НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Алтын башаҡ байрамында яңғыраны йыр-моңдар

Алтын башаҡ байрамында яңғыраны йыр-моңдар


Алтын башаҡ байрамында яңғыраны йыр-моңдар
Халҡыбыҙҙа ер-һыу, тәбиғәт, хеҙмәткә бәйләнгән әллә күпме байрам бар. Һабантуй, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы тураһында беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Һабантуйҙар республикала ғына түгел, унан ситтә лә гөрләп үтеп торһа, ҡайһы бер төбәктәрҙә әле лә һирәкләп булһа ла кәкүк сәйенә, ҡарға бутҡаһына ла сығалар. Ә бына Сөмбөлә байрамы тураһында күптәрегеҙ тәүләп ишетәлер. Башҡорт хал­ҡында элек шундай матур байрам бул­ған. Ул көҙөн, 21 – 23 сентябрҙә – ҡояштың тылсымлы торошона тура килгән көҙгө тигеҙлек мәлендә уҙғарыл­ған. Уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнаш­ҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат са­быштары уҙға­рыл­­ған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Ана шул традицияны бынан бер нисә йыл элек БР Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте тергеҙә лә инде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошо көндәрҙә үткән матур сара – шуның лайыҡлы дауамы.
Университет алдында, саф һауала үтте был байрам. Быйыл алтын башаҡ – Сөмбөлә байрамына ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Байрамды билдәле ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева асты. Ул беҙҙе байрамдың тарихы менән таныштырып үтте, шаяртып, көлдөрөп тә алды.
Тәүге тапҡыр Сөмбөлә байрамына килгән кеше уны мәктәптәрҙә үткәрелгән уңыш байрамына ла оҡшатыуы мөмкин. Бына ҡайҙа ята икән был байрамдың тамырҙары, тип уйлап ҡуйҙым. Бында ла Көҙһылыу – Сөмбөлә һайлана. Ул зирәк, тапҡыр, йыр-бейеүгә маһир, сәсән телле лә булырға тейеш. Бөгөнгө байрамдың Сөмбөләһе итеп Рида Тимершәйехованы һайланылар. Әйткәндәй, Риданы күптәр «Урал батыр» ҡобайырын башҡарыусылар бәйгеһенең еңеүсеһе итеп тә таный, сәсән теллелеге шуға ла шик тыуҙырмай, йырға һәләте лә һоҡландырырлыҡ. Көҙһылыу тажын да кейҙереп ҡуйғас, ул байрамдың бер биҙәгенә әүерелде лә ҡуйҙы.
Байрамға оло инәй ҙә саҡырылғайны. Ул йәштәргә фатихаһын биреп, изге теләктәрен теләне.
Байрамға килеүселәрҙе төрлө уйын-йомаҡтар менән дә һыйланылар. Иң отҡорҙар «Аҡбуҙат» журналының, БР Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең бүләктәрен алып ҡыуанды. Шулай уҡ сәк-сәк, йыуаса, ҡымыҙ ҙа тәмләне ҡунаҡтар. Күмәкләшеп бейеп тә алғандан һуң, тамашасыларҙы тәмле сәйгә лә саҡырҙылар.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:25 | Ҡаранылар: 2648
|
  • Байрам нисек үтә?
  • Яңы йылды ҡаршыларға әҙерһегеҙме?
  • Яҙ һәм мөхәббәт байрамы – Наурыҙ
  • Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы
  • Изге айҙа теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM