RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лиана БИКБАЕВА: “ЙЫРҘАРЫМ ЯҘМЫШЫМДЫ ЯҠТЫРТА, ИЛҺАМ БИРӘ”

20.04.2012 Лиана БИКБАЕВА: “ЙЫРҘАРЫМ ЯҘМЫШЫМДЫ ЯҠТЫРТА, ИЛҺАМ БИРӘ”

Лиана БИКБАЕВА: “ЙЫРҘАРЫМ ЯҘМЫШЫМДЫ ЯҠТЫРТА, ИЛҺАМ БИРӘ”
Былтыр көҙ, Ишембайҙың киң йәмәғәтселеге ҡала көнөн билдәләргә йыйынған мәлдә, урындағы хакимиәт гимнға конкурс иғлан итте. Билдәле инде, ҡала көнөнә арнал­ған байрам булғас, гимн да Ишембайға, уның шанлы үткәненә, бөгөнгө көнөнә, матур кешеләренә бағышланырға тейеш ине.

Гимнды ҡала байрамына өлгөрттөләр. Әҫәрҙең һүҙҙәрен билдәле шағир Риф Мифтахов яҙғайны. Ә бына музыкаһын исеме ишембайҙарға бик үк билдәле булмаған Лиана Бикбаева ижад иткән.
Лиана үҙе тыумышы менән Мәләүез ҡыҙы. Ижадҡа булған һөйөүе шунда бөрөләнгән. ҡаланың 8-се мәктәбендә уҡыған сағында уҡ йырларға, бейергә яратҡан Лиананы ата-әсәһе балалар сәнғәт мәктәбенә биргән. Эльмира Мезинова етәкселегендә фортепиано класында уҡы­ған һәләтле ҡыҙ шул ваҡытта уҡ бәләкәй пьесалар ижад итә башлай. Ә инде Са­лауат музыка училищеһында уҡыған йылдарында Лиана Ринат ҡыҙы башкөллө ижад эшенә сума.
– Йыр сәнғәтенең серҙәрен миңә етәксем Светлана Шелыгина өйрәтте, – ти Лиана, студент йылдарын иҫкә алып. – Тәүге йырҙарым тап ана шул йылдарҙа тыуҙы ла инде.
Салауат музыка училищеһын тамамлаған йәш белгесте Федоровка районының Бала-Сытырман ауылына эшкә ебәрәләр. Унда бер нисә йыл эшләп, ярайһы ғына тәжрибә туплаған Лиана тыуған ҡалаһына ҡайта. Мәләүездә уның Мәрйәм Күсмәева, Алһыу Ишемғоловаларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙары тыуа. Бер үк ваҡытта Лиана Яҡуп ҡолмой, Риф Мифтахов, Мөнир Иҡса­новтарҙың шиғырҙарына ла йырҙар ижад итә башлай.
– Музыка яҙғанда аныҡ башҡарыусы менән эшләргә күнеккәнмен. Уның башҡарыу оҫталығын күреп, тауышын, тембрын ишетеп яҙһам, еңелерәк. Йырҙарым менән “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында сығыш яһап, Илфат Кинйәбаев, Заһир Ишкин кеүек йырсылар ҙур уңышҡа өлгәште. Әлеге ваҡытта мине Сәлимә Моратова, Искәндәр Ғәзизов менән ижади дуҫлыҡ ептәре бәйләй, – Лиана Ринат ҡыҙы, ноталар дәфтәренән күҙен алып, матур итеп йылмая.
Ишембайҙың милли мәҙәниәттәр үҙәгендә районда һәм ҡалала йәшәүсе ветерандарға арналған концерт алдынан осрашҡайныҡ беҙ йәш композитор менән.
Лиананың нефтселәр ҡалаһына килеп эшләй башлауына ла оҙаҡламай ике йыл була инде. Бында ул әлеге үҙәктең художество етәксеһе вазифаһын атҡара.
– Һуңғы йылдарҙа милли мәҙәниәттәр үҙәгенең эше аҡһай башлағайны, – ти район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова. – Лиана Бикбаева килгәс, эш күҙгә күренеп алға китте. Ул бында тормош иптәше, ҡурайсы Кинйә Әхмәҙиев менән бергә эшләй. Икеһе лә – талантлы йәштәр, төрлө мәҙәни саралар ойоштороуҙа, конкурстар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтәләр.
Ветерандарға арналған концерт тамамланып та өлгөрмәне, милли мәҙәниәттәр үҙәгенә бер төркөм уҡыусы балалар килеп тулды. Лиана Ринат ҡыҙы минең менән уңайһыҙланып ҡына хушлашты ла, яңынан фортепиано артына ултырҙы. Уның эш көнө бөтмәгәйне әле.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең штаттан тыш хәбәрсеһе.

Ишембай районы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы