RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ваҡыт арбаһы”на ултырып сәйәхәт ҡылдыҡ

22.05.2012 “Ваҡыт арбаһы”на ултырып сәйәхәт ҡылдыҡ

“Ваҡыт арбаһы”на ултырып сәйәхәт ҡылдыҡ
йәки “Төнгө музей” акцияһы юғары кимәлдә үтте
Кешелекте үткәндәргә һәм киләсәккә күсеп йөрөү уйы һәр саҡ ҡыҙыҡтырған. Фантастик әҫәрҙәрҙә һәм кинола шундай күренештәргә тап булғас: “Их, “Ваҡыт арбаһы”на ултырып, ата-бабаларҙың көнитмешен бер күрергә ине”, − тип хыялланаһың. Баҡтиһәң, был уйҙы тормошҡа еңел генә ашырырға була икән. Нисек, тиһегеҙме? Музейға барырға кәрәк! Шөкөр, был өлкәлә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Музейҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында беренсе урында тора. Республикала бөтәһе 96 музей бар, шуларҙың 25-е – дәүләттеке, 71-е – муниципаль.
Уҙған ялда бөтә донъя кимәлендә “Төнгө музей” акцияһы үтте. 42 илдә ошо дәүләт учреждениелары таңға тиклем халыҡты ҡабул итте. Был акцияла республиканың ун музейы ҡатнашты.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та музейҙар эше менән танышты. Ул 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, Республиканың Хәрби Дан музейы, Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында, “Мираҫ” художество галереяһында, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында булды. Республика башлығы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты: “Беҙҙә бик бай коллекция тупланған, ресурстарыбыҙ күп. Бер кискә матурлыҡ мөхитенә сумып, бер нисә айға етерлек көс-ҡеүәт алырға мөмкин”.
“Ваҡыт арбаһы”на ултырып сәйәхәт ҡылдыҡ
Республиканың Милли музейы бай һәм колоритлы булыуы менән танылыу яулаған. Был кистә унда төрлө йәштәге халыҡ бер туҡтау­һыҙ ағылды. Учреждение хеҙмәткәрҙәре ихлас йылмайып, һәр кемде әйҙүкләне. Әкиәт геройҙары балалар менән шаярышып, уларҙы серле донъяға саҡырҙы. “Ваҡыт арбаһы”на ултырып, үткән быуаттарҙы айҡаныҡ, бөгөнгөнө анализланыҡ, хатта киләсәккә лә сәйәхәт ҡылдыҡ.
Музей балалар тауышынан гөрләп торҙо. Малай-ҡыҙҙар, әле бер, әле икенсе экспонатты ҡарап, “ни өсөн”дәрен яуҙырҙы. Ике малайын алып килгән ата балаларының һорауҙарына яуап биреп өлгөрә алмай ине.
− Был бит Салауат Юлаев! – тине малайҙың өлкәнерәге, һыбайлы яугирға күрһәтеп. – Ә-ә, бынау атлылар − уның рыцарҙары! Анау яҡта дошмандары яман ҡарап тора. Бынау ярлы аҡса һорай. Байҙар уға аҡса тоттормаһа, Юлаев уның кәрәген бирәсәк...
Донъяны үҙҙәренсә күргән балалар экспозицияға һүрәтләмә биреп бөткәс, артабанғы залға йүгерҙе. Ә унда Салауат Юлаевтың эйәре һәм ҡылысын оҙаҡ итеп тикшерҙеләр.
1812 йылғы Ватан һуғышына арналған залда был яуҙың илебеҙ тарихында ниндәй эҙ ҡалдырыуына шаһит булдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы темаһын сағылдырған залда мылтыҡты ҡороп ҡарарға мөмкин ине. Шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү дәресен алдыҡ, һуғыш йылдарындағы йырҙар менән таныштыҡ. Ир-егеттәрҙең иғтибарын һалҡын ҡорал нығыраҡ йәлеп итте. Төрлө быуаттарҙағы һуғыш ҡоралдары менән танышҡас, кешелек тормошонда бер ҡасан да тыныслыҡ булмаған бит, тигән фекер барлыҡҡа килде.
Һәр быуаттың йорт-йыһазы, кәрәк-ярағы үҙенсәлекле күрһәтелгән. Мәҫәлән, совет осоронда йәшәүсенең йортонда булған әйберҙәр күңелдә һағыш уятты.
Ошо сара уңайынан музейҙа бары бер көнгә генә “Ирәндек айыуы” алтын самородогы, шулай уҡ алтын һәм баҡырҙан эшләнгән биҙәүес әйберҙәр күргәҙмәһе тәҡдим ителгәйне. Билдәле булыуынса, “Ирәндек айыуы” самородогын 1992 йылда “Баймаҡ” совхозы механизаторы Күсей ауылы эргәһендә Ирәндек тауының көнсығыш армытында табып алған. 4 килограмм 788 грамм ауырлығындағы самородок формаһы буйынса айыуҙы хәтерләтә, хаҡы алты миллион һум тип баһалана. Легенда буйынса, башҡорттар ылау менән уны урыҫ батшаһы Иван Грозныйға бүләк итеү өсөн алып китеп барған. Ләкин ылауға юлбаҫарҙар һөжүм итә һәм уҡсыларҙың береһе алтынды ергә күмеп өлгөрә, шунда ул 436 йыл буйына ятҡан. Был залда халыҡ айырыуса күп булды, һәр береһе ошо уникаль экспонат янында фотоға төшөргә ашыҡты.
Музей хеҙмәткәрҙәре бихисап сағыу программа әҙерләгән, һәр залда ҡунаҡтар өсөн төрлө саралар ойошторолдо. Викторина, кроссворд, йомаҡтарға яуап табыу­сыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында ла халыҡ күп булды. Яҙыусылар менән “түңәрәк өҫтәл” артында аралашыу, милли уйындар, концерт номерҙары һәр кемдең күңеленә ятты. БДУ-ның “Шоңҡар” һәм БДПУ-ның “Аҡсар­лаҡ” әҙәби-ижади берекмәләре ағзалары үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итте. Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ғөмүмән, музейҙа төн үткәреүсе һәр кем ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтыр­ғыс мәғлүмәт тупланы, тормош һабағы алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы