RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылда ла кино төшөрәләр

12.04.2011 Ауылда ла кино төшөрәләр

йәки «Алмабикә» фильмы мөхәббәт тураһында ғына түгел
Ауылда ла кино төшөрәләр«Ысын кино төшөргәндәрме?» – тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Әбйәлил районының Байым ауылында былтыр йәмле йәй айҙарында, бар халыҡты ғәжәпләндереп, «Алмабикә» исемле кинофильм төшөрөлөүе хаҡында «Йәшлек» гәзите яҙғайны инде. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Фильмдың сюжеты ҡатмарлы түгел. Ул ауылға эшкә килгән йәш уҡытыу­сы Дилбәр Вәғизовна хаҡында. ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам, тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Нәғимйән улы аҙаҡ мөғәллимәгә башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла.
«Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильм­дың «Алмабикә» тип аталыуын тамашасы аңлар», – ти Айгиз Ғабдуллин. Төп ролде – Дилбәрҙе – Азалия Ялмыр­ҙина, Илһамды Стәр­летамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актер­ҙар, кастинг үтеп, һайлап алына.
Әйткәндәй, ошо көндәр­ҙә, йәғни 15 апрелдә, киске сәғәт 7-лә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Алмабикә» кинокартинаһының премьераһы була. Фильм тулыһынса әҙер булғас, режиссеры Айгиз Ғаб­дуллин уны Башҡортостан юлдаш телеканалына тәҡдим итмәксе. Тиҙҙән «зәңгәр экран»дан ауыл ерендә төшөрөлгән «Алмабикә» фильмы күрһәтел­һә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, уны ҡарарға тырышығыҙ.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы