НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…

Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…


Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән Эске эштәр ветерандары көнө БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан ҙурлап билдәләнде: Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында «Батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ һәм Намыҫ» тип аталған милиция балы ойошторолдо. Сараға Эске эштәр министрлығы ветерандары менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселәре, республиканың көс структуралары етәкселәре, Төньяҡ Рейн ере – Вестфалияның Эске эштәр министрлығы белгестәре делегацияһы ағзалары саҡырылғайны. Балға килеүселәрҙе тәбрикләп, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин: «Бөгөн беҙ матур традицияға нигеҙ һалабыҙ. Был сара быуындар күсәгилешлелеген һаҡлау, офицер традицияларын дауам итеү маҡсатын күҙ уңында тота», – тип сараның маҡсатын билдәләп, унда йыйылыусыларға яҡшы байрам кәйефе теләне һәм иң әүҙем ветерандар ойошмаларына, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Өфө юридик институты курсанттарына, Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар тапшырҙы.
Ниндәй бал бейеүҙәрһеҙ булһын инде?! Парад формаларындағы егеттәр менән сәскә кеүек ҡыҙҙар­ҙың (бөтөнөһө 64 пар ине) полонез, полька, фигуралы вальс, байрам вальсы бейеүҙәре сағыу бер тамашаға әүерелде. Байрамға килеүселәр тәүгә яңғыраған милиция вальсында ла бергәләп әйләнде. Хоҡуҡ һаҡсыларын йырсылар ҙа ҡотларға онотманы.
З. ХӘСӘНОВА .

Сығыу ваҡыты 23-04-2011, 13:23 | Ҡаранылар: 1862
|
  • Береһе лә эшһеҙ ҡалмаясаҡ
  • Республиканың Эске эштәр министрлығы – яҡшы иҫәптә
  • Милиция һаулыҡ һағында
  • һуңғы тапҡыр байрам итте... милиция
  • Башҡортостан милицияһына – 30 машина
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM