НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...


Башҡорт ҡурайҙары булмаһа, тип юҡҡа ғына йырланмай халыҡ йырында. Ҡурай моңо күңелде берсә һағышҡа сорнаһа, берсә күктәргә олғаштырып, үҫтереп ебәреү, халҡыбыҙҙың данлы-ҡанлы тарихын күҙаллатыу көсөнә лә эйә. Ул ғына ла түгел, ҡу­рай күңелде дауалай, хис-тойғоларҙы көйләй. Медицина күҙлегенән сығып ҡарағанда иһә, ҡурай уйнау тын юлын иркенәйтеп, кешене физик яҡтан һауыҡтырыу көсөнә эйә, тиҙәр.
Белорет районының Рысыҡай ауылында тыуған, шунда ғүмер кисергән һәм бер йыл элек арабыҙҙан киткән танылған ҡурайсы, 1980, 1982 йылдарҙа Ленинградта, Ҡаҙағстанда ике пластинкаһын сығарған Талип Латиповтың иҫтәлегенә арнап ойошторолған конкурс ысын-ысындан ҡурай байрамына әүерелде. Талип ағай атаһының ҡурай моңон һеңдереп үҫкән, тиһәк тә, артыҡ булмаҫ. Сөнки ул ун йәшендә 60-лап көй уйнай белгән. Атаһы – Хәйретдин ҡурайсы иҫ киткес оҫта уйнаған, тауышы ла моңло булған. Хәҙер Иҙел башында сыҡҡан ҡурай көйҙәре тип һаналған «Ләңке ташы», «Ҡалды», «Зекерейә көйө», «Ҡағы ташы»ның авторы ла – Талип Латипов.
Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова әйтеүенсә, киләсәктә Талип Латипов призына ҡурайсылар конкурсы ике йылға бер үткәреләсәк. Тәүге конкурста биш ҡурай ансамбле, 31 яңғыҙ ҡурайсы, Учалы районының Уральск ҡасабаһынан ҡунаҡ ҡурайсы ҡатнашты.
Тәүге ҡоймаҡ табаға йәбешә, тиһәләр ҙә, ҡурай конкурсы йомғаҡтарына ҡарап, беҙҙең районда һәм ҡалала ҡурайсылар бар, тик уларҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, йышыраҡ конкурстар үткәрергә, етәкселәрен дәртләндерергә кәрәк, тигән һығымтаға килде жюри ағзалары һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселеге.
Жюриға танылған ҡурайсы, «Ха­зина» телетапшырыуын ойоштороусы һәм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов етәкселек итте. Жюри ағзалары – йәш, танылыу яулаған ҡурайсы, «Ҡурай­сы» төркөмө етәксеһе, дүрт тапҡыр республика ҡурайсылар конкурсының гран-прийын, Андреев исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында – I, шулай уҡ ТӨРКСОЙ эгидаһы аҫтында үткән халыҡ-ара ҡурайсылар конкурсының I премияһын яулаусы, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡурайсы Мөхәммәт Түләбаев, шулай уҡ бик күп ҡурай конкурстары лауреаты, оҫта ҡурайсы һәм йыраусы, үҙ ауылының дин әһеле Әсҡәт Хәйернуров конкурсанттарҙың сығышын бик ғәҙел баһаланы, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе.
Конкурсты Шығай ауылы ҡурайсылары башлап ебәрҙе. Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләгән ҡурайсы Айгиз Йылҡыбаев башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды ярайһы уҡ оҫта башҡарҙы. Илназ Үҙәнбаевтың Талип ҡурайсының «Ләңке ташы»н, Белорет районында сыҡҡан көйҙәр гөлләмәһен һәм Ханнан олатаһы сығарған «Үләнде» көйөн үҙенсә генә бер маһирлыҡ менән башҡарыуы күңелгә ятышлы, ҡолаҡҡа яғышлы булды. Шулай уҡ Шайморат Түләбаев та Талип Латиповтың «Ҡағы ташы» тигән көйөн уйнап ишеттерҙе. Шығайҙан И. Баймөхәмәтов, Т. Эниев, А. Ғаззалов, ҡурайсылар ансамбленең сығышы бик матур тәьҫорат ҡалдырҙы.
Сермән музыка мәктәбенең ҡурай класы етәксеһе Ғәлим Хәйернуров һәм уның уҡыусыларының сығышын барыһы ла бик йылы ҡабул итте. Сермән музыка мәктәбе уҡыусыһы, 14 йәшлек Фидан Сибәғәтов конкурстың асышы булды. «Үәт, был малай шәп һыҙҙыра бит ҡурайҙа!» – тип һоҡланды тамашасылар. Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Иҙиәтуллина: «Ошо малайыбыҙҙы дәртләндереп, уның хаҡында яҡшы итеп яҙығыҙ, атаһы тәрбиәһендә генә үҫһә лә, егәрле, өмөтлө, шул тиклем зирәк, аҡыллы, уйлы бала. Ҡурайҙа ла үҙе уйнарға өйрәнгән бит ул», – тип юҡҡа әйтмәгән, күрәһең. Үҫмер генә бала көллөһөнөң дә күңелен моңло ҡурайы менән арбаны ла ҡуйҙы!
Әлбиттә, һәр конкурсант тураһында ентекләп яҙырға мөмкинлек юҡ, шулай ҙа «иң-иң»дәр менән таныштырып үтеү яҙыҡ булмаҫ. Ҡаһарман ауылынан 18 йәшлек Дим Шакировты ла «асыш» тип атарға мөмкин. «Урал», «Форт Перовский» көйҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуы көслө алҡыштарға күмелде. Сермән ҡурайсыһы Ғәлим Хәйернуров та тамашасыны һоҡландырҙы ла, әҫәрләндерҙе лә. Белорет музыка мәктәбенең ҡурай класы етәксеһе, оҫта ҡурайсы, шулай уҡ моңло тауышлы йырсы Дамир Хәсәнов юғары кимәле менән ҡыуандырҙы. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Дамир Хәсәнов кеүек үҙен-үҙе онотоп, ҙур талапсанлыҡ менән ҡалала йәшәгән башҡорт балаларына ҡурай серҙәрен өйрәтеүсе бик һирәктер. Киләсәктә тағы ла конкурстар булыр һәм уларҙың һәр береһендә ҡатнашырға, үҙенә лә, балаларҙы ла ҙурыраҡ сәхнәгә алып сығырға ҡыйыу­лыҡ табыр, тип өмөтләнәйек. Ул конкурста Бөрйән районының атаҡлы ҡурайсыһы Йәнғәле ағайҙың бер көйөн, башҡорт халыҡ йыры «Йәмәлекәй»ҙе һәм жюри етәксеһе Юлай Ғәйнетдиновтың һорауы буйынса Талип Латиповтың «Боронғо Урал» көйөн уйнап ишеттерҙе. Ансамблдәр араһында нәҡ Дамир Хәсәнов етәкләгән балалар ансамбленең өс тауышҡа уйнап, гран-при яулауы юҡтан түгел. Яңғыҙ сығыш яһаған уҡыусылары Айрат Шәһивәлиев һәм Арыҫлан Тайыпов та – бик өмөтлө генә ҡурайсылар. Уҡытыу һәм йәшәү шарттары тейешле кимәлдә булмауға ҡарамаҫтан, Дамир Басир улы Белоретта ҡурайҙы пропагандалауға ҙур өлөш индерә. Ул шулай уҡ ҡала мәҙәниәт йортоноң С. Михайлов етәкселек иткән «Виват» ирҙәр хор капеллаһы йырсыһы ла.
Инйәр музыка мәктәбенең балалар ҡурай ансамбле етәксеһе Вилүр Ҡотломөхәмәтовтың йылдар дауамында балалар күңелендә башҡорт ҡурайына оло һөйөү тәрбиәләүен билдәләмәй булмай. Алыҫ тип тормай, уҡыусыларын Өфөгә лә, башҡа райондарға ла йөрөткән, бөтә көсөн һалып башҡорт сәнғәтен пропагандалаған даланлы һәм талантлы музыка мәктәбе директоры Фәрхәнә Ҡотломөхәмәтова үҙе лә килгәйне. Әйткәндәй, иң күп ҡурайсы алып килгән Инйәр музыка мәктәбен Юлай Ғәйнетдинов та билдәләп үтте. Яныбай Хамматов исемендәге 22-се ҡала башҡорт гимназияһының үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәлимов етәкселегендәге ансамбле ярайһы уҡ уңышлы сығыш яһаны.
Ҡаланың 8-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәтсафинаның һәм Рысыҡай ҡыҙы, Талип Латиповтың ауылдашы Ләлә Әүбәкированың ирҙәр менән рәттән ҡурай уйнарға йөрьәт итеүе маҡтауға лайыҡ.
Конкурстың икенсе өлөшөн асып, Үҙәнбаш урта мәктәбе директоры Заһир Муллағәлләмов иҫ киткес моңло, тәрән тауышы менән башҡорт халыҡ йыры «Йәмәлекәй»ҙе башҡар­ҙы. Учалынан килгән ҡунаҡ, үҫмер Заһир Зияевтың ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауына һоҡланмаған кеше булманы. Ҡаһарман ауылы йырсыһы, республика буйынса үткәрелгән «Оҙон көй» конкурсы лауреаты Вәлимә апай Ҡарасуринаның моңға ғына һарыл­ған көслө тауышы йөрәктәргә үтеп инде. Унан һуң сәхнәгә сыҡҡан йәш талант эйәһе, сит ҡитғалар тамашасыһын ҡурай моңо менән арбаған Роберт Юлдашев, һоҡланыуын йәшермәй: «Был ҡәҙәр ҙә моңло тауышлы Вәлимә апайҙан һуң сәхнәгә сығырға ла баҙнат итмәй торабыҙ әле. Ярай ҙа ҡул сабып ҡаршы алаһығыҙ, юҡһа, шундай сихри моңға сорналып, беҙҙе ишетмәҫһегеҙ, тип уйлағайныҡ инде. Рәхмәт һеҙгә!» – тине. Эйе, ысын талант биҙәүгә лә, ҡупырайтып күрһәтеүгә лә мохтаж түгел шул: саф шишмәләй үҙенә-үҙе юл яра ла, тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырып, ҡыуандырып, селтер-селтер аға ла аға. Оҫта ҡурайсыларҙы, моңло йыраусыларҙы һәм йырсыларҙы тыңлағанда күңел үҫә һәм, үҙ-үҙеңде онотоп, тәбиғәт менән бергәлегеңде тоя башлайһың...
Роберт Юлдашев етәкселек иткән «Ҡурайсы» этно-фольклор төркөмөнөң сығышы тураһында һөйләп йә яҙып ҡына килештерерлек түгел. Роберт Юлда­шевтың һәм егеттәренең уйнауын бөтә тәрәнлегендә аңлар өсөн уларҙы бер тапҡыр булһа ла тыңларға, күрергә кәрәк. Уй офоҡтары киңәйеп, йөрәк тибеше көсәйеп, туған телебеҙ, башҡорт моңо, халҡыбыҙ үткән данлы тарихыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята Роберт Юлдашевтың ҡурайҙа уйнауы. Әгәр ҙә милләтебеҙҙең һәр бер вәкиле, ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, үҙ эшен Роберт кеүек талантлы итеп башҡарһа, бер кемдең халҡыбыҙҙы кәмһетергә теле бармаҫ ине... Талант бөтә сиктәрҙе юҡҡа сығара, үҙенә батшаларҙы ла, ябай кешене лә баш эйҙерә торған илаһи бер көс, аң аңламаҫлыҡ, зиһен етмәҫлек Хоҙай Тәғәлә биргән ҡөҙрәттер. Ә инде Роберт Юлдашевтың халыҡ алдында һөйләгән телмәрендә «иман», «Хоҙай Тәғәлә», «ышаныу» кеүек һүҙҙәрҙең йыш ҡабатланыуы ла юҡтан түгел. «Ҡурайсы» төркөмөнөң һәр сығышына пульт артында ултырған тауыш көйләүсе рус егетенең ихлас ҡул сабыуы ла үрҙә әйтелгәнгә асыҡ дәлил...
– Әле өсөнсө класта уҡыған саҡта мине Талип ағай Латиповтың ҡурайҙа уйнауы һоҡландырҙы, бәләкәс йөрәгемә инеп ултырҙы, тиһәм дә, хата булмаҫ, – тип башланы үҙенең һүҙен Роберт Юлдашев. Бына бит ул, Талип ағайҙың ҡурай моңон тыңлап, күңелендә ҡурайға һөйөү тыуған. Талип Латиповтың 85 йәшенә арналған кисәгә килеп, яратҡан ҡурайсыһы алдында ҡурайҙа уйнау бәхетенә ирешкән рәхмәтле йәш талант эйәһе. Был хаҡта ул ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй. Унан һуң Әҙһәм ағай Исҡужин, Юлай Ғәйнетдинов була уның остаздары.
Шулай итеп, Талип Латипов призына арналған I район-ҡала ҡурай конкурсы тамам. Ансамблдәр араһында III урынды – В. Ҡотломөхәмәтов етәкләгән Инйәр музыка мәктәбе ансамбле, II урынды – Ғ. Хәйернуров етәкселегендәге Сермән музыка мәктәбе ансамбле, I урынды А. Йылҡыбаев етәкләгән Шығай ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡурай ансамбле алды. Гран-приға ҡала музыка мәктәбенең Д. Хәсәнов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле лайыҡ булды. М. Сәлимов етәкселегендәге башҡорт гимназияһы ҡурайсылар ансамбле «Тамашасылар һөйөүе» призы менән бүләкләнде.
16 йәшкәсә ҡурайсылар араһында III урын – Шығай мәҙәниәт йортонан Азат Ғаззаловҡа, II урын – Инйәр музыка мәктәбе уҡыусыһы Рөстәм Сөләймәновҡа, I урын Белорет музыка мәктәбенән Айрат Шәһив­әлиевҡа бирелде. Гран-при – Сермән музыка мәктәбе уҡыусыһы Фидан Сибәғәтовта. 16 йәштән өлкәндәр араһында III урынға район мәҙәниәт йорто ҡурайсыһы Илнур Ҡәләмов, Исмаҡайҙан Рәмис Байғужин, II урын­ға Аҙналынан Азамат Суфиянов, Ҡаһармандан Дим Шакиров, I урынға Сермәндән Ғәлим Хәйернуров сыҡты. Гран-приҙы Белорет музыка мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов яуланы. Гүзәл Әхмәтсафина һәм Ләлә Әүбәкирова «Тамашасы һөйөүе» призы менән билдәләнде. Учалы районының Уральск музыка мәктәбе уҡыусыһы Заһир Зияевҡа ҡатнашҡаны өсөн дәртләндереү призы тапшырылды.
Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев еңеүселәргә аҡсалата бүләк, жюри рәйесе Юлай Ғәйнетдинов Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Бер шәмдең яҡтыһы икенсеһенә күләгә булмай...

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ:
– Иҙел башы таланттарға бай яҡ. XX быуаттың иң мәшһүр ҡурайсыһы, композиторы Заһир Исмәғилевты мин ҡурайсы тип беләм. Иҫ киткес моңло ине уның ҡурайы. Шуға ла Мәскәүҙә, Өфөлә лә Заһир ағайҙың ҡушаматы «Ҡурай» булды. Ҡурай тураһында өс мәшһүр фильм төшөрөлдө. Өсөһөндә лә Белорет ҡурайсылары булды. Шул уҡ Талип ағай Латипов, Мөхәммәт Түләбаев. Шуны әйтергә итәм: бер шәмдең яҡтыһы икенсеһенә күләгә булмай, ә, киреһенсә, тағы ла балҡытып, яҡтыртып ҡына ебәрә. Әгәр ҙә әле сәхнә түрендә Талип Латипов менән Шығайҙан сыҡҡан иҫ китмәле талант эйәһе Әбделғәфи Хәлфетдинов (Башҡортостанда уны Абдулла Хәлфетдинов тип беләләр... – авт.) ҡурайсының фотоһы ла торһа, бер ҙә генә артыҡ булмаҫ ине, минеңсә. Киләсәктә, Алла бирһә, Әбделғәфи Хәлфетдиновҡа арналған ҙур сарала ҡатнашырбыҙ, тигән өмөт бар. Бөгөнгө сара шәп һәм матур булды. Иҙел башында үҫеп килгән ҡурайсылар бар һәм киләсәктә уларҙан бер нисә мәшһүр ҡурайсы сығырына ышанабыҙ. Конкурста Талип ағайҙың көйҙәре яңғырауы ҡыуаныслы. Сермәндән Фидандың күңелендә «Урал» бар, янып уйнай. Ажар уйнарға кәрәк, тигән һүҙ бар. Ажарланып, әҫәрләнеп, йәнең-тәнең менән бирелеп, тигәнде аңлата был. Роберт кеүек бирелеп уйнарға кәрәк. Уның уйнауында ҡурай фәлсәфәһе бар. Ул бит Талип ағайҙың ҡурай фәлсәфәһен дә ҡушып уйнай. Латипов ағай һөйләй торғайны бит, Ҡунафиә, Сиражи олатайҙарымдың уйнауын онотмайым, тип, бына шул була инде фәлсәфә. Башҡорт ҡатындарының ҡурай тотоп сәхнәгә сығыуы яңы заман күренеше түгел, сөнки С. Рыбаковтың яҙыуынса, Баймаҡ яҡтары – Темәстә Гөлйыһан исемле шәп ҡурайсы ҡатын булған. Бөтә йыйындарҙың күрке булған ул, тип Мөхәммәт Ҡәҙерғолов һөйләгәйне.
Миңә тағы ла бер нәмә оҡшаны – ул да булһа, конкурста һайлап алыу турында ла залда халыҡтың шығырым тулы булыуы. Концерт башланғас та, шығайҙар, хатта балаларҙың иҫтәре китеп ҡурай моңон тыңлауы ҡыуандырҙы. Тимәк, был боронғо ауылдың киләсәге, ҡурайҙың иртәгәһе бар. Мәҙәниәт бүлегенә, хакимиәткә лә ҙур рәхмәт белдерәм.

Зилә АБЗАЛОВА.

Сығыу ваҡыты 8-01-2011, 13:53 | Ҡаранылар: 3355
|
  • Аманатҡа һаҡлап тоғролоҡ
  • Ә һеҙ ҡурайсылар тураһында беләһегеҙме?
  • Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
  • Бәүелделәр ҡурай моңонда
  • Талантлы ҡурайсы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM