НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”


Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”
Тамашасылар уны күберәк комик ролдәре аша белә: “Студенттар”ҙа Рәмзиә, “Ҡыҙ урлау”ҙа Йәмлегөл, “Алты ҡыҙға бер кейәү”ҙә Фаягөл, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ҙә Сажиҙә һәм башҡалар. 20 йылға яҡын эшләү дәүерендә артист булараҡ ул ҡыҙыҡлы образдарҙы сәхнәгә сығарҙы, йырсы булараҡ танылыу яуланы, ғаилә бәхетенә иреште. Бөгөн Гүзәл Әйүпова үҙ тормошона фоторәсемдәр аша байҡау яһай.

1) Бала саҡта музыка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләргә теләй инем. Белем алған урта мәктәптең подвалында музыка мәктәбенең урынлашыуы минең яҙмышыма оло йоғонто яһаны. 1-се класта уҡығанда уҡ унда ишетелгән моңға ғашиҡ булып, фортепьяно класына яҙылдым. Башҡаларҙы ата-әсәләре көсләп йөрөтһә, мин, киреһенсә, үҙем теләп йөрөнөм. Бер осор, аҡсаһыҙ мәл булғандыр, әсәйем берәр йыл музыканы туҡтатып торорға кәңәш итте. Ә мин ул саҡта музыканан түгел, ә яңы күлдәктән баш тартырға риза инем. Оҙаҡ йылдар ошо мөхәббәткә тоғро ҡалдым: тәүҙә музыка мәктәбен, аҙаҡ сәнғәт училищеһын тамамланым. Студент йылдарында музыкаль драмаларҙа, комедияларҙа уйнарға хыяллана инем. Ошо хыял мине Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә алып килде.
2) Әсәйем менән һәр ваҡыт әхирәт кеүекбеҙ. Бала саҡтан бөтә серем менән бүлешеп, кәңәш һорай торғайным. Әммә ул мине иркәләмәне, үҙ аллы итеп тәрбиәләне. Шуғалыр ҙа тормошомдағы барлыҡ хәл иткес мәлдә барыр юлды үҙем һайлайым.
Беҙең быуын идеалогиялар­ҙың юҡҡа сыҡҡан ваҡытында үҫте. Әсәйемдең талапсан булыуы яҙыҡ юлдарҙан, хата аҙымдар­ҙан һаҡлап ҡалғандыр. Аҡсаһыҙлыҡ ваҡытында гел генә ауыр эштә эшләне, өйгә ҡайтҡас ҡул эштәре менән булыша ине. Быларҙың барыһында ул мине лайыҡлы үҫтерер, ас-яланғас итмәҫ өсөн башҡарҙы. Бөгөнгө бәхетем, һөнәрем һәм булмышым менән уға рәхмәтлемен.
3) Өфөлә үҫкән ҡыҙҙа ауыл тормошона һөйөү ҡайҙан килгәндер, үҙем дә аптырайым. Бала саҡта өләсәйемә ҡунаҡҡа ҡайтыуҙы һанамағанда, мин ауыл тормошон, мәшәҡәттәрен белмәй үҫтем. Шулай ҙа, гел генә ҙур баҡсаһы булған ауыл өйө тураһында хыялландым. Аллаға шөкөр, ул хыял тормошҡа ашты: махсус программа буйынса Жуков ҡасабаһынан йорт алдым. Рәхәтләнеп емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, күршеләр менән аралашып йәшәйем. Туғандарым, дуҫтарым ҡунаҡҡа килә. Балаларым да иркендә рәхәтләнеп уйнай. Сәскәләргә күмелеп ултыр­ған өйөмдә рәхәтләнеп эшләйем дә, ял да итәм. Үҙ ереңдә, үҙ ҡулдарың менән үҫтергән емеш күпкә тәмлерәк икәнен ысынлап аңланым. Йәй әҙерләгән ризыҡтар менән ҡыш буйы туҡланабыҙ: туңдырғыста – емеш-еләк, баҙҙа – ҡайнатмалар, тоҙланған йәшелсәләр.
4) Сәнғәт институтын тамамлау менән Милли йәштәр театрына эшкә килдем. Ышаныс күрһәткән театр етәкселегенә һаман да рәхмәтлемен. Ул ваҡытта йәшлек менән аңламағанмын, ә яратҡан, белем алған һөнәр буйынса эшкә урынлашыу бәхет бит ул. Етмәһә, тәүге көндәрҙән үк театр репертуарындағы спектаклдәр­ҙән ролдәр бирелде. Бөгөнгөләй хәтерләйем, “Кем эшләмәй, шул ашамай” әкиәтендә Сыңҡылдаҡ һайыҫҡан ролен тапшырҙылар ҙа, бер нисә репетициянан һуң райондар буйлап гастролгә сығып киттек. Институтта Чехов, Шекспир әҫәрҙәренән өҙөктәр уйнап йөрөгән, йәшлек амбициялары менән эшкә килгән ҡыҙҙы был гастроль бик тиҙ урынына ултыртты. Артист тормошоноң еңел түгеллеген, моғайын, шул саҡта аңлай башлағанмындыр.
Ысынында иһә балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашыу – актер өсөн бәхет. Иң ихлас, шул уҡ ваҡытта иң талапсан тамашасы – улар. Ҡыҙыҡһындырыу, иғтибарын йәлеп итеү өсөн бар күңелеңде биреп уйнарға кәрәк. Ғәҙәттә, режиссерҙар миңә гел генә шуҡ, шаян, хисле роль тапшыра. “Аҡса булһа бер муҡса” комедияһында Азат Йыһаншин миңә Миңзифа образын уйнарға тәҡдим иткәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Лирик роль, интеллигент ҡатын минең өсөн яңы амплуа булды.
Беҙҙең театрҙағы дуҫлыҡ, татыулыҡ оҡшай. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, бер туғандар кеүек яҡын булып бөттөк. Патриот булараҡ, шуны әйтеп үткем килә: беҙҙәге атмосфера башҡа ерҙә юҡтыр ул.
5) Ғаиләлә яңғыҙ үҫкәс, гел генә туғандарым булыуын теләй инем. Шуғалыр, Аллаһы Тәғәлә мине бер юлы игеҙәк балалар менән бүләкләне. Хәҙер уйлайым да, нисек үҫтерҙем икән, тип аптырайым. Икәүһе ҡайһы саҡта 12 балаға торош булып китәләр. Әлбиттә, сабый саҡтарында ауыр булды, әммә бер-береһе өсөн өҙөлөп торған татыу туғандар булып үҫтеләр. Ҡыҙым Сөмбөл һүрәтте матур төшөрә, интернетта үҙ блогы бар, бәләкәй генә фильмдар эшләй. Улым Муса бейергә ярата, спорт менән шөғөлләнә. Мәктәптә тәртиптәре лә, уҡыу­ҙары ла һәйбәт бара. Оялсанлыҡ уларҙа бөтөнләй юҡ, кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба беләләр. Уларға йәш ярым булыу менән эшкә сыҡтым. Балаларым театрҙа үҫте, спектаклдәрҙе яратып ҡарайҙар. Артист әсәләре булыу менән ғорурланып йәшәйҙәр, нисек уйнауым тураһында туғандарға, класташтарына һөйләп алалар.
Балаларым тормошомдоң биҙәге, улар тыуғандан һуң тормошҡа ҡарашым күпкә үҙгәрҙе.
6) Атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та нәҫелебеҙҙә йырға һәләтлеләр күп. Туғандар йыйылған табын йыр-бейеү менән күңелле үтә. Ошо мөхиттә тәрбиәләндем дә инде. Йыр сәнғәтенә сағыштырмаса һуң килдем. Тәүҙә йырлы ролдәр булды, артабан йырҙар яҙҙыра башланым. 2015 йылда “Гәлсәр һандуғас” телефестивалендә ҡатнашырға батырсылыҡ иттем. Быға тиклем авторҙар менән генә эшләһәм, һуңғы арала үҙем дә йырҙар ижад итә башланым. Тамашасылар хөкөмөнә уларҙың икәүһен сығарҙым да инде, әсәйемә арнал­ған йыр үҙ сиратын көтә.
Халыҡ ижадына һөйөү ваҡыт үтеү менән киләлер ул. Ижади үҫеш тип атар инем мин уны. Үткән йыл “Зәйнулла” башҡорт халыҡ йырын өйрәнеп яҙҙырғайным. Уға Ҡырмыҫҡалы районының матур тәбиғәт ҡосағында Тимур Ғәниев менән клип төшөр­ҙөк. Әле түшелдеректәр эшләй һәм бәйләй башланым.
7) Һәр көнөмдө шөкөр тип башлайым да, шөкөр итеп тамамлайым. Бәхет өсөн нимә кәрәк – барыһы ла бар. Булғанын һаҡлап ҡына, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә йәшәргә яҙһын тип теләйем. Тормоштоң бит төрлө сағы була, иң ҡурҡҡаным – ауыр һүҙ әйтеп кеше күңелен төшөрөү. Һәр саҡ артығын ысҡындырмаҫҡа тип үҙемде ҡулда тоторға тырышам. Ниндәй генә хәл булмаһын, ул иртәгә үтә. Ә әйткән һүҙҙе кире алып булмай. Хистәргә килгәндә, мин артыҡ эмоциональ кеше. Тормоштоң һәр күренешен, яңылығын ихлас ҡабул итәм. Ижад кешеһе шулай булырға тейештер ҙә.
Ҡайһы саҡ: “Уңғанлығыма аптырайым!” – тип шаяртырға яратам. Ул бер аҙ ысынбарлыҡҡа тап килә: тәртип яратам. Һәр нәмә үҙ урынында булырға тейеш, һәр эште ваҡытында эшләргә тырышам. Тынғыһыҙ кешемен. Әҙ генә эшһеҙ торһам да, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлайым. Тормош рәүешем шулай: яңы йырҙар, яңы ролдәр, ғаиләм, туғандарым, балаларым, яратҡан шөғөлдәр, яңылыҡтар. Шулай булһа, йәшәүе лә күңелле!

Сығыу ваҡыты 7-08-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 100
|
  • “Бейер өсөн дәртле йөрәк кәрәк”
  • «Артист булыу – бәхет» йәки Баҙнатһыҙ баланың хыялы
  • “Мин тормошта етди кеше”
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM