RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...»

09.09.2018 «Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...»

«Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...»
9 сентябрь – Бөтә донъя матурлыҡ көнө

Матурлыҡ төшөнсәһе башлыса ҡатын-ҡыҙ менән бәйле. Тәбиғәт тарафынан һәр гүзәл затҡа ниндәйҙер кимәлдә һылыулыҡ, сибәрлек бирелгән. Бөгөн, заманса технологиялар алға киткән мәлдә, матурлыҡты арттырыу өсөн бөтә мөмкинлек тә бар. Махсус магазиндарҙа косметика тулып ята, матурлыҡ салондары аҙым һайын, килешле кейем тәҡдим иткән дизайнерҙар тылсым эйәләре кеүек: йыуандарҙы – һомғол, бәләкәй буйлыларҙы оҙон итеп күрһәтә ала.
Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләкте һаҡлау, көсәйтеү өсөн беҙҙең тарафтан да ниндәйҙер ғәмәлдәр кәрәк.
Бөгөн үҙҙәренең матур булыу серҙәре менән бер төркөм билдәле ҡатын-ҡыҙ бүлешә.

1) Гүзәл СИТДИҠОВА, “Юлдаш” радиоһы журналисы:

– Мин бер шәп фекер менән килешәм: ҡатын-ҡыҙ 35 йәшенә матур булырға өйрәнмәгән икән, ул йә ахмаҡ, йә ялҡау. Заманында Коко Шанель «ахмаҡ ҡына» тигәненә баҫым яһаһа, бөгөнгөләр «ялҡау»ын да өҫтәй. Беҙҙең матур, һомғол булыуыбыҙ ир-егеттәр өсөн түгел, үҙебеҙҙең һаулыҡ өсөн кәрәк. Үҙеңде ҡарамай, интернетта матур ҡыҙҙарҙы ҡарап һоҡланған ирең ҡарауыллаймы әллә был ваҡытта гимнастика эшләйме – һәр кемдең үҙ һайлауы. Фотоға фотошоп эшләп була, ә тән сәләмәтлеге – бары тик беҙҙең ҡулда.
Мин биш йәштән спортта. Бала саҡтан йүгереү, шпагат, мостик төшөүҙәр, турник, еңел атлетика, брейк бейеү, баскетбол менән шөғөлләндем. Бер нисә йыл элек иртәнге сәғәт 5-тән тороп, бутҡа ашап, контраслы душ инеп, эшкә тиклем ике сәғәт йәйәү йөрөй инем. Һуңғы йылдарҙа режим тағы ла көсәйҙе: көн дә иртәнге сәғәт 7-нән тренажер залы, аҙнаһына ике тапҡыр бассейн. Инде ун йыл көнөнә ике тапҡыр контраслы душта ҡойоноп, көн аша берәр сәғәт физик күнегеүҙәр эшләйем. Дөрөҫ туҡланыу мотлаҡ, тик бер ҡасан да шоколадтан һәм инәйемдең еләк бәлешенән баш тартмайым. Йәйге ялда кисен велосипедта сығып китеүемә ҡарап, күршеләр сәғәтте билдәләй. Киске 8-ҙә ҡуҙғалам да ике сәғәттән ҡайтам.
Минең йәштә мунсала оҙаҡ ултырырға ярамай. Һыуытҡыстағы ҡаймаҡ һәм балды бутап битемә битлек ябам. Сәсемде “Чистая линия” шампуны менән йыуам да артынан ҡиммәтле яҡшы битлек һөртәм. Дегет һабынына йылдар буйы хыянат итмәйем. Миңә килешә: тирем шыма, таҙа. Ҡатын-ҡыҙҙың аҡылы бар икән, ул һәр саҡ матур буласаҡ.

2) Зилиә ХӘЛИЛОВА-СИТДИҠОВА, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы:
– Миңә әлеге ваҡытта 28 йәш, әммә күптәр 19 ғына бирә. Бының сере ябай: бик һуң биҙәнә башланым. Әсәйем мәктәптә уҡыған ваҡытымда уҡ: “Тиҙ ҡартайғың килмәһә, битеңде һаҡла”, – тип кәңәш биргәйне, шуны тотам. Биҙәнмәү генә түгел, төрлө крем, битлек менән дә артыҡ булышмайым. Сәхнәгә сыҡҡанда инде грим аҫтына мотлаҡ балалар кремы һөртәм. Йыуынғас та, йомшаҡ таҫтамал менән һаҡ ҡына һөртөнәм. Ышанаһығыҙмы-юҡмы – бөгөнгө көнгә тиклем матурлыҡ салонында бөтөнләй булғаным юҡ.
Тағы ла мунса яратам. Тәнемә бал һөртөп тирләйем, сабынып алғас, битемде һалҡын һыу менән йыуам. Ашауҙы сикләмәйем, әммә ауылда етештерелгән таҙа ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм.
Матурлыҡҡа һәм һаулыҡҡа шулай уҡ сәләмәт йоҡо ла ҙур йоғонто яһай. Мотлаҡ көн һайын арыу бөткәнсе йоҡлап алырға кәрәк.

3) Айгөл ЙӘМИЛЕВА, шағирә, журналист:
– Махсус матур булам тип, биҙәнеүҙе иҫәпкә алмағанда, бер нәмә лә эшләмәйем. Хатта сәсем дә, йәшлек иҫәрлегенә барып, ҡып-ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған­ға тиклем, үҙенән-үҙе бөҙрә ине. Аҙаҡ бөҙрәләр, үпкәләгәндәй, юҡҡа сыҡты. Битемә бер ҡасан да һытҡылар сығып ыҙалатманы, шуға күрә тональ кремдар­ҙы һирәк ҡулланам. Быларҙың барыһы ла гендарҙың яҡшылығынан киләлер.
Хәҙер керпек үҫтерергә әүәҫләнеп киттеләр. Бындай нәмәләр менән ҡыҙыҡһынмайым, кәрәклеген дә күрмәйем. Күңелемә тәбиғи матурлыҡ яҡын. Шулай ҙа теге йәки был сараға махсус визажистар биҙәндергәнен яратам. Әллә ни ҙә бер көҙгөнән күнегелгән йөҙ түгел, ә икенсе төрлө булып киткән һынымдың бағыуы оҡшай.

4) Айгөл ӘМИНЕВА, эстрада йырсыһы:
– Мин һәр ваҡыт, ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡарарға тейеш, тигән фекер менән килешеп йәшәйем. Әлбиттә, плас­тик операциялар, ҡиммәтле процедуралар кәрәкмәй, әммә матурлыҡты массаждар, битлектәр, төрлө күнегеүҙәр менән һаҡларға була. Бының өсөн күп аҡса ла, ваҡыт та кәрәкмәй, теләк кенә булһын. Мәҫәлән, битемде йәшәртеү өсөн арзанлы, әммә һөҙөмтәле битлек ҡулланам. Уның өсөн һоло онтағы менән балды бутарға кәрәк. Сәстәр ҙә айырым иғтибар талап итә. Оҙон булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы көн һайын йыуам. Ял көндәрендә дегәнәк майы һөртөп, тамырҙарын нығытам.
Һомғол булыуым, моғайын, ит ашамауҙандыр. Туҡланыу рационында уны балыҡ, бәшмәк, борсаҡ менән алмаштырҙым, күберәк йәшелсә менән туҡланам. Һыуҙы ла күп эсәм. Көн һайын мотлаҡ һигеҙ сәғәт йоҡлайым, киске сәғәт 10 – 11-ҙән дә ҡалмай ятырға кәрәк. Сәләмәт һәм татлы йоҡо тап шул мәлгә тура килә.
Ғөмүмән, матур булыу өсөн бәхетле булыу мотлаҡ. Тирә-яҡты яратһаң, кешеләрҙән көнләшмәһәң, ғәфү итә белһәң, бәхетлеһең. Тимәк матур йәшәргә була!

5) Зәлиә НУРЛЫ, Сибай филармонияһы солисы:
– Минең өсөн кешенең күңел матурлығы мөһимерәк. Насар кеше ни тиклем генә матур булмаһын, ытырғаныу тойғолары уятасаҡ. Шулай ҙа беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, матурлыҡҡа ынтылырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа хатта ир-егеттәр ҙә үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар бүлә.
Һаулыҡ һәм матурлыҡҡа битараф түгелмен. Сәхнәгә гел генә биҙәнеп сыҡҡас, башҡа ваҡытта йөҙөмдө ял иттерергә тырышам. Аҙна һайын битлек ябам, көн аша тиерлек зәйтүн майы һөртөп массаж эшләйем. Ауылға ҡайтһам, һары май ҡулланам, бал һөртөү ҙә файҙалы. Ҡул тиреһенә лә уны һөртәм. Сәс өсөн үлән төнәтмәләре шифа. Йәй буйы ромашка сәскәһен, кесерткән япрағын йыйып киптерәм дә, йыл әйләнәһенә сәсемде шул төнәтмәләр менән саям. Ҡына буяуын битлек булараҡ та, сәстең төҫөн асыҡландырыу өсөн дә ҡулланам.
Матурлыҡ өсөн дарыуханаларҙа һатылған витаминдар ҙа кәрәк. Тире матур һәм сәләмәт булһын өсөн кремдар ҡулланырға тәҡдим итәм. Йоҡонан торғас та күнекмә эшләп алһаң, кәйеф тә күтәрелә, тән дә еңеләйә. Машинала йыш йөрөргә тура килә. Шуға күрә хәҙер эшкә йәйәү йөрөүҙе матур ғәҙәт итеп алдым.

6) Альбина ФӘЙЗУЛЛИНА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мөхәррире:
– Һәр ҡатын-ҡыҙ ваҡытҡа бирешмәй, күркәм булып ҡалырға теләй. Үҙемде артыҡ әллә ниндәй тырышлыҡ һалам, тип әйтә алмайым. Махсус рәүештә спорт залдарына йөрөмәйем. Теләгем юҡлыҡтан түгел, ә ваҡыт етмәүҙән. Шулай ҙа бик күп йәйәү йөрөйөм. Хәҙер бит телефондар “аҡыллы”, аҙым­дар­ҙы һанап бара. Шул иҫәпләүҙәр буйынса, көн һайын 7 – 8 саҡрымлап юл үтәм.
Мунса яратам. Әлбиттә, тән тиреһе өсөн файҙалы булған төрлө скраб, крем, бал ҡулланып, сабынып инеүҙе хуп күрәм. Ҡышын йышыраҡ хамам мунсаһына йөрөйөм. Бындай процедуралар­ҙы һәр ҡатын-ҡыҙға тәҡдим итәм, сөнки тире йомшарып китә. Бит тиреһен таҙартыу өсөн көҙөн- ҡышын салонға пилингҡа барам. Ул битте үле күҙәнәктәрҙән таҙарта, ҡан йөрөшөн яҡшырта, шымарта. Тәбиғәттән һипкеллемен, шуға күрә һирәкләп уларҙы тоноҡландыра торған битлектәр ҙә яһатып алам. Сәстәр өсөн иң ябай, әммә бик файҙалы битлек – майонез, тип өйрәткәйне үҙем йөрөгән парикмахер. Йыуыр алдынан уны бер-ике сәғәткә һылап, урап торорға ла, аҙаҡ йылы һыу менән яҡшылап йыуырға. Махсус майҙарҙы ла хуп күрәм.

7) Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы:
– Мин иртәнсәк йыуыныу менән биҙәнеп алам. Сәнғәт кешеләре һәр ваҡыт тәрбиәле һәм матур булырға тейеш: концертта ла, ҡунаҡта ла, урамда ла. Хатта магазинға сыҡҡанда ла биҙәнеп, матур кейенеп сығырға, тигән талап ҡуйғанмын.
“Мatrix” фирмаһының косметикаһы сәс өсөн үтә лә файҙалы, бары тик шуны ғына ҡулланам. Ә “Чистая ли­ния”ның кремдары сифатлы, шулар­ҙы ғына алырға тырышам. Мунсала мотлаҡ ҡайын миндеге менән сабынам, тағы ла тәнемә бал менән аш содаһын бутап эшләгән битлекте һөртәм.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы