НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Экранда – заман геройҙары

Экранда – заман геройҙары


Социаль әһәмиәткә эйә тапшырыуҙар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Экранда – заман геройҙары
20 − 22 октябрҙә Өфөлә «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәткә эйә булған телепрограммалар һәм телефильмдар фестивале үтте.
Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә килгән тележурналистар өс көн буйы Рәсәй телевидениеһының танылған журналистарынан оҫталыҡ дәрестәре алды, фестиваль сиктәрендә уҙғарылған «Экранда − замандашыбыҙ» конкурсына килгән 120-нән ашыу эштең байтағын ҡа­рап, үҙе өсөн һығымталар яһаны. Фес­тивалдең әһәмиәте төбәк журналистары өсөн айырыуса ҙур. Сөнки был конкурс уларға үҙҙәрен һынар, тапшырыуҙарын Мәскәү оҫталарына күрһәтер һәм тейешле баһа алыр, сынығыр майҙан булып тора. Үҙәк телевидение журналистары ла проекттың үҙҙәре өсөн әһәмиәтен билдәләй − Мәскәүҙә йәшәп, эшләп кенә ысын Рә­сәйҙе күреп, белеп булмай, ә төбәктәрҙән килгән тапшырыуҙарҙа, теле­фильм­дарҙа улар күрмәгән дөрөҫлөк, улар асып бөтә алмаған ысынбарлыҡ ята.
Тамашасының ышанысын юғалтмаҫ өсөн тапшырыу ниндәй нигеҙҙәргә ҡоролорға, ә журналист үҙе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Журналист позицияһы булырға тейешме, ниндәй осраҡта тапшырыуҙы алып барыусы, үҙ фекерҙәрен еткереп, тамашасыһына үҙ аллы ҡарар сығарырға ҡамасауламаҫҡа бурыслы? Ике ут араһында ҡалғанда, ҡанлы тарих биттәре менән эш иткәндә ул үҙен нисек тоторға тейеш − оҫталыҡ дәрестәрендә ҡаралған был мөһим һорауҙар береһен дә битараф ҡалдырманы. Ҡыҙыу бәхәстәр­ҙә һәр кем үҙенең фекерен яҡланы, шул уҡ ваҡытта бүтәндәрҙең һүҙенә лә ҡолаҡ һалып, үҙе өсөн һығымталар ҙа яһаны. Иң мөһиме, улар үҙ һөнәрҙәренә битараф түгеллектәрен дәлилләне, тимәк, был еңел булмаған, кеше яҙмыштары, хатта ил яҙмышы менән бәйле юлды юҡҡа ғына һайламағандар.
Был конкурсҡа килгән эштәрҙә лә сағылды. Бөгөнгө көн геройҙары − һуғыш ветерандары, спортсылар, йортһоҙ ҡалған ябай бер асарбаҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыусы кешеләр, туғандар ҡәберлегендә кемдәр ерләнгәнен өйрәнеүсе уҡыусы ҡыҙ − һәр бер геройға, һәр бер эшкә күңел йылыһы һалынған, һәр береһендә ысын тормош ярылып ята. Әлбиттә, кәмселектәр ҙә байтаҡ. Тик эштәрҙе баһалаусы жюри ағзаларының һүҙҙәренә ҡарағанда, йылдан-йыл тапшырыуҙарҙың сифаты күтәрелә. Быйыл телетапшырыуҙар һәм телефильмдар ете номинация буйынса тикшерелде. «Кумирҙар бөгөнгө герой­ҙар була аламы?», «Һөнәрем − күңел талабы», «Тормошта һәр саҡ батырлыҡҡа урын бар», «Изге эштәр», «Һуғыш эҙҙәре буйлап», «Күренмәгән геройҙар», «Прорыв» номинацияларында Рәсәйҙең төбәк телевидениеларының иң яҡшы тип табылған эштәре бүләкләнде. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәр­ҙәренең эштәренең дә бер нисә тапҡыр юғары баҫҡысҡа күтәрелеүе ҡыуаныслы хәл. «Вся Уфа» телеканалы «Урман геройы» фильмы һәм «Асарбаҡ» сюжеты өсөн − икенсе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «А пунктынан Б пунктына» проекты менән − беренсе, тарихи фильм өсөн икенсе урындарҙы алды, ә Учалы ҡала телевидениеһы Башҡортостан Президентының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Билдәле Рәсәй тележурналистары Леонид Млечин, Михаил Дегтярь, Рәүеф Аталимбеков, Кирилл Набутов, Виталий Манский составындағы жюри конкурста ҡатнашыу­сыларға үҙ баһаһын биреп кенә ҡалманы, ғәмәли кәңәштәрен дә йәлләмәне.
«Бөгөн тормош тик матди байлыҡ туп­лау­ға ҡоролоп бөтөп барған мәлдә нин­дәй­ҙер яҡшы эштәр эшләүгә урын да юҡ һымаҡ. Ә был фестивалдең исеме үк беҙҙе уйланырға мәжбүр итә − ә беҙ дөрөҫ йәшәйбеҙме әле, тормошта ниндәйҙер ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Шуға ла фестиваль бик ҙур әһәмиәткә эйәлер тип һанайым, − Грозный ҡалаһының «Һуғыш» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре Лиана Абдулхалидова тәьҫораттары менән дә бүлеште. Конкурста ул быйыл беренсе тапҡыр ҡатнаша. − Миңә Өфө кешеләренең асыҡ йөҙлө булыуы бик оҡшаны. Фестиваль бик юғары кимәлдә ойошторолған. Ысын ҡәләм, һүҙ оҫталарынан дәрестәр алыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, төрлө тапшырыуҙарҙы ҡарап, ҙур тәжрибә тупланыҡ. Бының өсөн ойоштороусыларға ла бик ҙур рәхмәт».

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 25-10-2011, 09:40 | Ҡаранылар: 1417
|
  • "Ике килгән ғүмер"
  • Мауыҡтырғыс һәм яҡты балалар донъяһы
  • Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты
  • Һеҙ ысын ирме?
  • ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM