НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Киләсәкте һөйләр ҡурай»

«Киләсәкте һөйләр ҡурай»


«Киләсәкте һөйләр ҡурай»
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурс­тары лауреаты, атаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков тамашасылар күңелен дәртле, халыҡсан көйҙәре менән яулап алды. Шулай уҡ ул тынғыһыҙ, эҙләнеүсән холҡоноң емеше булған ишҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим итеүсе булараҡ та билдәле.
Ишморат Ҡәйүм улы Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында 1963 йылдың 1 февралендә йыр-моңға ғашиҡ күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫкән егет кескәй сағынан уҡ артист булыр­ға ҡарар итә һәм, ҡуйған маҡсатына хыянат итмәй, сәнғәт училищеһына уҡырға килә. Әммә ул йырсы булырға хыялланһа ла, яҙмыш уны ҡурай бүлегенә илтә. Училищела уҡыған дәүерҙә егет үҙен һәләтле ҡурайсы итеп күрһәтә, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән, Ҡыҙыл ҡалаһында үткән “Ҡоолай” фестивалендә – лауреат, Ленинградтағы конкурста дипломант була, “Олимпиада − 80” мәҙәни программаһында һәм ХII Халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивалендә ҡатнаша.
Ишморат Илбәковтың репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре ҙур урын биләй. “Ғилмияза”, ”Ҡарабай”, “Гөлнәзирә”, “Яу түбә”, “Буранбай”, “Зөлхизә” йырҙары тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың шанлы тарихы, гүзәл булмышы менән таныштыра. Мәшһүр ҡурайсы башҡарыуындағы башҡорт, урыҫ, йәһүд, татар халыҡ көйҙәренә эшләнгән попурри тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителде.
16 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ишморат Илбәковтың юбилей кисәһе үтә. “Киләсәкте һөйләр ҡурай” исемле тамашала Флүрә Килдейәрова, Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Миңзифа Исҡужина, Азат Биксурин, Мәскәү, Ҡаҙағстан ҡунаҡтары ҡатнаша.
Моңло ҡурай, дәртле йыр-моң байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Н. АҘНАБАЕВА.

Сығыу ваҡыты 29-01-2013, 12:58 | Ҡаранылар: 823
|
  • Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы
  • Ә һеҙ ҡурайсылар тураһында беләһегеҙме?
  • Филармония яңылыҡтары
  • Һыҙҙыраһы ине, ҡурайҙа!
  • Яңғыраһын ҡурай моңдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM