RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илһамлы миҙгелде ҡаршылап

10.05.2011 Илһамлы миҙгелде ҡаршылап

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары күңелле яҙ мәшәҡәттәре солғанышында йәшәй: белем алырға ла өлгөрәләр, ʺСтудент яҙыʺ фестивалендә лә ҡатнашалар, фәнни-ғәмәли конференцияға ла әҙерләнәләр.
Бындай ҡыҙыу эш мәлендә факультетыбыҙҙың ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары ла ваҡыттарын бушҡа уҙғармай. Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә һәр бер ултырышта алға ҡуйған маҡсаттарҙы барлайҙар, бурыстарҙы уртаҡлашалар. Яңыраҡ ҡына улар бер-бер артлы матур-матур осрашыу­ҙарҙа ҡатнашыу бәхетенә иреште.
Йәш шоңҡарсылар БР Яҙыусылар союзында ойошторолған шиғриәт кисәһенә йыйылды. Осрашыуҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина асып ебәргәс тә, һүҙҙе йәштәр алды. Һуңынан шиғри сығыштар­ға ҡәҙим Аралбай, Зөһрә ҡот­логилдина, Әлфиә Әсәҙуллина, Лариса Абдуллина, Зөфәр Вәлит, Гүзәл Ситдиҡова тарафынан баһа бирелде. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың да уңыштар теләп, изге фатихаһын биреүе студенттарҙы ҡыуандырҙы һәм улар, үҙ сиратында, әйтелгән теләк-кәңәштәр­ҙе тоторға вәғәҙә бирҙе.
Апрель башында ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһенә Стәрлетамаҡтан йәш шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге ʺАшҡаҙарʺ түңәрәге ағзаларының ҡунаҡҡа килеүе оло тантанаға әйләнде. Осрашыуға ʺЙәншишмәʺ гәзитенән шағирә Зөһрә ҡотлогилдина ла саҡырылғайны. Уға ʺШоңҡарʺға йөрөүселәр тарафынан эшләнгән ʺКиләсәк ʺЙәншишмәʺнән башланаʺ тип исемләнгән стенгазета бүләк ителде.
Зөһрә апайҙың шиғри күстәнәсенән һуң Стәрленән килгән ҡунаҡтарыбыҙ матур, үҙенсәлекле тамаша күрһәтте. Һәр береһенең һөйләгән шиғырҙары күңелгә ятышлы. Тимур Усмановтың гитарала уйнап, йырлауы үҙе ни тора!
ҡунаҡ ашы − ҡара-ҡаршы, тигәндәй, шоңҡар­ҙар ҙа шиғри сығыштар менән йыр-бейеүҙәрҙе аралаштырып, осрашыуҙы йәмләп ебәрҙе. Лилиә Үркенбаеваның ʺҺандуғасʺ йыры, Илүзә Кирәева һәм Гөлсәсәк Ибраһимова башҡарыуындағы бейеүҙәр алҡыштарға күмелде.
Бына шулай дәртләнеп, илһамланып, илһамлы миҙгел − яҙҙы ҡаршыланы ʺШоңҡарʺ берекмәһе ағзалары.
Зарина БАҒЫШАЕВА,
БДУ студенткаһы
.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы