RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе

20.10.2018 «Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе

«Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе
Интернет киңлектәрендә «Bashkort 2.0» проектын башлап ебәреүсе Эльвира Моталова сығышы менән Баймаҡ районынан. Ул бөгөн Санкт -Петербургта юрист булып уңышлы эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ баш ҡалалағы «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы учредителе һәм рәйес урынбаҫары.

2014 йылдан, «Bashkort 2.0» проекты асылғандан алып, Башҡортостанда ғына түгел, ә Австралия, Бразилия, АҠШ, Мексика, Уганда, Германия, Чехия, Ҡытай һәм башҡа илдәр­ҙә, Мәскәү, Санкт-Пе­тербург һәм Рәсәйҙең башҡа мегаполистарында йәшәүсе башҡорт егет-ҡыҙҙары тура­һында йөҙгә яҡын әңгәмә баҫылған. Сағыу, талантлы башҡорт йәштәренең төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙаныуы хаҡындағы мәҡәләләр беҙҙең гәзиттә лә донъя күрҙе. Бөгөн улар тупланып, йыйынтыҡ булып сыҡты.
– Китап уҡырға яратҡанға күрә барлыҡ жанрҙағы мәҡәләләр менән танышып сыҡтым. Тора-бара интервью жанры менән ҡыҙыҡһынып киттем. Әлегә ҙур шәхес булмаған, ә үҙ маҡсатына табан тырышып юл ярған йәштәр менән аңлайышлы, мәғәнәле һәм заманса интервью эшләү идеяһы башҡа килде, – тип һөйләй проект авторы Эльвира Моталова.
Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, грамматик яҡтан белемле ҡыҙ өсөн мәҡәлә яҙыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Сифатлы белем алған, бөтә донъяға билдәле уҡыу йортонда уҡыған һәм стажировка үткән, йә­мәғәт эштәрендә ҡатнашҡан, үҙ ижады менән шөғөлләнгән, карьера буйынса үҫкән, абруйлы компанияларҙа юғары ва­зифа биләгән йәштәр тура­һында материалдар алтынға торошло. Ысынлап та, интервью үҙ-үҙеңде үҫтереү өсөн ялҡаулыҡты һәм төшөнкөлөктө еңергә этәргес көс бирә. Ҡайҙа беҙҙең айыҡ, аҡыллы һәм көслө йәштәр, тип баш сайҡай ҡайһы берәүҙәр. Аллаға шөкөр, бар ундайҙар, йәп-йәш көйөнсә миллионер булып киткән башҡорттар ҙа бар. Дәртле, даланлы йәштәр тураһында уҡып, башҡалар өлгө алһын, тигән маҡсат ҡуя Эльвира. Бөгөн Гүзәлиә Тулы­баева, Фатима Янбаева, Фаягөл Юнысова, Азат Бик­булатов, Марина Бикбова, Айзилә Хәмитова, Ләйсән Ғилманова, Мәрйәм Вилда­нова, Әлиә һәм Гөлфирә Исхаҡоваларҙан торған авторҙар төркөмө ге­рой­ҙарға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә.
Кемдер, тегене йәки быны яҙығыҙ, тип тәҡдим итә. Үҙен яҙыуҙы һо­раусылар ҙа бар. Берәүҙәр хатта аҡса тү­ләп, үҙ­ҙәрен по­пуляр проектта күрергә теләй. Тик бындай пиар ярат­ҡан герой­ҙар­ҙан баш тарталар. Проект авторҙары әйтеүенсә, улар үҙҙәрен ил­һам­ландырған лайыҡлы кешеләр тураһында ғына яҙа.
Сит илдә уңыш ҡаҙанған һәм юғары квалификациялы белгес, ғалим йәки эшҡыуар булып киткән милләттәштәребеҙҙең нисек итеп үҙ-үҙеңде табыу буйынса кәңәштәре, тормош фәлсәфәһе, минеңсә, төрлө йәштәгеләр өсөн дә фәһемле. Донъя практикаһында билдәле булыуынса, һәр миллионер, уңыш һәм байлыҡ сере китап аша асыла, ти. Йәғни, хеҙмәт графигы ни тиклем көсөргәнешле булмаһын, аҡыллы китаптар уҡырға ваҡыт табырға кәрәк.
Э. Моталова, мәктәп китапханаларында «Bashkort 2.0» китабы мотлаҡ булырға те­йеш, тип иҫәпләй. Һис шикһеҙ, ул маҡсатлы үҫмерҙәрҙең әсбабына әйләнәсәк.
15 октябрҙә «Президент Отель» ҡунаҡханаһында китаптың исем туйы ойошторола. Программала әңгәмә геройҙарының сығышы, уларға «Bashkort 2.0» премияһын тапшырыу тантанаһы көтөлә. Шулай уҡ проект партнеры Төркиә һауа юлдары компанияһынан «Өфө – Истанбул – Өфө» йүнәлешенә билеттар һәм китап уйнатыласаҡ. Сара киске сәғәт етелә башлана.

Лилиә ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы