RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк!»

25.10.2011 «Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк!»

йәки ҡурайҙың итальяндарҙы аптыратҡаны
«Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк!»
Башҡорт ҡурайына француздарҙың ғәжәпләнеүе тураһында беҙҙең арала күптән инде легендалар йөрөһә, ә бына итальяндар, ҡурайҙы тәүге тапҡыр күргәс, нисек ҡабул итте?
Башҡортостан быйыл Италия менән дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығыта. Шуға күрә быйыл итальяндар Башҡортостанға тәүге юлдарын һалды ла инде.
Өфөлә итальян артистары, атап әйткәндә Миландың бәләкәй театры артистары “Арлекино – ике хужа хеҙмәтсеһе” спектаклен күрһәтте. Нефтселәр мәҙәниәт һарайының ҙур залы ике көн буйына тамашасы менән шығырым тулы булды. Әйткәндәй, Карло Гольдони пьесаһы буйынса ҡуйылған “Арлекино” 1947 йылдан алып сәхнәнән төшмәй. Уны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Джорджио Стрелерҙың даны бөтә донъяға таралған. “Арлекино” спектакле Рәсәйгә унынсы тапҡыр килә. Спектаклдән һуң театрҙың художество етәксеһе Стефано Бонжованни менән әңгәмәләштем.
Театрға 1987 йылда актер булып килдем. Һуңынан мин режиссер Дж.Стрелерҙың ассистенты булдым. Дж. Стрелер 1997 йылда яҡты донъя менән хушлашты. Әммә “Арлеки­но”ның даны бөтә донъяға таралды, режиссер үҙе үлһә лә, ул ҡуйған “Арлекино” үлемһеҙ, беҙ уның эшен дауам итәбеҙ. Арлекинды тәүгеләр­ҙән булып уйнаған актер Ферручо Солери әле һаман сәхнәлә, бөгөн 82 йәштә, беҙҙең менән Рәсәйгә килде. Һеҙ уны сәхнәлә күрҙегеҙ. Өфөлә тәүге көн Арлекинды Ферручо Солери үҙе уйнаһа, икенсе көндө был ролде 56 йәшлек Енрико Бонавера башҡарҙы.
Эйе, бөтә донъяға даны таралған режиссер Дж.Стрелерҙың “Арлеки­но” һы Өфө сәхнәһендә ике көн барҙы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тамаша хаҡында бик күптәр белмәй ҙә ҡалды. Ә спектаклде ҡараған тамашасы бындай әҫәрҙе күрергә әҙер түгел ине... Өфөләр сит ил артистарын баш ҡала сәхнәһендә тәүге тапҡыр күргәнгәме, әллә спектаклдең сит телдә барғанына сәйерһенепме, улай тиһәң, текст субтитрҙар менән руссаға тәржемә ителде, итальяндар, үҙҙәре көткән тамашасы реакцияһын күрмәгәнгә, бер аҙ шаңҡып ҡалды.
Ә шулай ҙа сит ил артистарының кәйефен башҡорт ҡурайы күтәреп ебәрҙе. Иртәгәһенә итальяндарға Башҡортостан тураһында һөйләп, улар менән бергә ингән магазинда ҡурайҙы күрһәткәс, береһе, бик ныҡ ҡыҙыҡһынып, түҙмәй һатып алды һәм: ”Был таяҡта нисек уйнамаҡ кәрәк?!” − тип аптыраны. Уға: “Был таяҡ түгел, ә башҡорт халыҡ инструменты – ҡурай”, − тип аңлаттым. Ә инде артистар Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары менән осрашыуға килгәс, шул “таяҡ”та уйнап күрһәтеүҙәрен үтенделәр. ҡурайҙы улай ҙа, былай ҙа әйләндереп ҡарап ултырған итальян музыканты Жанни сәхнәгә халҡыбыҙҙың боронғо ҡоралын тотоп килеп сыҡҡан егетте күреү менән бөтә иғтибарын уға йүнәлтте. Егет ике көйҙө уйнаны. Тәүгеһе еңел көй булһа, икенсеһе башҡорт халыҡ көйө ”Тәфтиләү” ине. Итальяндар бик ҙур иғтибар менән тыңлағандан һуң ҡурайсыны ҙур алҡыштарға күмде. ҡурайсы егет сәхнәнән төшөп тә өлгөрмәне, Жанни ҡаршы барып, уны ҡамауға алды. Унан: “Күрһәт тә күрһәт!” − тип, ҡурайсыны залдан алып сығып уҡ китте. Итальян музыкантының ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуының сиге булманы. Жанни, “таяҡ”ҡа өрөп уйнаусы егеттең ауыҙына инеп китерҙәй булып, ҡурайсыға текәлде. Ул хатта егетте үҙе менән бергә Италияға ла алып китергә риза ине, буғай! Тик ҡурайсы егет, белмәгәнлектән, уны аңламаны... Бына нисек мөһим сит телдәрҙе белеү! Нисәлер тиҫтә йыл элек башҡорт ҡурайы француздарҙы аптыратһа, бөгөн килеп “мөғжизәле таяҡ” итальяндарҙы таң ҡалдыр­ҙы.

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы