НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тағы ла береһе тамамланды

Тағы ла береһе тамамланды


Республикабыҙҙың абруйлы, иң олпат профессиональ концерт ойошмаларының береһе – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сираттағы 72-се ижад миҙгелен тамамлай. Был уңышлы ла, үҙенсәлекле лә миҙгел үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырылып тора.
Режиссерҙар, музыкаль етәкселәр, балетмейстерҙар, һәр программа өҫтөндә төплө уйлап, бөтә оҫталыҡтарын һалып эшләне. Шуға күрә лә филармонияла үткән барлыҡ концерттар ҙа сағыу балҡыш тапты.
Ә 19 майҙа 19 сәғәттә филармония «Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр» исемле концерт программаһы менән ижад миҙгелен яба. Республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған тамашала Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, эстрада-джаз оркестры, «Каруанһарай», «Далан», «Ихлас», «Йәдкәр», Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмдәре, солистар Азат Айытҡолов, Иҙрис Ғәзиев, Рим Гәрәев, Римма Амангилдина, Вәхит Хызыров, Лариса Петрова, Нәзифә Ҡадирова, Лилиә Ишемйәрова, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Урал Мортазин, Сәйҙә Ильясова һәм башҡа сәхнә оҫталары ҡатнаша.
20 майҙа 19 сәғәттә филармония алдындағы майҙанда «Йәшлек даръяһы» исемле концерт көтөлә. Бында тик һеҙҙең өсөн Айгиз Ғиззәтуллин, Вадим Зәкиев, Искәндәр Ғәзизов, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Гөлнур Ҡарабулатова, Азат Биксурин, Рөстәм Шәрипов, Илшат Ишморатов, Рәил Өмөтбаев, Рәдиф Зарипов, Айгөл Һағынбаева, Алтынай Юнысова, Шәһит Хамматов, Венер Камалов, Салауат Мөхәмәтйәров, «Далан», «Арғымаҡ», «Йәш Каруанһарай» төркөмдәре һәм башҡа эстрада «йондоҙ»ҙары сығыш яһай.
Был ижад миҙгелендә тағы ла бер тапҡыр яратҡан артистарыбыҙ менән бергә йырлашып, күңел асып, көҙгә тиклем юғары рухта, күтәренке кәйефтә хушлашыу концерттарына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ!

Э. ХАФИЗОВА.

Сығыу ваҡыты 10-05-2011, 11:17 | Ҡаранылар: 3489
|
  • Миҙгел асыу тамашаһына рәхим итегеҙ!
  • Осрашыуҙы көткәндәргә ҙур тамаша әҙерләйҙәр
  • «Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр»
  • Ижад миҙгелен асыу тантанаһына рәхим итегеҙ!
  • «Алтын көҙҙә алтын йырҙар...»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM