киноһы төшөрөлдө

22.02.2013 Яңы башҡорт киноһы төшөрөлдө

Яңы башҡорт киноһы төшөрөлдө
“Родина” кинотеатрында йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Бал әсеһе” исемле яңы фильмының исем туйы үтте. Сара БР Мәҙәниәт министрлығы һәм “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан ойошторолдо.
Айнур Асҡаровтың был фильмы диплом эше булып тора.
− Фильмды йәй көнө “Баш­ҡортостан” киностудияһы ярҙамы менән Бөрйән райо­нының Ғәлиәкбәр ауылында төшөрҙөк. Бюджеты – 250 мең һум тирәһе. Ысынында фильм ҡиммәтерәк тора. Әммә энтузиазмыбыҙ арҡаһында был эште атҡарып сыҡтыҡ, тип уйлайым. Бер кем дә аҡса һорап эшләмәне. Төп ролдә − 72 йәшлек Әнүәр олатай Дилмөхәмәтов. ҡыҫҡа метражлы фильм жанры буйынса − нәфис-документаль. Үҙем өсөн дә яңы жанр. Эшләүе бик ҡыҙыҡлы булды. Киләсәктә фильмды фестивалдәргә ебәрәбеҙ. “Еңмеш” кеүек үк, был эшебеҙ ҙә халыҡ һөйөүен яулар, тип өмөтләнәбеҙ.
Башҡа фильмдарым кеүек үк, быныһы ла ғаилә, ауыл темаһына арналған. Үҙемә шул йүнәлештә эшләүе ҡыҙыҡ. Әйтергә теләгән төп фекерем – янда туғандар булмаһа, бал да әсе тойола, − тине йәш режиссер.
Презентация фокус-төркөм өсөн пресс-күрһәтеү рәүешендә үткәрелде. Йәғни һәр тамашасы тәнҡитсе ролендә сы­ғыш яһаны, фильмды ҡарағандан һуң һәр кем үҙ һорауҙарын биреп, фекере менән уртаҡлаша алды. “Бал әсеһе” – һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған, әммә әле булһа солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, дәрт-ҡеүәтен юғалтмаған ир-уҙаман хаҡында. Әнүәр Дилмө­хәмәтов үҙен уйнаһа ла, режиссер тарафынан уйлап сығарылған сюжеттар ҙа бар. Фильмда бер шәхес аша тотош ауылдарыбыҙҙың яҙмышы, бөгөнгө хәле һүрәтләнә. Ауыл ҡотон тотоп торған кешеләр бар, әммә улар көндән-көн аҙая, уларға алмаш булырҙай йәштәр юҡ, тип әйтергә теләй фильмды төшөрөүселәр. Сюжет буйынса герой, сит ҡалала йәшәүсе балаларының ҡайтыуын көтөп, урманға сығып, бал алып ҡайта. Әммә балалары ҡайтмай, ялдарын сит илгә сығып үткәреүҙе хуп күрә. Әҙерләп ҡуйылған табын артында солоҡ балын яңғыҙы ғына татырға тура килә олатайға.
− Әнүәр ағайҙың ете балаһы бар. Әммә фильмдағы сюжеттан айырмалы, бер улы күрше ауылда йәшәй һәм атаһын йыш күреп тора. Фильмдың башҡа өлөштәре – барыһы ла документаль. Төп геройҙың хатта Владивосток ҡалаһында ла туғандары бар. Тап фильмдың аҙағын төшөрөп йөрөгән мәлдә Владивостоктан яҡындары килеп төштө. Ун йылға бер килеп китә торған яҡындарым ҡайтты, ә мин кино төшөп йөрөйөм, тип борсолғайны Әнүәр ағай. Йәғни сюжет буйынса уйнала торған хис-тойғолар төп герой тарафынан тормошта, ысынбарлыҡта кисерелде. Бәлки, шуға ла фильм ихлас килеп сыҡҡандыр, – тип һөйләй Айнур.
Фильмды тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Хал­ҡыбыҙ­ҙың мәҙәниәтен дә, үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, Уралы­быҙҙың мәғрур тәбиғәтен дә, экологик хәлде лә, әхлаҡи проб­лемаларҙы ла күрҙеләр был ҡыҫҡа ғына кинокартинала. “Фильмды ҡарайһың да, күңелең менән шул тыныс, таҙа гүзәл тәбиғәткә ашҡынаһың. Төп герой иһә халҡыбыҙҙың рухи сафлығын һынландыра кеүек”, − тип һоҡландылар. Тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Кемгәлер музыка урыны менән артыҡ булған кеүек тойолдо. Кемгәлер фильм ҡапыл тамамланған һымаҡ күренде.
− Бәғзеләргә фильм кинәт өҙөлөп ҡалғандай тойола икән, мәсьәлә ҡыҫҡа метражда түгел, ә халыҡтың оҙон кино ҡарап өйрәнеүендә. Оҙон метражлы фильм ниндәйҙер проблеманы күтәрә лә уның хәл итеү юлын да күрһәтеп ҡуя, тамашасыға уйланырға урын ҡалмауы ла ихтимал. Ә ҡыҫҡа фильмда күберәк һорауҙар ҡуйыла, уны шиғыр менән дә сағыштырыр инем, − ти режиссер.
Бөгөн Айнур Асҡаров “Һүҙ­ҙәремде елдәр осорһон” тигән фильм өҫтөндә эшләй. Уны йәй көнө тамамларға уйлайҙар. Идеяһы “Саҡ менән Суҡ” легендаһынан алынған. Анонс рәүешендә тамашасыларға буласаҡ фильмдың бәләкәй генә өлөшө күрһәтелде.
Шулай уҡ сара сиктәрендә режиссер Рим Шәрәфетдинов төшөргән “Алдар һәм һоро бүре” йәнһүрәтенең дә премьераһы булды. Был эште лә “Башҡортостан” киностудияһы тәҡдим итә. Йәнһүрәттә заманса юмор ярылып ята, геройҙар башҡорт теле менән рус телен ҡатыштырып һөйләй. Шуға ла ул ике телле тамашасы өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы булмаҡсы.
Йәнһүрәткә билдәле актер Алмас Әмировтың тауышы һалынған. Шуның менән бик отто ижадсылар, тине актер­ҙың ҡабатланмаҫ тауышын шунда уҡ танып ҡалған тамашасы. Әммә йәнһүрәткә ҡарата халыҡтың ҡарашы төрлөсә булғандыр. Нигеҙҙә, ул − өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән ижади автор эше.

Шәүрә Шәкүрова, “Бал әсеһе” фильмы мөхәррире:
− Фильм тулыһынса Айнурҙың идеяһы нигеҙендә төшөрөлдө. Киносәнғәттә “лайв” тигән термин бар. Йәғни бер геройҙың ғүмере төшөрөлә. Төп герой – ҙур табыш. Уның тормошо ла, күңеле лә бөтөн, камил булыуы фильмыбыҙҙы ла камил итеп күрһәтә кеүек. Шулай ҙа документаль жанрҙа тамашасыны мауыҡтырырлыҡ итеп кино төшөрөүе бик ауыр. Иң тәүҙә уны ышандырырға кәрәк. Был маҡсатҡа ирешкәнбеҙҙер, тип уйлайым.

Сәлимә ЯМАНҒОЛОВА, “Бал әсеһе” фильмы администраторы:
− Беҙгә район халҡы һәр яҡтан ярҙам күрһәтеп торҙо. Шуға ҙур сығымдар түкмәйенсә генә эшләй алдыҡ. Бөрйәндәрҙең ихлас, иғтибарлы, ҡунаҡсыл булыуы эшебеҙҙе еңелләштерҙе. Режиссеры­быҙҙан да уңдыҡ. Айнур үҙен ысын ойоштороусы итеп күрһәтте. Төшөрөү ваҡыты бер ай самаһы дауам итте. Тағы ярты йыл самаһы монтажлау, башҡа эштәр менән үтеп китте.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, яҙыусы:
− Киноны ҡарағанда хатта арҡа семерләп китте. Ысынлап та, фильмдың геройы – ҙур табыш. Үҙ-үҙен тотошонда, йыуан оҙон ағасҡа егеттәрсә үрмәләп менеп китеүендә, телмәрендә, хатта акцент менән рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәреүендә лә ниндәйҙер зауыҡ ята. Оло кешенең һағышы, балаларынан айырылыуы – бөтә донъя өсөн таныш проблема. Әммә фильмда былар үҙ биҙәктәребеҙ менән бирелгән. Айнурҙың һуңғы эше “Еңмеш”тән дә уңышлыраҡ килеп сыҡҡан, тип уйлайым. Яңы фильмы, миңә ҡалһа, тәбиғиерәк күренә.
Йәнһүрәтте ыңғай ҡабул иттем. Күңелһеҙ ваҡытта кәйефте күтәреп алырлыҡ. Шулай уҡ был эш юғары кимәлдә булыуы менән айырылып тора. Геройҙарҙа үҙебеҙҙе таныйбыҙ кеүек. Алдарҙа башҡорт холҡо ла барҙыр. Ғөмүмән, башҡорт юморы күренә бында. Йәнһүрәт күңелебеҙгә яҡын булған “Күбәләгем-түңәрәгем” кеүек матур көйҙәр менән дә биҙәлгән.

Зөһрә БУРАҡАЕВА, режиссер, сценарист:

− Айнур кеүек режиссер ҡасан килеп сығыр инде, тип оҙаҡ ҡына көткәйнем. Кино сәнғәтенә иң тәүҙә ҡала башҡорттары ылыға башлағайны бит инде. Ниһайәт, башҡорт рухлы йәштәр күренә башланы. Айнур үҙе ауылда тыуып, ҡара эште күреп үҫкән егет. Яңы фильмында ла ул герой яҙмышын аңлап, тойоп күрһәткән. Милли кино булһын өсөн тап Айнур кеүек режиссерҙар килергә тейештер. Айнур ҙа, Рим дә ижади емештәрен матур төргәккә төрөп күрһәтә белә. Шуға ла ситтә танылыу алалар. “Экспортҡа” эшләүҙәре беҙгә ҡайһы саҡта оҡшап та етмәйҙер. Әммә был − бик кәрәкле сифат.

Әйткәндәй
4 мартта “Родина” кинотеатрында “Башҡорт киноһы төнө” үтәсәк. Унда шулай уҡ яңы “Карусель” фильмының презентацияһы буласаҡ.
Сара киске сәғәт 9-ҙа башлана.
М. ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы