НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тыуған ил ғәзизерәк

Тыуған ил ғәзизерәк


Салауат ҡалаһының мәҙәни тормошонда ваҡиға: бындағы башҡорт дәүләт драма театры халыҡ яҙыу­сыһы Нәжиб Асанбаевтың “Сейәле тау” драмаһы буйынса спектакль әҙерләп күрһәтте. Премьера көндө театрҙың тамаша залына халыҡ килеп тулды. Тамашасылар араһында булған һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалам.
– Спектакль нимә тураһында икән?
– Мөхәббәт тураһындалыр инде.
– Кит, туҡһан йәшлек драматург мөхәббәт тураһында яҙмаҫ.
Был репликаға сал сәсле бер ағай ҡаршы төштө:
– Мөхәббәт ҡартаймай ул…
– Кемдер балаһын юғалта, йәиһә ташлап китә лә, аҡылға ултырғас, эҙләп таба. Хәҙерге кинолар ҙа, спектаклдәр ҙә шул турала. Был да шул хаҡталыр әле.
Нимә генә тураһында булһа ла, уның драматургы – Нәжиб Асанбаев. Ә ул шәп пьесалар яҙа торған шәхес.
– Эйе, Нәжиб ағай Асанбаев башҡорт драматургияһының патриархы. Уның исеме элекке СССР республикаларында ғына түгел, ә күп сит илдәрҙә, бигерәк тә ғәрәп йөмһүриәттәрендә билдәле. Уның “Ҡыҙыл паша” спектакле 22 ғәрәп илендә уйналды. Ә бөгөнгө спектаклде ҡарағас та был пьесаһының талантлы ҡул менән яҙылыуының шаһиты булдым. Ваҡиғалар заман темаларына бағышланған. Бөгөнгө көн темалары тигәндә, ғәҙәттә, бәғзе яҙыусылар быға: “Ысынлап та, бөгөнгө герой кем?” – тигән һорауҙы ҡуя. Ә кемдер Михаил Юрьевич Лермонтовтың “Герой нашего времени” тигән һүҙен ҡеүәтләй: “Бөгөнгө герой юҡ ул, олигарх герой була аламы?” – тип яуап бирә.
Ә бына Нәжиб ағай Асанбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағас, тормошобоҙҙа бөгөнгө геройҙарҙың тулып ятыуына ышанаһың. Танылған драматургтың теманы ҙур оҫталыҡ менән тотоп ала белеүенә һоҡланып ултырҙым. Тәү ҡарашҡа әллә ни яңылыҡ та юҡ кеүек, әммә әҫәр драманың философик һәм психологик яҡтан көслө итеп эшләнеүе менән ота. Ә актерҙар коллективының пьесаның ошо рухын тотоп алып, килешле уйнауы, режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Хановтың ижади һәләте менән байытылған спектаклде һуңынан тамашасылар­ҙың аяҡ өҫтө баҫып алҡышлауы күп нәмә тураһында һөйләй.
Спектаклдең йөкмәткеһен һөйләп тормайынса ғына драманың фабулаһына ҡағылмайынса булмай. Ауыл ҡыҙы Зөһрә (артистка Айһылыу Лоҡманова) һөйгән егете Аязды (артист Револь Ғималов) ҡалдырып, замандан артта ҡалмаҫҡа була, сит илгә китеп, үҙ бәхетенә өлгәшергә хыяллана. Аяз уны был ниәтенән күпме генә кире һүрелдерергә тырыш­һа ла, Зөһрә тыңламай. Егеттең ғәзиз тыуған ерҙә генә ысын мөхәббәттең бәхетле булыуын аңлатырға тырышыуы ла ҡыҙҙы туҡтата алмай. Өҫтәүенә, Швейцариянан көтмәгәндә килеп төшкән Бөрйән исемле ҡунаҡ (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Риза Мәһәҙиев) Зөһрәнең күңел ағышын көсәйтеп ебәрә. Ғүмер буйы фермала һауынсы булып ҡулдарын имгәтеп бөткән әсәһе Гөлнара (артистка Гөлфирә Сафиуллина) ҡыҙының бәхетте шул әкиәти Швейцарияла ғына табыуына шикләнмәй.
Был – ваҡиғалар ағышынан бер фрагмент. Ошолар фонында Бөрйән Зөһрәне һәм уның әсәһен күндергәс, тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡышланы. Билдәле, был тәбрикләү Зөһрәнең сит илгә китергә уңай килеп тороуына төбәлмәгәйне, ә зал артистарҙың, атап әйткәндә, Айһылыу Лоҡманованың, Риза Мәһә­ҙиевтың, артистар Гөлфирә Сафиул­линаның һәм Револь Ғималовтың ышандырырлыҡ итеп, бирелеп уйнауына ихлас ҡул сапты.
Ниһайәт, Зөһрә Швей­ца­рияға килеп төшә. Ул, баҡһаң, капиталист Бөрйәндең ғаиләһендә булып сыға. Бында икенсе тормош башлана. Тормошҡа еңелсә генә ҡараған, капитализмдың өҫтөнлөктәренә инан­ған Зөһрә ҡаты һынауҙар­ға дусар була. Уны төрлө алдаҡ юлдар менән үҙ ҡатынының бай мөлкәтен ҡулға төшөрөүгә өлгәшкән Бөрйән бисәлеккә алырға маташа башлай. Бер ҡатлы Зөһрә уға ышана ла, ышанмай ҙа. Өҫтәүенә, Бөрйәндең Ансаф исемле (артист Риф Мусин) ғәрип улы уға ғашиҡ була. Баҡһаң, тәү ҡарашҡа ихлас күренгән Ансаф та, атаһы кеүек, әшәке кеше булып сыға. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бындағы ялсы ҡыҙ булып хеҙмәт иткән Фатма (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова) унан йөклө икән. Ҡыҫҡаһы, Зөһрә был ғаиләлә бөтә тормош капиталистик ҡырыҫ закондарға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп дауам иткәнлегенә ышана башлай. Ул ике ут араһында тороп ҡала һәм үҙ иленә ҡайтыу тураһында уйлана башлай. Уны бында ҡалдырыу өсөн Бөрйән ҡаты дәлилдәр килтерә. “Һеҙҙең илегеҙ көн күрмәйәсәк, халҡығыҙҙың ҡулынан бер ни килмәй. Әле һеҙҙең илдә ил байлығын инвестиция тигән исем аҫтында сит илдәргә һатыу бара. Һеҙ бер ваҡытта ла бәхетле булмаясаҡһығыҙ”, ­ – тип өгөтләргә тотона. Әммә бындағы ғаиләлә капиталис­тик ҡәбәхәтлектәр асылғас, Зөһрә бөтөнләйгә үҙ иленә ҡайтырға ҡарар итә. Ә Аяздың, йортон һәм һыйырын һатып, мөхәббәтен эҙләп, илселек аша юллауын ишеткәс, уға ҡанат үҫкәндәй була…
Бына ни тиклем ваҡиғалар булып үтә. Ә быларҙы уйнап күрһәтеп, төплө образдарҙы тыуҙырыу өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ һәм талант кәрәк булыуы аңлашыла. Был Швейцария ансамблендә ҡатнашҡан бөтә актерҙар ҙа миндә ыңғай фекер­ҙәр уятты. Театр яңынан тыуған тигән фекергә килдем. Был күренештә ҡатнашҡан артистар Риф Мусин (Ансаф), Нәүфилә Яҡупова (Фатма), Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева (Шәмсиә), Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Яҡуп Шәрипов (Фридрих), Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова (Хариза) матур образдар ижад иткән. Ансаф образын тыуҙырған Риф Мусин тураһында айырым әйтеп үтке килә. Быға тиклем миңә уның бүтән спектаклдәрҙә уйнауын күрергә тура килмәне, ә был “Сейәле тау”ҙа уйнауына һоҡланып ултырҙым. Уның ролен талантлы башҡарыуына бөтә тамашасылар дәррәү алҡышланы. Риф – Ансаф сәхнәлә йәшәне, ғәжәп мәғәнәле хәрәкәттәр яһап, бөтә булмышы менән берсә ғашиҡ булыуҙы, берсә хатаһына үкенеүҙе, атаһының мәкерле кеше булыуына нәфрәтләнеү кисер­ҙе, әсәһенең яҙмышына әрнеүҙе, Зөһрәгә ҡарата тойғоларының селпәрәмә килеүен ул ҙур оҫталыҡ менән һынландырҙы.
Спектаклдең ғүмерле булыуына шик юҡ. Рәссам Альберт Несте­ровтың эше, композитор Юлай Үҙәнбаевтың көй-моңдары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Тамаша һуңында быйыл үҙенең 90 йәшен билдәләүсе халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Вилдан улы Асанбаевты сәхнәгә саҡырып ҡотлап, бик оҙаҡ ҡул саптылар. Ә сәхнәгә күтәрелгән мәҙәниәт министры Асҡар Абдра­заҡов театрҙы яңы эше менән ихлас ҡотланы һәм Риза Мәһәҙиевҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдең билдәһен тапшырҙы.
Театр йәшәй һәм ижад итә. Ул үҙенең был яңы спектакле менән ошо хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ғәҙәттә, бүтән ҡалаларҙан, бигерәк тә сит илдәрҙән ҡунаҡтар, туристар килһә, иң беренсе, был ҡалала театр бармы, тип һорайҙар. Әгәр ҙә театр булһа, ҡаланың мәҙәнилеге, халҡының нәфислеккә ынтылыусан булыуы аңлашыла. Эйе, Салауат ҡалаһында ла театр бар. Ләкин ҡунаҡтарға күрһәтерлек театр бинаһы юҡ. Хәҙерге бөтөнләй матур биҙәлеш алған торлаҡ йорттар, гүзәл офистар фонында Салауат башҡорт театры бинаһы Хрущев заманындағы йортто хәтерләтә. Ә бит Салауат милли ҡаһарманыбыҙ исемен йөрөткән башҡорт ҡалаһы булып тора. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, күршеләре Стәрлетамаҡта театрҙар мәшһүр һарайҙарҙа урынлашҡан, ә ни өсөн Салауат ҡалаһы ошо көнгә ҡалды әле? Был күренеш күңелемде айырыуса борсой. Сөнки был театрҙа халыҡ йыры легендаларына нигеҙләнеп яҙылған “Ашҡаҙар”, экология проблемаларына арналған “Китмә, Рөстәм”, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләгән “Йәшлегем тирәктәре” драмалары, “Һипкелле ҡыҙ” комедияһы буйынса спектаклдәр ҡуйылды. Театр бөтәһе алты пьесама йән өрҙө. Уны “минең академтеатрым” тип йөрөтәм. Ә бөгөн был театр бинаһы замана талаптарын да, театр коллективының ижади масштабын да ҡәнәғәтләндерә алмай.
Спектаклдән һуң театр етәкселәре Наилә Сәфәрғолова, баш режиссер Олег Ханов, актерҙар министрға бик күп һорау бирҙе һәм үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе. Хөрмәтле министрыбыҙ был проблемалар буйынса пландар булыуы тураһында әйтте һәм мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Иншалла, теләктәрҙең ҡабул булыуына ышанғы килә.

Кәбир АҠБАШЕВ,
драматург.

Сығыу ваҡыты 10-05-2011, 11:15 | Ҡаранылар: 2057
|
  • Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша
  • Стәрлеләрҙең һәр тамашаһы сағыу
  • Ижади миҙгел табыштарға бай булды
  • “Борон-борон заманда…”
  • Алтын тауҙар Сейәле тауҙан артыҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM