НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » "Йырһыҙ йәшәй алмайым"

"Йырһыҙ йәшәй алмайым"


"Йырһыҙ йәшәй алмайым"
йәки Алмас Хөсәйенов ниңә эстрадаға битараф?

Ике йылда ул үҙенең киң диапозонлы, үҙенсәлекле тембрлы, моңло яңғырашлы тауышы менән меңәрләгән тамашасыны үҙенә әсир итте. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы тәбиғәттән бирелһә, классик вокалға махсус белем менән килгән. Бөгөн беҙ “Йәшлек” гәзите уҡыусыларын йәш йырсы Алмас Хөсәйенов менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

– Алмас, һин тиҙ арала классик йыр сәнғәтендә үҙеңде таныта алдың. Бының сере нимәлә тип уйлайһың?
– Аныҡ ҡына әйтә алмайым, был турала уйланғаным юҡ. Йырлау оҡшай һәм мин яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Бер урында тапанырға ярамай. Эҙләнергә, үҙеңде үҫтерергә кәрәк.

– Йырға мөхәббәт бала саҡтан киләме?
– Эйе, үҙемде белә белгәндән сәхнәләмен, кем, ниндәй байрамда алып сыҡҡандыр – хәтерләмәйем. Биш йәшемдә гастролдә йөрөй торғайным. Мин Баймаҡ районының Казанка ауылында, уҡытыусылар ғаиләһендә үҫтем. Олатайым Ғимал Ноғоман улы ҡурайҙа уйнаны, өләсәйем Фатиха Ғимал ҡыҙы халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Әсәйем яҡлап туғандарымдың барыһы ла йырлай. Тәүге вокал уҡытыусым Динар Мират улы Ласынов булды. 11 йәшемдә Балалар ижады үҙәгенә уның вокал дәрестәренә йөрөнөм.

– Тимәк, һин Сибай сәнғәт колледжына әҙерлекле килгәнһең?
– Юҡ шул. Бала саҡта йырға еңел ҡараным, шуға күрә дәрестәргә бер йыл ғына йөрөнөм дә, артабан шөғөлләнеп торманым. Ни өсөн, тигән һорау менән артыҡ башымды ҡатырмай ғына 9-сы класта уҡып йөрөгәндә Сибай сәнғәт колледжына имтихандар биреп ҡараным. Еңел генә инеп киттем, параллель рәүештә мәктәптә лә уҡыр­ға кәрәк ине. Тик өлгөрә алмағас, училищены ташларға тура килде. Ул саҡта үҙемде тапмағайным әле. Рәссам да булырға хыялландым, төҙөүсе лә. Ни өсөндөр бер йылдан ҡабат колледжға килдем.

– Ә йырға ҡарата ысын һөйөү ҡасан уянды һуң?
– 2-се курсҡа тиклем ниндәй генә йырҙар­ҙы тыңламаным һәм йырламаным! Рэп, рок, эстрада, джаз һәм башҡалар. Һаман да хәтерләйем, концертмейстр менән романс өйрәнәбеҙ. Уның уйнағанын аңламайым, шуға күрә йырлай алмай яфаланам. Уҡытыусым Динар Мират улы яныма килде лә, тыныс ҡына итеп йырлап күрһәтте. “Гори, гори, моя звезда” әҫәре ине ул. Шул тиклем оҡшаны, бирелеп китеп тыңлап торҙом. Һәм шул көндән бирле классик сәнғәткә ғашиҡ булдым. Тырышып уҡырға тотондом, үҙемә ҡарата талапсанлыҡ артты. Йыр сәнғәтенә ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе, маҡсаттар, хыялдар барлыҡҡа килде. Уның ни тиклем ҡатмарлы икәнен шул саҡта ғына аңлағанмындыр. Хәҙер инде йырһыҙ йәшәй алмайымдыр ул.

– Шулай ҙа һин сит тарафтарҙа ла йөрөп ҡайтырға өлгөргәнһең...
– 2014 йылда “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашҡайным, урын алып булманы. Үҙемдең түбән кимәлдә сығыш яһағанымды, ҡайһы урындарҙа яңылыш­ҡанымды аңланым. Урын алмағаныма түгел, ә кимәлем түбән булыуға ғәрләнеп, Татарстанға – Аҡтаныш районының Алабуға колледжы филиалына, данлыҡлы педагог Джон Әхмәт улы Мусинға уҡырға сығып киттем. Бер айҙа көнө буйы шөғөлләнә-шөғөлләнә, халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә йырларлыҡ итеп әҙерләй алды. Әлфиә Афзалова исемендәге фестивалдә еңеү яулағайным, шул йылда Аҡтаныш Дәүләт ансамбленә эшкә саҡырҙылар. 18 генә йәшемдә солист булып киттем. Теүәл бер йылдан йырлауҙан тамам арыным, бер аҙ ял итергә кәрәклеген аңланым. Әрме хеҙмәте шул ялды бирҙе. Йыл буйы тыуған яҡтарҙан 7 мең саҡрымда ятҡан Алыҫ Көнсығышта, Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһында, Һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Йырлағанымды бер кемгә лә әйтмәнем, сәхнәгә сыҡҡы килмәне. Ял файҙаға ғына булды, тауышым көсәй­ҙе, яңғырашы артты. Сәхнә лә, тыуған яҡтар ҙа һағындырғайны, уҡыуымды Сибай сәнғәт колледжында дауам иттем. Былтыр уны тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт институтына, Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класына килдем.

– Үҙең кемдәрҙең йырлағанын яратып тыңлайһың?
– Лучано Паваротти, Франко Корелли, Йонас Кауфмандарҙы яратам. Яҡташ­тарыбыҙҙан Абдулла Солтанов, Илһам Вәлиев, Альберт Шаһиевтарҙы тыңлайым. Эстрадаға битарафмын. Раяз Фасихов менән Рәфис Сирусиндың йырлауын үҙ итәм.

– Әле йәйге ял башланған ваҡыт, нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– Ижадтан айырылғаным юҡ. Былтыр БДБ илдәренең “Дельфий уйындары”нда еңгәйнем, әлеге мәлдә киләһе этабына – Европа кимәлендәге сараға йыйынам. Унда “Буранбай”, “Һандуғас”, “Эскадрон” йырҙары менән сығыш яһаясаҡмын. Шулай уҡ “Беренсе Республика” фильмында Мәғәфүр Хисмәтуллинды уйнайым. Башлыса ул күмәк сәхнәлә генә сығыш яһай. Тағы ла Ғәзиз Әлмөхәмәтов роле өсөн Ниғәмәт, Ленский арияларын, “Сайҡалалар кәмәләр” йырын яҙҙыр­ҙым.

– Һинең эстрада йырҙарыңды йәштәр ҙә яратып тыңлай...
– Алдан әйткәнемсә, эстрадаға битарафмын. Ябай йырҙарҙы башҡарыуҙан да, тыңлауҙан да кинәнес алып булмай. Әбйәлил егете Ринат Өмөтҡужин менән Сибайҙа уҡығанда танышҡайныҡ. Ул ҡурай бүлегендә белем алды, хәҙер институтта уҡый. Европа стилендәге ҡатмарлы эстрада йырҙарҙы ижад итә. Бергәләп “Яҙғы моңдар”, “Һинең шәүләң”, “Алыҫ ара” йырҙарын яйлап тамашасыларға сығара башланыҡ. Әлеге ваҡытта яңы йырҙар ижад итеү менән шөғөлләнәбеҙ.

– Конкурс өсөн махсус йырҙар өйрәнәһеңме? Тәнҡит күңелеңде төшөрмәйме?
– Программаға ҡарап өйрәнергә тура килә. Конкурстарҙа күпселек башҡорт халыҡ йырҙары менән сығыш яһайым, ә улар репертуарымда һәр саҡ бар һәм буласаҡ. 14 йәштән “Эскадронды” йырлайым, Татарстанда бер конкурста ла уны башҡарҙым. Татарстандың халыҡ артисы Фердинанд Сәләхов: “Мин был йырҙы ошондай кимәлдә 28 – 30 йәштә саҡ йырлар­ға өйрәнгәйнем, ә Алмастың 18-ҙә шундай таланты бар!” – тип 1-се урын бирҙерҙе. Нимә әйткем килә: дүрт йыл буйы йырлап шымарған, оҫтарғайным. Тимәк, йырсының багажы алдан булырға тейеш. Ғөмүмән, халыҡ йырҙарына йылы мөнәсәбәттәмен. Уларҙы нисек етте шулай итеп йырлағым килмәй. Тағы ла сәйер бер холҡом бар: ҡайһы берҙә тауышымды язалап алам. Һыуыҡ һыу, газлы эсемлектәр эсәм, көнбағыш ашайым. Бәйге мәле етә килә дөрөҫ туҡланыуға күсәм, тауышты таҙартам. Һәм хәл иткес мәлдә матур итеп сығыш яһарға тырышам.
Ә тәнҡиткә килгәндә, еңел ҡабул итәм. Тәнҡитләйҙәр икән, тимәк, үҫергә, өйрәнергә кәрәк. Ауыр һүҙҙәрҙе тиҙ онотам, насар кәйеф өсөн ваҡытымды әрәм иткем килмәй.

– Конкурстарҙа күп ҡатнашаһың, ауыр түгелме?
– Уҡыу программаһынан ҡайһы саҡта артта ҡалам. Икенсе семестрҙа шул арҡала «өслө» билдәләре алдым. Бар яҡтан да алдынғы булыр өсөн бер аҙ ваҡыт етмәй.

– Үҙең башҡаларҙы тәнҡитләйһеңме?
– Дуҫтарыма, яҡындарыма нимә уйлайым – шуны әйтәм. Айырыуса ижадта талапсанмын. Ҡатынымды ла тәнҡитләп, хәтерен ҡалдырғаным булды. Йондоҙнамә буйынса уҡсы, характерым тап килә. Уратып-суратып, биҙәкләп тормайым. Тәүге осорҙа үпкәләйҙәр ине, хәҙер өйрәнделәр.

– Ҡатының ниндәй һөнәр кешеһе?
– Сәлимә менән беҙ Сибай сәнғәт колледжында бергә уҡыныҡ. Тик ул әлегә ижад юлынан бер аҙ ситләште. Мин уны киләсәктә эстрадаға алып сығырға теләйем, нисек булыр – алдан әйтеп булмай.

– Тормошоңдоң үкендергән саҡтары буламы?
– Уйланып ултырһаң, үкенестәр бер аҙ бар. Алдан әйткәнемсә, йыр сәнғәтенең тәмен, бәҫен бер аҙ һуңлабыраҡ аңлағанмын. Әле 22 йәштәмен, ә минең талантымдың, мөмкинлектәремдең ундан бер өлөшө лә асылмаған кеүек. Икенсенән, йәш быуында халыҡ йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу юҡ. Беҙҙәге йыр байлығына башҡа халыҡтар көнләшә, ә йырсылар ниңәлер эстрадаға өҫтөнлөк бирә...

– Киләсәккә ниндәй хыялдарың бар?
– Сит илдә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғым килә. Бәлки, өлкәнәйә килә йәш быуынға вокал серҙәрен өйрәтермен.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Алмас! Алда һине тик еңеүҙәр һәм ижади уңыштар көтһөн!

Нургөл ШӘРИПОВА әңгәмәләште.
"Йырһыҙ йәшәй алмайым"

Сығыу ваҡыты 3-07-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 66
|
  • “Эштән ҡурҡа торған холҡом юҡ”
  • «Бөгөнгө эстрада ул – шоу»
  • Талантҡа бай Буранбай
  • Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?
  • “Наҙ булһын йырҙарым”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM