НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы

Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы


Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Ғүмерҙе моңло йырға тиңләһәләр, ә уның концерттарында булыу – үҙе бер ғүмер. Йәйҙең иң йәмле кисендә, 28 июлдә, Ришат Төхвәтуллиндың бына инде туғыҙынсы мәртәбә матур изге йолаға әйләнгән хәйриә концерты барыһын да хайран ҡалдырып, талантына һоҡландырып, юғары кимәлдә үтте. Ҡарамалы-Ғөбәйгә кескенәһенән башлап олоһона тиклем яҡынса ун меңдән ашыу халыҡ йыйылды.

Ундағы һәр бер үлән-ағас, ағас­тағы япраҡ та, күҙҙең яуын алырлыҡ хуш еҫле сәскәләр ҙә, мәтрүшкәләр ҙә, ҡоштар ҙа, хатта янда ғына ағып ятҡан саф һыулы Өсән йылғаһындағы балыҡтар ҙа Ришатҡа ҡушылып йырлап-бейене төҫлө! Талантлы, тырыш, моңло йырсының ижадташ дуҫтары – Гүзәл Уразова, Илдар Хә­кимов, Рифат Шәрәфетдинов, киләсәге өмөтлө, ижадта яңы идеялар менән янып йөрөүсе Илнур Рамазанов (продюсеры Риф Арыҫлан да килгәйне), Резеда Бүләкова, Октябрьский музыка колледжының йәш таланттары ла сығыш яһаны. Ришаттың Октябрьский колледжында уҡы­ған саҡта белем биргән остаздары уның, моңло һәм маһир йырсы булыуынан тыш, шәп ойоштороу­сы, бер ниндәй ҙә ҡара эштән ҡурҡып тормаусы шәхес булыуына һоҡланыуын белдерҙе.
Тамашасыларҙы иң беренсе сәхнә биҙәлеше хайран ҡал­дырҙы. Шулай булмай ни?! Бын­дай сәхнәне ҡайһы саҡ баш ҡала урамдарында ла күрмәҫһең. Ундағы ҙур, мөһабәт экран, заманса, яуым-төшөмгә сыҙамлы материалдан эшләнгән япмалар, тупһалар, сәхнәлә тик затлы йырсылар ғына сығыш яһаһын өсөн ҡулайлаштырылған музыкаль аппаратура, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, йәйғор нурҙарындай төрлө төҫтәге уттар, байрамса биҙәлгән тирмә, телеңде йоторлоҡ итеп яланда бешерелгән тәмле аш еҫе, ихлас тамашасыларҙың ай яҡтыһында балҡыған йөҙҙәре... Уйлап ҡараһаң, бының өсөн күпме көс, физик һәм рухи ныҡлыҡ, матди сығым талап ителгәнлеген Ришат һәм уның яҡын дуҫтары, яҡындары, командаһы, концерттарҙың директоры, ауылдаштары ғына беләлер. Бынан тыш, әллә күпме ойоштороу эшен дә башҡар­ған улар: артистарҙы ашатыу, ял иттереү, ситтән килгән сығыш яһаусыларға ҡунырға урын хәстәрләү, «Роспотребнадзор», һаҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү (улар бындай сарала мотлаҡ булырға тейеш, ҡанун шулай талап итә). Иң мөһиме, – тамашасылар өсөн оҙон-оҙон эскәмйәләр, Италия­лағы асыҡ һауалағы боронғо концерт за­лын хәтерләтеп, тау битләүенә ҡунған турғай балалары ке­үек теҙелешеп һу­ҙылып киткәйне. Асыҡ һауалағы «Ҡа­рамалы-Ғөбәй амфитеатры»н барлыҡҡа килтереү өсөн әллә күпме физик һәм матди сығым талап ителгән! Ҡыҫҡаһы, һанап бөткөһөҙ мәшәҡәт. Ә күңелдә шундай рәхәтлек, сөнки һин бит изге эш эшләйһең, был бит хәйриә концерты, һәр бер өнөңә, моңоңа тиклем – һәммәһе лә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарыла. Шуларҙы иҫкә төшөр­һәң, бөтә арыу онотола! Ҡайҙан ғына килмәгән Ришаттың ижадын һөйөүселәр – Мәскәү, Ҡазан, Яр Саллы, Өфө, Пермь, Екатеринбург ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән... Хатта Ырымбурҙағы дуҫтары был төбәккә генә хас булған эксклюзив ашамлыҡ килтергән! Кон­цертта ҡурай, баян моңдары ла яңғыраны, гитара ҡылдары ла күңелдәр­ҙе тирбәлтте, саксофон тауышына ҡарағайҙар бейене, ҡайын шауланы, иҫ китмәле камил бер моңло тәбиғәт картинаһы хасил булды! Хатта Ришаттың ауылына дан йырын әрмән телендә лә башҡарҙылар. Әлбиттә, йырсының концерты уның һөйкөмлө әсәһенең йырлауынан тыш үтеүе мөмкин түгел. Хөрмәтле Розалия Нурулла ҡыҙы ла ҙур тулҡынланыу һәм ихласлыҡ менән тәрән мәғәнәле өр-яңы йыр башҡарҙы. Егәрле Ришат иһә, ғәҙәттәгесә, үҙенең өр-яңы йырҙары менән дә һөйөндөрҙө, беҙ яратып ҡабат-ҡабат тыңлағандарын да башҡар­ҙы. Хатта музыкаль оҙатыуһыҙ «Ағым һыу» менән «Турғай»ҙы тамашасылар һорауы буйынса иҫ киткес хисле һәм яғымлы итеп йырланы. Матур салют аҫтында Ришаттың йырҙарын тыңлаусы һәр бер тамашасы ошо биш сәғәттә иң яҡты, матур һәм изге хис-тойғолар кисергәндер. һауала осоп йөрөүсе тимер ҡанатлы сюрприз да концертҡа биҙәк өҫтәне.
Концерттан килгән аҡса ауылдың балалар баҡсаһына, мәсеткә йүнәлтелһә, бер өлөшө мохтаж балаға медицина ярҙамы күрһәтеүгә бирелде. Концертҡа фатиха биреп асып ебәреүсе ауыл имамы Хәлит Ришат Айрат улының даими рәүештә башҡарған изге эше өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткер­ҙе. Ярайһы ғына ҙур булған Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урамындағы асфальт тап Ришаттың хәйриә ярҙамы менән төҙөкләндерелде һәм сүп-сарҙан таҙартылды. Уны төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән барлыҡ эшселәргә, ауылдаштарына – Марсель Хә­кимов, Нәркиз Шәрәфиев, Айнур Зиязетдинов һәм Ренат Төх­вәтуллинға, өсөнсө төҙөлөш идаралығы етәксеһе Илфир Миң­лебаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен бөтә ауылдаштары исеменән Ришат үҙе ҙур ғорурлыҡ менән еткерҙе. Бөтә яҡтан да уйлап эш итеүсе йырсы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ихлас күңелдән шатланып, балаларса эскерһеҙлек менән балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә ярҙам иткән дуҫтары Илһам Шәриповҡа, Ильяс һәм Илсаф Ғима­дутиновтарға ла барлыҡ ауыл халҡы исеменән рәхмәт юлланы. Киләсәктә лә шулай дәррәү һәм берҙәм, татыу булып, ярҙам ҡулы һуҙышып йәшәйәсәктәренә ба­ҫым яһап, ул тыуған Башҡортос­танының сәскә атыуы, бөхтәлеге, матурлығы өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә алыуын үҙенең ауылы миҫалында иҫбат итте һәм был изге эштең артабан да дауам иттереләсәгенә вәғәҙә бирҙе! Был изге йола шулай киләсәктә лә дауам итһен, Ришаттың ижад ҡанаттары талмаһын, һәр саҡ үҙенең ижадын яратыусыларҙың рухи һыуһынын ҡандырып торһон!

Наҡыя ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 4-08-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 956
|
  • Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы.
  • "Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"
  • Силәбенең моңло егете
  • Моңдар ҡайтты ауылға
  • “Наҙ булһын йырҙарым”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM