RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мин – ер кешеһе, ауыл малайы!”

14.09.2018 “Мин – ер кешеһе, ауыл малайы!”

“Мин – ер кешеһе,  ауыл малайы!”
йәки Халыҡ артисы ни өсөн һунарға йөрөмәй?

Был юлы рубрика исеме есеменә бер аҙ тура килмәне, әлбиттә. Әңгәмәләшкән шәхес редакцияға түгел, ә киреһенсә, беҙ уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәүсе билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим ИЛЬЯСОВ ҡатыны Әнисә ханым менән ихлас күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Сәскәләргә күмелгән ишек алдында, буҙа, ҡымыҙ тәмләй-тәмләй ижад тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ғәзим ағай, йәй миҙгеле ниндәй ғәмәлдәр менән үтеп китте? Гастролдәргә йөрөнөгөҙме?

– Артыҡ йөрөмәнем, концерттар ҙа һирәк булды. Быйыл, Аллаға шөкөр, дүртенсе йыл рәттән ураҙа тоттом. Күптән түгел матур итеп Ҡорбан ғәйетен үткәреп ебәрҙек. Киләсәктә хажға барырға ла ниәт итәбеҙ. Ҡатыным Әнисә биш йыл инде диндә, намаҙ уҡый, яйлап мине лә әйҙәй. Йәмле йәйҙәрҙе иҫән-һау үткәреп, көҙгә – әүҙем миҙгелгә аяҡ баҫтыҡ. Ныҡлап ижад­ҡа тотонор мәл етте.
– Халыҡ араһында: “Ислам дине йырҙы, сәхнәлә сығыш яһауҙы тыя”, – тигән ҡараш йәшәй...
– Ул турала күп кенә дин әһеле менән әңгәмә ҡорғаным бар. Ҡәтғи тыйыу юҡ. Нурмөхәмәт хәҙрәт шәхсән үҙе концерттарыма йөрөй. Йыртыҡ, килешһеҙ кейем кейеп, туҙға яҙмаған йырҙар менән сығыш яһау ярамай, әлбиттә. Әммә Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән моңдоң бәҫен төшөрмәй генә, әҙәпле һәм матур итеп сығыш яһау тыйылмай.
– Өфөнән 300 саҡрым ситтә йәшәү ижадҡа ҡамасау түгелме? Күптәр шул “ҡаҙанда” ҡайнар өсөн баш ҡалала төпләнергә тырыша.
– Йәштән ҡалаға өйрәнмәгәс, хәҙер ерһенә алмам инде. Өфөлә өс көн булһам, ҡасыу яғын ҡарайым. Иркенләп, ҡара ерҙән атлап, ағас йортта йәшәп өйрәнгәнмен. Юлда йөрөргә яратам, концерт­тарға саҡырыу булһа, иренмәйем, сығып китәм. Йортомда барлыҡ уңайлылыҡ булдырылған, ижад итергә, бәйләнештә булырға интернет эшләп тора. Инфраструктура үҫешкән, ауыл матур, эшләргә мөмкинлек бар. Экология таҙа, һыу тәмле. Ер кешеһе мин, ауыл балаһы.
– Атай-әсәйегеҙ ҙә ябай кешеләр булған...
– Эйе, атайым йыл ярым элек баҡый донъяға күсте. Әсәйем, Аллаға шөкөр, иҫән, Үрге Һаҙ ауылында йәшәй, 90-ды ҡыуалай. Икеһе лә ябай колхозсы булды, бер эштән дә баш тартманылар. Беҙҙе лә хеҙмәт менән тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әсәйем матур йырлай, йәш саҡта уға етеүсе булмағандыр. Халыҡ йырҙарын йырларға унан өйрәндем. Кис еткәнен көтөп ала торғайным. Йорт эштәре бөткәс, ул ҡул эшен ала ла, әкрен генә йырлай, мин тәүҙә шым ғына тыңлайым да, аҙаҡтан ҡушыла башлайым. Матур йырлаһа ла, сәхнәгә сыҡманы, халыҡ араһында сығыш яһарға ояла ине.
– Ә аңлы рәүештә ҡасан сәхнәгә сыҡтығыҙ?
– Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы үткәрелеүе тураһында ишетеп, район мәҙәниәт бүлегенә килдем. Тап шул көндө генә иртәнсәк РТП-ға шофер булып эшкә урынлашҡайным. Мәҙәниәт йортонда йырлатып ҡаранылар ҙа, үҙҙәрендә эш тәҡдим иттеләр. Бөгөн генә эшкә урынлашҡайным тиеүемә: “Машина аҫтында ятҡансы, сәхнәлә йөрө”, – тип шаярттылар. Риза булдым һәм шул көндән алып сәхнәләмен. Район мәҙәниәт йортонда ла 25 йылға яҡын хеҙмәт иттем.
– Конкурста ҡатнаштығыҙмы һуң?
– Эйе. Конкурс алдынан ғына аяғыма операция яһатырға тура килгәйне, ҡултыҡ таяғында сығыш яһаным. Жюриҙа ултырған сәнғәт әһелдәре урындарҙы үҙ уҡыусыларына бирҙерткән икән, мин дипломант ҡына булдым. Йәш саҡ, быға әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Әммә Мәүлитбай ағай Ғәйнетдинов тамаша залында ултырған булған, бүләктәр тапшырылғас баҫты ла, “Ғәҙел түгел, анау аҡһаҡ егет еңеүсе булырға тейеш ине!”– тип ҡысҡырҙы. Бөтә тамашасы хуплап ҡул сапты. Минең өсөн иң оло баһа шул булғандыр.
– Бындай ғәҙелһеҙлектәр тағы ла булдымы?
– 2007 йылда Туймазыла үткән “Оҙон көй” конкурсында ла еңеүсе итмәнеләр. Улай ғына түгел, гала-концертта минең юғары кимәлде күрһәтмәҫ өсөн таҡмаҡ йырлатырға ҡушылды. Был юлы инде ҡәтғи булдым, бер аҙ характерымды ла күрһәттем. “Оҙон көй”гә килеп, таҡмаҡ йырлап тормайым!” – тип, сығыш яһауҙан баш тартып, репетиция залынан сығып киттем. Ул саҡтағы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова әйткәс кенә халыҡ йырын йырларға рөхсәт бирелде.
Нефтекама ҡалаһында үткән “Дуҫлыҡ йыры” бәйгеһендә лә жюри ағзалары миңә гран-при буласағын хәбәр иткәйне, тик икенсе көндө, йомғаҡлау концертында Татарстан йырсыһы менән бүлеп, беренсе урын тапшырылды. Ул саҡта асыу килә ине, хәҙерге күҙлектән ҡарайым да, был көлкө күренә.
– 20 йылға яҡын эшләгәндән һуң һеҙ эштән китеп, тик шәхси концерттар менән генә булышаһығыҙ. Ауырлыҡтар булдымы?
– Һәр эштең күңелһеҙлектәре, ауырлыҡтары була. Район мәҙәниәт йорто менән бәйләнеш өҙөлмәне, байрам сараларында, концерттар­ҙа йыш ҡына сығыш яһайым. Гастролдәргә сығыу өсөн йыш ҡына эштән һорай башлағас, китергә ҡарар иттем. Ҡатынымдың ярҙамы менән 2004 йылда шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдек тә, бригада төҙөп, концерттар ҡуя башланыҡ. Ҡатыным костюмер ҙа, хисапсы ла, администратор ҙа, ашнаҡсы ла булып китә. Иң яҡын кәңәшсем дә ул. Башҡортостанды арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡтым. Себер яҡтарында йәшәгән яҡташтар менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Ике тапҡыр ул төбәктә гастролдәр ойошторҙом. Һуңғы йылдарҙа батырсылыҡ итмәй торам, сөнки ойоштороу мәшәҡәттәре күп. Юл да арыу ғына, сығымдар ҙа күп китә. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында ла концерт ҡуйҙым.
Ижад килем килтермәй, тигәнде йыш ишетәм...
– Килемде уйлап ҡына өйҙә ятып булмай. Килем килһә лә, уны ижадты үҫтереү өсөн тотонабыҙ. Музыка ҡоралдары алдым, яңы йырҙарға тотонам. Үткән йылдарҙа Яҡут ауылында, Йомағужа һыуһаҡлағысында ял итеүселәр өсөн концерт ҡуя торғайныҡ, быйыл Тәүәкәндә лә шундай урын эшләттем. Ауыл матур, ял итер, танышыр урындар етерлек. Хыялым – туризмды үҫтереү. Асыҡ һауалағы был майҙансыҡты эшләтеү яҡынса 500 мең һумға төштө. Быйылға өс концерт ҡына ҡуйып өлгөрҙөк, ял итеү миҙгеле бөттө. Киләсәктә шул эште дауам итергә ине.
– Һеҙ Муса ағай Смаковтың йырҙары менән киң танылыу яуланығыҙ һәм үҙегеҙ менән бергә Мәләүез районында йәшәүсе ижадсыны ла билдәле иттегеҙ. Ижади дуҫлығығыҙ ҡасан башланды?
– Яңы йыл тапшырыуына төшөргә саҡырыу алдым. Ойош­тороусылар яңы йыр менән килергә тигән шарт ҡуйғайны. Йыр эҙләгән саҡта Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе Харрас Байғазин Муса ағай Смаков тураһында әйтте. Шул көндө үк барып, танышып, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ”, “Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы” йырҙарын алдым. Эфирға сығыу менән улар хитҡа әүерелде. Был ваҡиға 2000 йылда булды. Хәҙер инде Муса ағай яңы йырҙарын иң тәүҙә миңә тыңлата. “Кеше бәхет”ен ете йырсы йырлай. Әммә береһе лә һиңә еткерә алмай!”– тип маҡтап та ебәрә. Беренсе йырсы күңелгә һеңеп ҡала бит ул. Ысынлап та, мин уны ижадсы булараҡ та, көслө рухлы кеше булараҡ та хөрмәт итәм, яратам.
– Шундай ауыл таланттарының йырҙарын тағы ла сәхнәгә сығар­ҙығыҙмы?
– Илшат Байғазиндың “Көт, йондоҙом”, “Һағыныу” тигән ике йырын башҡарам. Яңыраҡ ҡына Салауат ағай Сыңғыҙовтың яңы йырҙарын алдым, оҙаҡламай тамашасы хөкөмөнә сығасаҡ. Был ижадсылар беҙҙең райондан, икеһе лә Хоҙайбирҙин ауылында йәшәй.
– Һеҙҙе Татарстандың элекке Президенты Миңтимер Шәймиев үҙенең юбилейына саҡырған, тиҙәр...
– Ҡунаҡ итеп түгел, сығыш яһарға саҡырҙы. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғайным, ул “Афарин!”– тип ҡат-ҡат ҡысҡырҙы. Ҡайтырға йы­йынғайным инде, ҡабат йырлауымды һораны. Һый-хөрмәт күрһәтеп оҙаттылар. Уның ябайлығына, ихласлығына һоҡландым. Фәрит Мырҙагилде улы Мусин уға бүләккә башҡорт милли кейеме менән ҡурай, ҡатыны Сәкинә апайға дебет шәл ебәргәйне. Аҙаҡ ул шәхсән шылтыратып, рәхмәт әйткән.
Хәҙер, бер кемгә лә сер түгел, артистарҙың күбеһе тамада булып аҡса эшләй. Һеҙ шулай табындар алып бараһығыҙмы?
– Юҡ, был минең өсөн түгел. Иҫерек кешеләр алдында сығыш яһап, йырҙың бәҫен төшөргөм килмәй. Артығыраҡ «тейәгән» ҡунаҡтар килеп ҡосаҡлап, фотоға төшәйек, тип аптырата башлай. Әлбиттә, дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡунағында тәбрикләп, бер нисә йыр йырлайым. Артистарҙың тамадалығы һуңғы ваҡытта сәхнәгә лә сыға башланы бит: йыш ҡына концерттар табын кеүек үтә.
– Үҙегеҙ кемдең йырлағанын яратып тыңлайһығыҙ?
– Иң яратҡан йырсым – Рамаҙан Йәнбәков. Уны тыңлап үҫтем, һаман да тыңлайым. Концерт менән килгәндә, беҙгә фатирға төшә торғайны. “Егет кенә булһаң”, “Тәфтиләү” кеүек йырҙарҙы тап унан өйрәндем. Ул тура һүҙле, талапсан кеше ине. Миңә ҡарата бер генә лә тәнҡит һүҙе әйтмәне. Шуға күрә өмөтлө кешемендер, тип үҙемде йыуатам[/b] (көлә – авт.). Миңә күберәк халыҡ ижады, лирик йырҙар, ретро-хиттар яҡын. Ә уларға һуңғы ваҡытта иғтибар кәмей. Концерттарҙа баянға ғына ҡушылып йырлаһам, тамашасылар араһында йәнлелек һиҙелә, ҡул сабыуҙар ҙа икенсе. Эстрадала яңғыраған шаҡы-шоҡо йырҙар тамашасының зауығын боҙа бит ул.
[b]– Һеҙҙең концерттарҙа йыш ҡына йәш йырсылар ҙа ҡатнаша. Бөгөнгө эстрадаға ҡарашығыҙ нисек? Элвин Грейҙы тыңлайһығыҙмы?

– Кеше үҙенең таланты, тырышлығы менән шундай уңыштарға, халыҡ һөйөүенә ирешкән икән, афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Күптәргә өлгө булырлыҡ ижадсы. Йәштәр йәштәрсә ҡылана, беҙ – үҙебеҙсә. Уның ижадына ғашиҡмын, тип әйтә алмайым, әммә оҡшаған йырҙары бар.
Ҡайһы бер йәштәрҙең нимәһе оҡшамай: 2 – 3 йыр менән сәхнәгә сыға ла, үҙҙәрен “йондоҙ” итеп тоя башлай. Аппаратура ташыуҙы ла кәмселек тип һанауҙары бар. “Ергә төшөгөҙ, күктә йондоҙҙар былай ҙа күп!”– тип әрләп алам ундайҙарҙы. Артыҡ маһайғандар менән артабан эшләмәйем. Мин ябай ауыл малайымын, тип әйттем бит инде, ундай маһайыуҙы аңламайым, ҡабул итә алмайым.
– Сәхнәгә сыҡҡас, йырҙың һүҙҙәрен онотҡанығыҙ булдымы?
– Булғылай. Мин үҙ ғүмеремдә бик күп операция эшләттем. Ә наркоз хәтер өсөн ныҡ зарарлы. Уның зыянын бына йылдар үткәс, нығыраҡ тоям. Нимәһе ҡыҙыҡ: халыҡ йыры онотолмай. Мәҫәлән, “Уйыл”ды ете йыл йырлағаным юҡ ине, әммә шунда уҡ һүҙҙәре лә, көйө лә иҫкә төштө.
– Әүҙем ял тигән төшөнсә һеҙгә тап киләме? Ир-егеттәр, ғәҙәттә, урман ҡыҙырыуҙы, йылға буйында балыҡ тотоуҙы өҫтөн күрә...
– Һунарға, балыҡҡа йөрөргә яратмайым. Мылтығым да бар, әммә йәнлектәрҙең йәнен ҡыйғым килмәй. Аллаға шөкөр, ас ултырмайбыҙ, өҫтәл тулы ризыҡ. Һарыҡ, һыйыр, йылҡы итенән йыл буйы өҙөлмәйбеҙ.
Өйҙә рәхәтләнеп ял итәм. Ейән-ейәнсәрҙәр менән уйнап алам. Дуҫтар, туғандар менән аралашам.
– Һеҙ бәхетле кешеме?
– Аллаға шөкөр, бәхетлемен. Ғаиләм, илем имен, аңлап торған ҡатыным бар, балалар, ейәндәр үҫә. Йортом имен, Хоҙай таланттан, һаулыҡтан мәхрүм итмәгән. Ир-ат өсөн шунан да ҙур бәхет бармы?!
– Бына ошо бәхеттә, һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар йырларға насип булһын һеҙгә! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы