НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Төньяҡ башҡорттары

Төньяҡ башҡорттары


Төньяҡ башҡорт ырыуҙарына Ғәйнә, Танып, Уң, Балыҡсы һәм Уран ырыу­ҙары инә. Улар Каманың ҡушылдыҡтары Түлвә, Беүә, Танып, Ҡариҙелдең урта ағымында ярайһы уҡ ойошоп ултырған. Сарс, Төй, Йүрүҙән буйында йәшәйҙәр. Был төбәк XIX быуат аҙағына тулыһынса формалашҡан. Бынан алдағы осорҙа башҡорт ерҙәренең төньяҡ сиге киңерәк тә булған булырға тейеш.
Балыҡсы ырыуы Төй һәм Сарс йылғалары буйында, уларҙың Ҡариҙелгә ҡойған еренә ҡәҙәр йәшәгән. Көньяҡтан күршеләре уңдар булған. Таныптар иһә көнсығышҡа, Танып буйына тик 1715 йыл­дарҙа күсенгән. Уңдар XVI – XVII быуаттарҙа Ҡариҙел менән Ағиҙелдең түбәнге ағымында ҙур ғына майҙанды биләгән. Һуңынан төбәк бер нисә өлөшкә бүленгәс, ырыуҙың бер төркөмө Танып буйында ҡалған, байтағы Ҡариҙел буйына күсенгән. Артабан улар Йүрүҙәндең түбәнге ағымын да биләгән.
Таныптар ике ырыуҙан тора: Һыу-Танып йәки Һул Танып һәм Ҡара-Танып. Таныптарға ҡаҙансы һәм ҡайпандар үҙ аллы ырыу булып ингән. Улар был ырыуға Ҡыпсаҡ осоронда килеп ҡушылған булырға тейеш. Таныптарҙың ата-бабалары был төбәккә Минзәлә яғынан килгән. Академик Р. Кузеевтың фекеренсә, таныптар болғар-уғыр ырыуҙары менән аралашҡас, төньяҡҡа башҡорттарҙың күсмә ырыуы менән үтеп ингән. Был XII – XIII быуаттарҙа булған. Минзәлә яғынан сыҡҡан ғәйнәләр таныптарҙы үҙҙәренең туғаны тип иҫәпләй.
Этнографик белешмәләр буйынса, таныптарҙың ерле халыҡ менән аралашыуын да күрергә мөмкин. Был башҡорт­тарҙың ерле фин-уғыр ҡәбиләләре менән аралашыуы ярайһы уҡ киң барған. Уларҙың теле һәм мәҙәниәте ҡушылған, тышҡы ҡиәфәттәрендә лә оҡшашлыҡ һаҡланған. Йөҙҙәре менән Волга буйы халыҡтарына, мари, мордва, удмурттарға тартҡандар.
Ҡаҙансы менән ҡайпандарҙың Башҡортостандың төньяғына күсенеп ултырыуына шулай уҡ Ҡыпсаҡ миграцияһы булышлыҡ иткән. Әйткәндәй, «ҡаҙансы» этнонимы Урта Азияла ла киң таралған. Ҡаҙансыларҙың бо­ронғо төрөктәрҙән сығыуы уларҙың кейемдәренән дә күренә. Төрки халыҡтарындағы кеүек үк, уларҙың да күкрәксәләрендәге биҙәү әйбер­ҙәре туҡымаға нигеҙләнгән, яулыҡтарының дөйөм күренеше лә оҡшаш.
«Ҡайпан» этнонимы иһә боронғо көньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙары составында осрай. Генетик яҡтан ҡайпандарҙың Ҡай ырыуы менән бәйле булыуы хаҡындағы фекер нигеҙле кеүек, был исем Ҡыпсаҡ ырыуында осрай. Әйтергә кәрәк, ҡаҙансы һәм ҡайпандар таныптарға тик ерле мөнәсәбәттә генә. Улар Танып ерҙәренә XV быуат аҙағында ғына күсеп килгән.
Уң ырыуы төньяҡҡа күсенгәнгә тиклем Ағиҙел буйҙарында йәшәгән. Бында улар­ҙың күршеһе та­бындар булған. XVI быуатта Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныу был күршелекте боҙған. Һөҙөмтәлә уңдарҙың бер өлөшө Ағиҙел буйында ҡалған. Ағиҙел башҡорттары хаҡында һөйләгәндә, М. Өмөтбаев бишул-уңғарҙарҙы ерле башҡорттар һун башҡорттары тип йөрөтөүе хаҡында яҙған. Тарихта һундарҙы төрки ҡәбиләләрҙең ҡатнашмаһы тип йөрөтәләр. Һундар составына төрки телле ҡәбиләләр ингән, улар­ҙы он-уйғыр тигәндәр. Р. Кузеевтың фекеренсә, «уң» этнонимы һундар заманына барып тоташа. Уңдарҙың ата-бабалары бик иртә башҡорт миграцияһы составына ингән һәм боронғо башҡорт ҡәбиләләренән Урал буйҙарына дөйөм күсенеү мәлендә айырылған.
Балыҡсы ырыуы тамғаһы боронғо Ҡатай ырыуы тамғаһы – балғаға оҡшаған. Асҡын ра­йонында, мәҫәлән, миңә балыҡсыларҙың ҡатай­ҙар менән яҡын туғанлығы хаҡында ололар ышандырырлыҡ итеп һөйләгәйне. Уларҙың һүҙендә хаҡлыҡ барҙыр. Асҡын башҡорттары һөйләшенә Инйәр ҡатайҙары теленә оҡшаған фонетик үҙенсәлектәр хас. «Балыҡсы» этнонимы үҙенсә бер тикшереүҙе талап итә. Шундай миҫалдар бар: «ҡаҙаҡ» һүҙен йыш ҡына «ҡаҙ+аҡ» тип аңлаталар. Ысынында иһә был һүҙ иҫке төрки сығанаҡтары буйынса «ирекле», «дала кешеләре”н аңлата. Балыҡсыға килгәндә инде, беҙҙеңсә, Р. Кузеевтың аңлатыуы дөрөҫлөккә тап килә – VIII – IX быуаттарҙағы боронғо төрки яҙмаларында «балуг», «балук» ҡала мәғәнәһендә йөрөй. Ете йылға тирәһендә ҡара ҡатайҙарҙың, унан һуң уйғырҙарҙың Джамбалыҡ, Бешбалыҡ, ҡаҙаҡтарҙың Арыҡбалыҡ исеме булған. «Балыҡсы» этнонимы ҡырғыҙҙарҙа ла, төрөкмәндәрҙә лә, тувалар­ҙа ла осрай. Быларҙың барыһы ла «балыҡсы» һүҙенең боронғо төрки сығанаҡлы булыуы хаҡында һөйләй. Күрәһең, балыҡсылар боронғо ҡала халҡының күсенеп йөрөүсе өлөшөн тәшкил иткәндер. Бәлки, улар ниндәйҙер иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа ҡалаларҙы һаҡлағандыр.
Төрлө тарихи документтарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә был этник төркөмдөң килеп сығышын шулай фаразларға булалыр: балыҡсыларҙың ата-бабалары Алтайҙа һәм Көньяҡ Себерҙә ҡатайҙар менән бергә йәки уларға яҡын ерҙә йәшәгән. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеү мәлендә балыҡсылар ситтә ҡалмаған, әлбиттә – улар ҡатайҙар менән Урал буйына күсенгән. Тәүҙә Яйыҡҡа килеп сыҡҡан, унан – Ыҡ тарафтарына. XII – XIV быуаттарҙа ҡатайҙар менән бергә хәрәкәт иткән. Артабан ҡатайҙарҙан айырылып, Танып буйлап төньяҡҡа күсенгән, Төй үҙәнендәге урмандарға нигеҙләнгән. Бында улар болғар сығанаҡлы боронғо башҡорттар менән ныҡ аралашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, балыҡсылар быуаттар буйына үҙҙәренең кейемдәрендә, төҙөлөштә, аш-һыуында үҙ ырыуҙарына хас сифаттарҙы бөгөнгә тиклем һаҡлаған.
Уран ырыуының ата-бабалары монгол һәм төрки-монгол ҡәбиләләренән сыҡҡан. Көн­байышҡа күсенгәндә улар Һыр­даръя далаларында һәм Арал буйында оҙаҡ ҡына йәшәгән. Һөҙөмтәлә бик төркиләшкәндәр. Боронғо башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшө көнбайышҡа күсенгәс, урандар бер нисә йөҙ йыл буйына Азия далаларында ҡалған. Арал буйында йәшәгәндә урандарға уғыҙҙар ҙур йоғонто яһаған. Башҡорттарҙа әле лә уғыҙ исемдәре осрай. Мәҫәлән, әле лә Үгеҙ ауылдары бар. Урандарҙың бүленеүе һәм төрлө яҡҡа күсенеүе уғыҙҙарҙың Һырдаръянан көньяҡ-көнбайышҡа күсенеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Һырдаръя буйында ҡалған урандар хаҡында XII – XVII быуаттарҙағы көнсығыш сығанаҡтарында иҫкә алына. Ә бына уларҙың Башҡортостанға нисек күсенеүе тураһында мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Тик телдән-телгә күсеп килгән хәтерләүҙәр буйынса, урандар Башҡортостандың көньяғына килеп ингән, унан Мейәс буйынан күсенеп, Ағиҙел үҙәненә килеп сыҡҡан. Уларҙың шундай ҡатмарлы маршрут менән күсенеүе дөрөҫтөр, күрәһең. Башҡор­тостандың көньяғындағы Һаҡмар йылғаһының Оло һәм Кесе Уран ҡушылдыҡтары бар. Урал аръяғында иһә Мейәстән алыҫ түгел ике күлде башҡорттар Уранғы, Урағыс тип атай. Нисек кенә булмаһын, халыҡ ошо төбәктә ныҡлы урын алған.

Рим ЙӘНҒУЖИН, тарих фәндәре докторы,
профессор.

(«Башҡорт ырыуҙары тарихынан» китабынан).

Сығыу ваҡыты 17-08-2010, 11:35 | Ҡаранылар: 2736
|
  • Башҡортостанға рустарҙың килеү тарихы
  • Сармат алтынының вариҫы кем?
  • Балыҡсылар тарихына бер ҡараш
  • Көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!
  • Мырҙалар тарихы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM