НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Биш класс белемле халыҡ артисы

Биш класс белемле халыҡ артисы


Биш класс белемле халыҡ артисыҒәзизә НАСИРОВА тәбиғәттән бирелгән таланты менән ролдәрен еренә еткереп башҡарған

Быйыл Салауат башҡорт драма театры үҙенең 85 йыллыҡ юбилей миҙгелен асты. Ошо йылдар аралығында ул ил тарихында булып үткән барлыҡ ваҡиғаларҙы, тетрәнеүҙәрҙе һәм күтәрелештәрҙе кисергән. Театрҙың башланғысында һәм профессиональ үҫешендә бик күп билдәле шәхес торһа ла, ике актер ғаиләһен – Зәкиә менән Ибраһим Әхмәровтарҙы һәм Ғәзизә Насирова менән Бикташ Кәлимуллинды айырым билдәләп үтергә кәрәк. Тап ошо легендар артис­тар, ғүмерен сәнғәткә арнап, Салауат театрына тоғро хеҙмәт итте.

Нимәһе ҡыҙыҡ, Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы Насированың театраль белеме булмай, хатта уға мәктәптә лә биш йыл ғына уҡыр­ға тура килә. Әммә ул тәбиғәттән бирелгән һәләте менән 56 йыл буйы сәхнәлә балҡый, ижад итә, профессионалдар менән бер сафта була. 1916 йылдың 15 сентябрендә Ауырғазы районының Семенкин ауылында тыуған ҡыҙ 14 йәшендә театр түңәрәгенә йөрөй башлай. 1937 йылда Ауырғазы совхоз театрына костюмер булып эшкә килә. Ҡыҙҙың талантын күргән режиссер Елизавета Сыртланова-Шляхтина уны актер итеп эшкә ала. Уның амплуаһына комик образдар яҡын булһа ла, драматик ролдәрҙе лә яратып, тамашасылар күңеленә үтеп инерлек итеп башҡара. Хазина (“Балаҡайҙарым”, Ә. Атнабаев), Йомабикә (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т. Ғиззәт), Сафура (“Әсәләр көтә улдарын”, Ә. Мирзаһитов), Әсә (“Ҡанлы туй”, Ф. Лорка) – был ролдәр ҙур ижади исемлектең бары тик бәләкәй өлөшө генә.
Ире, актер, Башҡортостандың атҡаҙан­ған артисы, Бикташ Кәлимуллин менән улар 50 йылға яҡын матур ғүмер кисерә, Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы уның тәүге ҡатынынан тыуған балаларын үҙенекеләй күреп ҡабул итә, тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенә бала табыу бәхете татырға насип булмай. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Салауат дәүләт театрына килгән яңы етәкселек күп кенә ветеран актерҙы, шул иҫәптән Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙын да хаҡлы ялға оҙата. Талантлы артисты йәш режиссер Байрас Ибраһимов яңы асыл­ған “Нур” татар дәүләт театрына эшкә саҡыра. 1993 йылға тиклем ул ошо театр­ҙа эшләй, аҙаҡ, ҡаты ауырыу сәбәпле, Салауат ҡалаһына кире ҡайтып китә. Теүәл бер йылдан, 1994 йылдың 25 апрелендә, Ғәзизә Насирова вафат була. Уны белгән тамашасылар ҙа, бергә эшләгән актерҙар ҙа олоғая бара. Шулай ҙа ошондай иҫтәлектәр, хәтернамәләр менән беҙ башҡорт театры тарихында ошондай бөйөк шәхестәр бар икәнен халыҡҡа белдерергә тейешбеҙ.
Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт итеү дәүерендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзизә Насирова бик күп режиссер, драматург, актер менән эшләй. Бөгөн шулар­ҙың бер нисәүһе данлыҡлы шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Фәрдүнә ҠАСИМОВА, профессор,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер:

– Ғәзизә мине танышҡан көндән үк үҙенең таланты менән әсир итте. Көслө, сағыу тауышлы актриса булды, уйнауын Вера Пашенная менән сағыштыра инем. Салауат театрында Мөхәмәтша Буранғоловтың “Шәүрәкәй”ен сәхнәләштергәйнем, шул саҡта бик тығыҙ аралаштыҡ. Ул имсе ҡарсыҡ ролен башҡарҙы, бергә эшләүҙән ләззәт кенә алдым. Тәбиғәттән бирелгән талант, һиҙгерлек һәм тойомлау унан бөйөк артист яһаны, тип әйтһәм, яңылышмаҫмын. Бер уйлап ҡараһаң, махсус белеме юҡ, сәхнә ҡанундарын белмәй кеүек. Әммә ул тамашасыға ролен нисек еткерергә икәнен аңланы. Бейеү дәрестәрен уҡымаған, ә йөрөшөндә тәбиғи һығылмалылыҡ булды. Ниндәй генә жанрҙа ижад итһә лә, тамашасыларҙы йә илатты, йә көлдөрҙө, йә уйландырҙы. Битараф ҡалыусы булмағандыр ул. Мәҙәниәтле генә итеп режиссерҙарға, актерҙарға үҙ фекерен еткерә белә ине. Ә был һәр кемдә лә булмай, үҙе бер айырым талант.
Үҙе артыҡ талантлы булғанғамы икән, талантһыҙҙарҙы, илке-һалҡы йөрөгән ялҡауҙар­ҙы, ике йөҙлөләрҙе яратманы. Әрләшеп, тауыш ҡуптарып йөрөмәне, бары тик улар менән аралашманы. Ә яратһа, бар күңелен бирә ине, бер ниҙе лә йәлләмәне. “Балаҡайым, матур­ҡайым, бәғерем, һылыуым, сибәрем” тигән йомшаҡ һүҙҙәр менән, күңелгә үтеп инерлек итеп кеше менән һөйләшә ине. Миңә лә бейек үксәле, лаклы туфли бүләк иткәйне, 30 йылдан ашыу ваҡыт үтте, ул һаман да шул килеш. Ихлас күңелдән, йәлләмәйенсә бирелгән бүләк оҙаҡ хеҙмәт итә, тиҙәр бит.

Байрас ИБРАҺИМОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер:

– 1979 йылда ҡатыным менән Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Салауат театрына эшкә килеү менән беҙҙе Ғәзизә апай үҙ ҡанаты аҫтына алды. Аҡса ла биреп торҙо, өйөнә алып ҡайтып, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, сәй ҙә эсерә ине. Йәш ғаилә аҡыллы кәңәштәргә лә мохтаж була. Беҙ унда – үҙебеҙ өсөн икенсе әсәйҙе, Бикташ ағайҙа икенсе атайҙы таптыҡ. Тәртипкә лә унан өйрәндем. Бер ваҡытта ла эшкә һуңламаны, тейешенән тыш бер көн дә ял һораманы. 1987 йылда режиссер булараҡ тәүге эшемде – “Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай” спектаклен сәхнәләштерҙем. Пландан тыш булғас, уға аҡса бүленмәне, хатта репетициялар үткәреү өсөн зал да спектаклдәр тамамланғас бирелә ине. Шул саҡта Ғәзизә апай миңә терәк һәм таяныс булды. Әсә ролен башҡара ине, ризаһыҙлыҡ белдермәй генә, уфтанмай, һыҡранмай, киреһенсә, ихласлыҡ менән төн уртаһына тиклем репетиция яһай, унан өлгө алған артистар ҙа ҡайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмай. Ә иртәнсәк бер ни булмағандай ваҡытында эшкә килә, хатта берәй тәмле генә ҡамыр ризығы алып килеп, артистарҙы сәй менән һыйлай. Ҡайһы ваҡытта өлгөргәндер, беҙгә сер булып ҡала. Тап шул йылдарҙа ул ҡаты ауырыған Бикташ ағайҙы ла тәрбиәләне.
Нимәһе үкенес, 1986 йылда театрҙа Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙының 70 йәшлек юбилейын ҙурлап, матур итеп үткәрергә йыйынғайныҡ. Тик ҡайһы бер “дуҫтар”ының өгөтләүенә бирелеп, ул кисәнән баш тартты. Ә ул үҙенсәлекле таланты, хеҙмәт яратыуы менән һәр йыл һайын шундай кисә үткәрерлек хөрмәтле һәм лайыҡлы кеше ине. 1987 йылда уның тураһында радио фондына тапшырыу әҙерләнгәйне, хеҙмәттәштәре уның тураһында тик матур һүҙҙәр генә әйтте. “Театрҙың йөҙөк ҡашы, тәбиғәт бүләге, “самородок” – быларҙың барыһы ла арттырыу түгел, ә ысынбарлыҡ.

Ниса БАКИРОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Ғәзизә апайҙа яуаплылыҡ тойғоһо көслө булды. Гастролдәр ваҡытында көнөнә бер нисә спектаклдә уйнарға тура килә. Иренгән актерҙар арлы-бирле генә итеп грим һалып сәхнәгә сыға торғайны, ә ул мотлаҡ биҙәнеп, сәсен тейешенсә тарап, роленең костюмдарын кейеп сығыр ине. Бәләкәй генә ауыл клубында ла, Өфө мәҙәниәт һарайҙарында ла берҙәй бирелеп уйнаны, ролдәренең ҙурына ла, бәләкәйенә лә берҙәй яуаплы ҡараны.
Ниндәйҙер спектакль менән районға оҙайлы гастролгә сыҡтыҡ. Тейешле ауылдың ҡунаҡханаһына килеп туҡтаныҡ. Уның алдында төҙөкләндереү эштәре бара, торбалар тырым-тырағай ята. Бикташ ағай менән йәнәш китеп бара ине, шул торбаға абынып, Ғәзизә апай ҡолап китте. Әллә тимергә, әллә ташҡа эләктеме, баш тиреһе йыртылды. “Тиҙ ярҙам” машинаһы уны дауаханаға алып киткәйне, яраһын тектереп, бер нисә сәғәттән спектаклдә уйнарға килеп тә етте. Һыҙланыуына ҡарамайынса сәхнәгә сыҡты. Тамашасыларҙы яратҡан, хөрмәт иткән кеше генә шулай эшләй. Үҙ һөнәренә мөкиббән киткән Ғәзизә апайҙы һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуям.
Кешене ғәфү итә лә белде. Оҙаҡ йылдар буйына бергә эшләгәс, аңлашмаған, бер аҙ һүҙгә килешкән мәлдәр ҙә була. Бер ваҡытта ла асыу һаҡлап, кенә тотоп йөрөмәне. “Әйҙә әле, һылыуым”, – тип, бер ни булмағандай аралашып китә торғайны.

Рим ӘМИНЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Минең артист булып китеүемә Ғәзизә апай менән Бикташ ағайҙың йоғонтоһо ҙур булды, тип әйтә алам. Бала сағымда уҡ беҙҙең ауылға спектакль менән килһәләр, улар беҙгә фатир­ға төшә торғайны. Мәшһүр артис­тар менән аралашып, спектаклдәр ҡарап, театр тигән сихри донъяға ғашиҡ булдым һәм сәнғәт институтына уҡырға барырға батырсылыҡ иттем. Мәр­хүмдәрҙе тик һәйбәт кенә яҡтан иҫкә алырға кәрәк, тиҙәр. Ә бына Ғәзизә апай­ҙың насар яҡтарын хәтерләргә тырышҡан саҡта ла, иҫкә төшөрөп булмай. Йор һүҙле, кешеләргә ҡарата ярҙамсыл, ихлас, йомарт булды ул.
Тәүге ролемдән үк Ғәзизә апай менән бергә уйнау бәхете тейҙе. Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”да ул Хазинаны, ә мин уның улы Дамирҙы уйнаным. Бына шундай шәхестәр менән башланып китте ижад юлым. Ваҡыт үтә, үҙебеҙ ҙә инде 80-де ҡыуалаған быуынбыҙ, Ғәзизә апай йәшәгән ғүмер­ҙе ҡыуып киләм. Тамашасылар хәтере, гәзит-журналдар иғтибары бөгөн доға кеүек уның рухын шатландырыр, тип ышанам. Бөтә ғүмерен ул театр сәнғәтенә арнаны, тамашасыларға фиҙакәр хеҙмәт итте.

Биш класс белемле халыҡ артисы

Сығыу ваҡыты 27-03-2018, 09:41 | Ҡаранылар: 183
|
  • Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?
  • Актер һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш
  • Бөгөнгө театрҙың Шәүрәкәйе һәм Ғәлиәбаныуы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM