RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хуш килдегеҙ, мордва туғандар!

12.03.2011 Хуш килдегеҙ, мордва туғандар!

Хуш килдегеҙ, мордва туғандар!Сараны уҙғарыу өсөн беҙгә Мордовиянан рәсми делегация килде. Уның составында Мордва Республикаһы Хөкү­мәте рәйесе урынбаҫары – мәҙәниәт министры Петр Тултаев, милли сәйәсәт министры Александр Лузгин, уның урынбаҫары Александр Карьгин, фин-уғыр халыҡтарының Волга буйы мәҙәни үҙәгенең башҡарыусы директоры Юрий Мишанин, Мордовия­ның берләштерелгән республика крайҙы өйрәнеү музейы директоры Павел Калигин һәм матбуғат баҫмалары етәкселәре бар ине. Рәсәй төбәктәрендә Мордовия көндәрен уҙғарыу былтыр, йәғни 2010 йылда башланған. Саранск делегациялары илдең 20 субъектында булған. Быйылғы сәфәрҙә милли төбәктәр араһынан Башҡортостан тәүгеһе.
Мордва Республикаһы көндәре сигендә Конгресс-холда «Мордва халҡының мәҙәниәте – күп милләтле Рәсәй ҡаҙанышы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Ошо уҡ бинала мордва оҫталарының ҡул эштәре, китаптар күргәҙмәһе эшләне.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, Башҡор­тостанда республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡтар­ҙың милли-мәҙәни үҫеше аспекттарын көйләүсе тейешле ҡануниәт булдырылған. Был юҫыҡта «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһын атап китмәү мөмкин түгел. Программаға, әлбиттә, мордва халҡының фольклорын, мәҙәниәтен, телен һаҡлау йүнәлештәре лә индерелгән. Был хаҡта БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов та ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Башҡортостан менән Мордва Республикалары 1998 йылда гуманитар тармаҡта һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында Хөкүмәт-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне. Был документ Башҡортостан мордваларының тарихи төйәктәре менән бәйләнешен нығытыуға ла ҙур йоғонто яһай.
Мордва Республикаһы көндәренә арналған саралар исемлегендә ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарына алып барыу, унда мордва милләте өсөн эшләнгән эштәр менән таныштырыу ҙа күҙалланғайны. Делегация вәкилдәре сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды, Башҡортостан етәкселегенә мордваларға, ғөмүмән, һәр милләткә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Әйткәндәй
Башҡортостанда 26 меңдән ашыу мордва бар. Диаспора, башлыса, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Шишмә райондарында көн итә. Был милләт балалары туған телен белһен өсөн республикала күп эш эшләнә – 13 мәктәптә мордва теле уҡытыла, 442 уҡыусы телде предмет булараҡ өйрәнә, 11 мордва теле һәм әҙәбиәте кабинеты булдырылған. Стәрлетамаҡ педагогия колледжында башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн белгестәр әҙерләнә. Мордва телен өйрәнеүсе балаларҙың төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, тәүге урындарға лайыҡ булыуын да өҫтәһәк, киләсәктә республикабыҙҙа йәшәүсе һәр йәш мордваның үҙ телен камил беләсәгенә шик юҡ.
А. ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы