НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Моңдонъя» яңылыҡтары

«Моңдонъя» яңылыҡтары


Әзербайжан дуэты – «Евровидение – 2011» конкурсы еңеүселәре

Германияла Дюссельдорф ҡалаһында 56-сы тапҡыр үткән «Евровидение» конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Әзербайжандан Элл һәм Никки (Эльдар Гасымов һәм Нигияр Джамал) дуэты, 221 мәрәй йыйып, беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды − Италиянан Рафаэль Гуалацци (189 мәрәй), өсөнсө урынды Швециянан Эрик Сааде (185 мәрәй) яуланы.
Рәсәй исеменән ҡатнашыусы Алексей Воробьев – 77 мәрәй менән еңеүселәр исемлегендә 16-сы урында.
«Евровидение – 2012» конкурсы Әзербайжанда уҙасаҡ.

Фомин тағы ла «Hi-Fi» менән

«Hi-Fi»-ҙы 2009 йылдың башында ҡалдырып киткән Митя Фомин ҡайтанан төркөмгә ҡайтыр­ға ҡарар иткән. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең уңышлы яңғыҙ йырлау карьераһынан баш тартыр­ға йыйынмай. «Hi-Fi» менән ул ҙур һәм мөһим сараларҙа ғына сығыш яһаясаҡ.
Һуңғы ике йыл эсендә төркөм ҙур уңыштарға өлгәшмәһә лә, Фомин үҙенең тәүге альбомы өсөн «Алтын граммофон»ға лайыҡ булып өлгөрә.

Тимати тауар тамғаһын теркәгән

Рәсәй эстрадаһында Тимати исеме аҫтында билдәле булған музыкант Тимур Юнысов үҙенең сәхнә псевдонимын «Роспатент»та теркәтеп, тауар тамғаһы алған. Хәҙер ул был исем менән ювелир биҙәүестәр, уйынсыҡтар, һыра, алкоголле эсемлектәр сығара, тәрбиә менән шөғөлләнә һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтә ала. Йырсылар араһында үҙ исемен тауар тамғаһы итеп теркәү һирәк күренеш түгел икән. Әлеге ваҡытта «Филипп Киркоров», «Алла Пугачева», «Николай Басков» һ. б. тамғалары теркәлгән.

«Дискотека Авария» солисын операцияға әҙерләйҙәр

«Дискотека Авария» солисы Николай Тимофеев «Рәсәй – 2» телеканалы командаһы менән футбол матчы ваҡытында аяғын йәрәхәтләгән. Аяғына шин һалып, тиҙ арала операцияға ятырға кәңәш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, ул бер нисә көн студияла яңы альбом яҙҙырыу өҫтөндә эшләй. Һәм хатта концертта ла сығыш яһап өлгөрә. Шулай ҙа табиптар уны операцияға ятырға күндергән.

Сығыу ваҡыты 24-05-2011, 10:34 | Ҡаранылар: 1445
|
  • Төрөксә “Евровидение”ла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн
  • Шоу-бизнес тирәләй
  • Әбейҙәр “йондоҙҙар”ҙың танауына сиртте
  • «Иң оптимист Рәсәй йырсыһы» еңеүгә өлгәшә алманы
  • Евровидение беҙгә уңыш килтермәне
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM