НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт САЛАУАТОВ: “Йырһыҙ йәшәй алмайым”

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт САЛАУАТОВ: “Йырһыҙ йәшәй алмайым”


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт САЛАУАТОВ: “Йырһыҙ йәшәй алмайым”
Тамашасы бер йырсыны икенсеһе менән сағыштырыр­ға ярата. Ә бына Альберт САЛАУАТОВТЫ бер кем менән дә йәнәш ҡуйып булмай: уның тауышы ла үҙенсәлекле, төҫ-ҡиәфәте лә башҡаларҙан айырылып тора. Хатта тормош юлы ла башҡаларҙыҡын ҡабатламай кеүек. Үҙ тормошона фотоһүрәттәр аша күҙ һалған йырсы ғүмеренең төрлө мәле хаҡында бәйән итә.

1) Бала саҡтан йырларға яраттым, тик ниңәлер гел рус телендә йырлай инем. Тәрбиәсебеҙ Ләйлә Арыҫлан ҡыҙы 23 февраль айҡанлы ойошторолған концертта ҡатнашырға саҡырҙы. Ул көндө тулҡынланып көтөп алдым, ни тиһәң дә тәүге тапҡыр сәхнәгә сығам бит! Ап-аҡ күлдәк, үтекләнгән ҡара салбар кейеп, шығырым тулы зал алдына – сәхнәгә сығып баҫтым да “Крейсер “Аврора” йырын башланым. Ҡаушағанғамы икән, тауышым нәҙек кенә булып сыҡҡандай тойолдо, шулай ҙа аҙаҡ батырайып киттем, оялыу хистәре онотолдо. Тамашасылар ныҡ оҡшатты, ҡабат йырлауымды һорап алҡышланылар.
8-се класта уҡығанда ҡапыл тауышым бөттө, йырлай алмай башланым. Ҡайғырып илап торғанды күреп: “Бер нисә йыл йырламай тор. Һәр үҫмерҙә була торған осор ул. Ошо мәл үтеп китһә, һин тағы ла матурыраҡ йырлай башларһың!” – тип уҡытыусым Тамара Кинйәбай ҡыҙы йыуатҡайны.

2) Сибай интернатын тамамлағас, ағайым 50 һум аҡса биреп: “Теләгән ереңә уҡырға инергә тырыш”, – тине. Поезға ултырып, беренсе тапҡыр Өфө ҡалаһына юлландым. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына, Ғаб­дулла Ғиләжев курсына уҡырға индем. Үҙемдең исем-шәрифемде уҡырға инеүселәр араһында күргәс, парктағы эскәмйәгә ултырҙым да, шатланыр урынға илап ебәрҙем. Бәләкәйҙән интернатта үҫкән бала булараҡ, үҙ аллы тормошҡа бөтөнләй әҙер түгел инем. Унда беҙҙе кейендерҙеләр, ашаттылар, уҡыттылар. “Ә хәҙер нисек йәшәрмен?”– тигән уй менән аптырап ҡалдым. Шулай ҙа студент тормошона тиҙ өйрәндем. Салауат театры актеры Риза Мәһәҙиев менән ныҡ дуҫбыҙ. Ул дуҫлыҡ студент йылдарынан уҡ дауам итә.
Тик миңә диплом алырға насип булманы: 3-сө курста, әсәйем мәрхүмә булыу сәбәпле, уҡыуҙы ташларға тура килде. Дипломһыҙ булыуым эшләргә лә, атҡаҙанған исемен алырға ла ҡамасауламаны.

3) Дипломым булмаһа ла, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлағайным. Ғафури районында гастролдә инек, мине әрме хеҙмәтенә саҡырттылар. Баймаҡ хәрби комиссариаты алдында башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә”не башҡарғаным хәтерҙә ҡалды.
Әрме хеҙмәте минең өсөн тормош мәктәбе, сынығыу осоро булды. Төрлө кисә булһа, мотлаҡ башҡорт йырҙарын башҡарҙым. Талбазынан Илшат Фәтихов, яҡташым, Сәйғәфәр ауылынан Рөстәм, Әлшәйҙән Фәнил Вәлиев менән дуҫ булдым. Күптәр менән һаман да аралашам. Сыңғыҙ, Юлай, Батырхан исемле өс улым бар, уларҙы ла мотлаҡ әрме хеҙмәтен үтергә өгөтләйәсәкмен.

4) Әрменән тура, форманы ла һалмайынса, театрға килеп, яңынан эш башланым. “Ҡоҙаса” комедияһында үтә лә яратып Басир ролен уйнай инем, яңы асыл­ған Сибай филармонияһына саҡырыу булды. Күңелем ныҡлап йырға тартылған мәл ине, үҙемде йырсы булараҡ һынап ҡарар өсөн был тәҡдимгә риза булдым. Теләгемә ирештем, халыҡ араһында танылыу яуланым. Стәрлетамаҡ, Нефтекама филармонияларында эшләп, ҡанат нығытҡан Сибайыма кире ҡайттым. Актер оҫталығын Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтан алһам, артабан­ғы үҫеш өсөн Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатоваға рәхмәтлемен. Әрләп тә, маҡтап та, үҙенең идеяларына беҙҙе лә ышандырып, үҙенең осҡондарынан беҙҙе лә ҡабындырып эшләткән, эшләргә өйрәткән шәхес булды.
Шулай ҙа театр һағындыра. Үкенес юҡ ул, әммә ҡайһы бер спектаклдәрҙә уйнағым килә. Шуғалыр ҙа филармония театрлаштырылған тамашалар сәхнәләштерһә, йөҙөп йөрөп эшләйем. Айырыуса “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы, йәки операция “Б” музыкаль комедияһы күңелемә яҡын.

5) Оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәһәм дә, күңелем менән мин – ауыл малайы. Шәхси йортта йәшәүҙең рәхәтлеген аңлатып бөтә алмайым. Хәс тә ауылдағы кеүек инде! Селек һепертке, әрем, мәтрүшкә үләндәре ҡушып ҡайын миндеге бәйләп, йәй буйы ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәбеҙ. Ҡаҙ, бройлер тауыҡ аҫрап, баҡса сәсеп, эш менән йәшәйбеҙ. Әлбиттә, ял да итергә кәрәк. Балыҡҡа йөрөргә яратам. Буш ваҡытым булдымы, ҡармаҡтарымды күтәреп, йылға буйына йүнәләм. Башҡортостандың матур тәбиғәтен күрер өсөн йыл һайын сәйәхәткә сығырға тырышам. Тағы ла мунса яратам. Йорт һатып алыу менән мунса һалырға тотондом. Дуҫ-иштәр, туған-тыумаса кәңәш биреп маташты ул. Мәләүез кирбесенән, махсус проект буйынса, айырым эшсе яллап, үҙемсә эшләттем.

6) Ун йыл Нефтекама филармонияһында эшләгәндән һуң тыуған яҡтарға ҡайтырға булдым. Сит ергә ерһенә алманым. Шулай ҙа мин ул ҡалаға рәхмәтлемен. Тормошомдоң матур бер өлөшө тап ул төбәк менән бәйләнгән. Әммә ир-ат өсөн тыуған яҡ төшөнсәһе яҡын.
Сибайға ҡайтҡас, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башланым, эскегә лә һабыша яҙҙым. Яңғыҙлыҡ ауыр нәмә бит ул, айырыу­са ир ке­шегә. Өс йыл шу­лай аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң күңелдә дингә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Намаҙҙарымда Аллаһы Тәғәләнән ғаилә бәхете, мөхәббәт хистәре һораным. Ул минең ялбарыуҙарымды ишетте. Гөлшат Дәүләтшина исемле шағирә ҡыҙ менән беҙ алдан таныш инек. Яңы концерт программаһына яңы йыр өсөн шиғырҙар һорап уға мөрәжәғәт иттем. Нисектер үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты: аралаша торғас, яҡын дуҫтарға әүерелдек, артабан арала мөхәббәт хистәре уянды. Никах уҡытып, ғаилә ҡороуыбыҙға дүрт йыл. Бөгөн беҙҙең Батырхан исемле улыбыҙ үҫә.

7) Йыр булмаһа, тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Эш хаҡы түбән булып, аҡса еткерә алмаған саҡта сәхнәнән китергә, тип уйлағаным булды. Идеялар ҙа бар, әммә сәхнә үҙенән ебәрмәй. Мин дә сәхнәгә береккәнмен. Әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә нимә яҙғанын алдан белеп булмай, шулай ҙа әле йырлауҙан туҡтағым килмәй. Ике аҙна сәхнәгә сыҡмаһам, күңелем толҡа тапмай башлай. Тамашасыларым менән бергә булғым килә. Мин йырһыҙ йәшәй алмайым.

Сығыу ваҡыты 13-05-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 100
|
  • “Беҙҙе Сибай путч менән ҡаршы алды”
  • “Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Һәр саҡта, һәр урында уҡыла торған доға
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM