НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Йәшлегемә ҡайтам әле!»

«Йәшлегемә ҡайтам әле!»


«Яҙ, яҙ, яҙ килә! Ергә мөхәббәт килә!» Яҙ еткән һайын Рөстәм Ғиззәтуллин башҡар­ған йырҙың һүҙҙәре иҫкә төшә һәм күңел шатлыҡҡа төрөнә. Рөстәм Ғиззәтуллин – республикабыҙҙа иң популяр йырсыларҙың береһе. Уның йыр­ҙары радио тулҡындары аша, дискотекаларҙа яңғырай. Концертта­рында иһә йәштәр түҙеп ултыра алмай, бейергә төшөп китә.
20 мартта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында яратҡан йырсыбыҙ баш ҡала тамашасыларын тағы ла үҙенең дәртле йырҙары менән һөйөндөрмәксе. Тамашасылар яратып өлгөргән йырҙарынан тыш, унда өр-яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Рөстәм Ғиззәтуллиндың репертуарындағы йырҙың һүҙҙәре менән «Йәшлегемә ҡайтам әле» тип атала концерт программаһы. Унда Айҙар Хәмзин, Салауат Әйүпов, Руслан Зөлҡәрнәев кеүек һәләтле йырсыларҙың да ҡатнашыуы көтөлә.
Рөстәм Ғиззәтуллиндың һәр тамашаһы – үҙе бер шоу. Был юлы ла тамашасыларҙы төрлө отоштар һәм бүләктәр көтә. Үҙенең концертына ул балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен дә саҡырған. Ҡыҫҡаһы, күңелле, дәртле ял көтә һеҙҙе, дуҫтар.
С. НИЯЗОВА.

Сығыу ваҡыты 19-03-2011, 17:25 | Ҡаранылар: 2043
|
  • Йырсылар тормошонан
  • «Гәлсәрҙәр» концертҡа саҡыра
  • Беҙ йырлаған йырҙар
  • «Береһе тәпәш, береһе йәп-йәш...»
  • Балаларҙы күңелле Яңы йыл тамашаһы көтә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM