НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аманатҡа һаҡлап тоғролоҡ

Аманатҡа һаҡлап тоғролоҡ


Белорет районының Шығай ауылында Талип Латипов һәм Абдулла Хәлфетдинов призына икенсе тапҡыр ҡурайсылар конкурсы ойошторолдо
− Ҡурай!
− Әү!
– Һин ҡайҙа?
– Сәхнәлә!
Сәхнә түрендә егеттәрҙең онотолоп китеп ҡурайҙа моңло итеп уйнауы уларҙа конкурста ҡатнашыусы түгел, ә бер бөтөн сихри донъялай күҙ алдына баҫа. Башҡорт халҡының милли ҡоралы – ҡурайҙың бәҫен, мәр­тәбәһен күтәреүҙе, уның данының быуындан-быуынға күсәгилешлеген тәьмин иткән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, атаҡлы ҡурайсыларыбыҙ Талип Латипов һәм Абдулла Хәл­фетдиновтың исемен мәңгеләштереү, шулай уҡ ҡурайҙы пропагандалау йәһәтенән Белорет райо­нында икенсе тапҡыр ҡурайсылар конкурсы үтә. Әйтергә кәрәк, Талип Латипов һәм Абдулла Хәлфетдинов призына ҡурайсылар бәйгеһенең икенсе тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ҡурай моңон күтәреүселәрҙең, халҡыбыҙҙың моң-зарын, атай-олатайҙарҙың яҡты аманатын, һүрелмәҫ моң донъяһын һаҡлай һәм быуындан-быуынға еткерә алыусыларҙың һаны арта. Һәм был ҡыуаныслы дәлил!
Шығай ауылында Талип Латипов һәм Абдулла Хәлфетдинов призына үткән ҡурайсылар конкурсын Баш­ҡортостан Республикаһының Бело­рет районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы менән Шығай ауыл мәҙәниәт йорто ойошторҙо. Унда конкурсанттар ике турҙа ике йәш категорияһында − 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкән − оҙон көйҙәрҙе һәм ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡар­ҙы. Бәйгенең мөһим шарттарының береһе – ҡурайсылар Талип Латипов һәм Абдулла Хәлфетди­нов­тың көйҙәрен башҡарырға һәм әҫәрҙең тарихы йәки легендаһы менән таныштырырға тейеш ине. Ра­йон ҡурайсылар бәйгеһендә һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, Белорет ҡалаһы һәм районының ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашты. Улар­ҙың һәр сығышын Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, райондың билдәле ҡурайсылары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Заһир Мулла­ғәлләмов һәм төрлө конкурстар лауреаты Әсҡәт Хәйернуров баһаланы.
Конкурстың гала-концертында ҡотлау телмәре менән Белорет муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ил­гиз Теләүбаев сығыш яһаны. Ул, ҡурайҙың башҡорт халҡының айырылғыһыҙ юлдашы булыуынан тыш, уның Башҡортостан дәүләт гербы символының бер өлөшө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы башланды. «Халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү» номинацияһында Ғәй­сәр Хәтиуллин һәм Арыҫлан Таипов билдәләнде. «Ан­самбль» номинацияһында бе­ренсе урынды Белорет балалар музыка мәктәбенең «Инеш» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Дамир Хәсәнов) яуланы. Ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Сермән ауылының балалар музыка мәктәбе (етәксеһе Ғәлим Хәйернуров) менән Шығай музыка мәктәбе (етәксеһе Лира Хәйруллина) алды. «16 йәштән кесе» һәм «16 йәштән өлкән» номинацияларында беренсе урынды Айрат Шәғәлиев менән Радмир Әхтәмов бирмәне. Шул уҡ номинацияларҙа икенсе урынды үҙ-ара Айтуған Заһиҙуллин, Әнилә Аста­нова, Илнур Ҡәләмов, Ласын Мәғә­фүров бүлеште. Ә өсөнсө урынға Айназ Хәтиуллин, Айҙар Яхин, Алмас Мамылин, Азамат Ғәлиастанов, Артур Мөхәмәтҡужин, Рафаэль Сөләймәнов, Вилүр Ҡотләхмәтов сыҡты. Гран-приға иһә Ғәлим Хәйернуров лайыҡ булды.
Район конкурсында еңеүсе ҡурайсылар араһында булған бер бөртөк ҡыҙ барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының өсөнсө синыфында уҡыған Әнилә Астанова Белорет балалар музыка мәктәбендә өсөнсө йыл рәттән шөғөлләнә һәм үҙенең киләсәк һөнәрен дә тап ҡурай менән бәйләргә ниәтләй.
Ә ун ике йәшлек Айрат Шәғәлиев Дамир Хәсәнов етәкселегендә алтынсы йыл ҡурайҙа уйнау серенә төшөнә. Күпселек ҡурайсылар өсөн халыҡ инструментында уйнау бары хобби булһа, Айрат иһә ҡурай­ҙа уйнауға етди ҡарай. Йәш ҡурайсы киләсәктә хәрби оркестрҙа уйнарға хыяллана һәм өҫтәмә рәүештә үҙе белем алған Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһында профессиональ кимәлдә баянда уйнарға өйрәнә.
Иманым камил, һәр конкурсант тормошта үҙ юлын табып, халҡына башҡорт моңон өләшеүен дауам итәсәк. Бары тик ҡурай ғына сәхнәлә тороп ҡалмаһын ине.

Айгөл КИРАМОВА.
Белорет ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 14-12-2012, 12:04 | Ҡаранылар: 808
|
  • Эй Моңланды наҙлы ҡурай
  • Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
  • Әҙеһәм Исҡужин исемендәге III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы
  • Бәүелделәр ҡурай моңонда
  • Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM