НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » 14 февраль – Ғашиҡтар көнө

14 февраль – Ғашиҡтар көнө


14 февраль – Ғашиҡтар көнө
14 февраль – Ғашиҡтар көнө

Беҙҙә Изге Валентин көнөнә, әлбиттә, ҡараштар төрлөсә. 90-сы йылдарҙа йәшәйешебеҙгә килеп ингән байрамды Рәсәйҙең оло быуын кешеләренең күпселеге ҡабул итмәй. Йылдар уҙған һайын байрамды тынысыраҡ ҡабул итәбеҙ кеүек. Ғашиҡтар көнөнөң мөһимлеге беҙҙең илдә тик йәштәргә генә ҡайтып ҡала. Уларға хистәрҙе белдереү өсөн уңайлы был көн. Шулай ҙа ғаилә ҡорған ир менән ҡатын араһында ла бер-береһенә ҡарата иғтибарлылыҡты арттырған, бүләк йәки көтөлмәгән сюрприз әҙерләгән парҙар юҡ түгел.
Мөхәббәтте нисек теләйһең, шулай аңлатырға була. Уны һүҙ менән ябай итеп әйтһәң дә, төрлө ысул ярҙамында аңлатһаң да, асылы бер үк. Иң мөһиме, ҡоро һүҙҙәр булмаһын! Күберәк яратығыҙ һәм яратылып йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!

Башҡорт эстрадаһының йәш таланттары – әлегә өйләнмәгән егеттәр һәм кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар блиц-һорауҙарға яуап бирә.
1. Үҙ ғүмерегеҙҙә нисә тапҡыр ғашиҡ булдығыҙ?
2. Ғашиҡтар көнөнә бүләк алғанығыҙ бармы? Иң үҙенсәлеклеһе ниндәй?
3. Ә үҙегеҙ Ғашиҡтар көнөнә һөйгәнегеҙгә ниндәй бүләк әҙерләйһегеҙ?

Алтынай ВӘЛИТОВ
Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр ныҡ итеп ғашиҡ булдым.
Бүләктәрҙе хәтерләмәйем.
Мотлаҡ матди ҡиммәткә эйә бүләк әҙерләргә тимәгән. Минеңсә, һөйгәнеңә иғтибар бүлеп, уны берәй ергә саҡырыу, ҡыҙыҡлы бәләкәй генә сара ойоштороуға бер ни ҙә етмәй. Йәл, әлеге ваҡытта алыҫта гастролдә йөрөгәнлектән, был юлы байрамды ҡәҙерле кешем янында уҙғарыу бәхете тәтемәй.

Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ
Үҙ ғүмеремдә өс тапҡыр ғашиҡ булдым. Беренсеһе – башланғыс кластарҙа уҡығанда бер ҡыҙға күҙем төшкәйне. Студент саҡта бер һылыу башымды әйләндерҙе – был һөйөүем мәңгелеккә иҫемдә ҡалды. Араларҙың алыҫлығы арҡаһында беҙ бергә була алманыҡ һәм бер-беребеҙҙе яратһаҡ та, айырылышырға мәжбүр булдыҡ. Әлеге ваҡытта ул кейәүҙә. Бөгөнгө яратыуым иһә тыныс ҡына, ә шашып түгел.
Миңә шул стандарт бүләк­тәр­ҙе бирәләр – открыткалар, йомшаҡ уйынсыҡтар. Иң иҫтә ҡалғаны – ҙур йомшаҡ айыу. Был ҡыҙ уйынсығын бер ҡасан да бер кемгә лә бирмәүемде үтенгәйне, шуға күрә айыу һаман да минең менән.
Һөйгәнемде ниндәй бүләк менән ҡыуандырыу хаҡында әлегә ныҡлап уйламағанмын. Берәй креатив уйлап сығарырға кәрәктер. Ғашиҡтар көнөндә мотлаҡ сәскә бүләк итәм, был көндө тик һөйгәнемә генә бағышлайым.

Артур СОЛТАНОВ
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, бер тапҡыр ғына һөйөү тәмен татыным.
Ғашиҡтар көнөндә урамда китеп барған саҡта таныш булмаған ҡатын-ҡыҙ роза бүләк итте. Мин, алырғамы, юҡмы, тип икеләнеп торғансы, сәскә ҡулымда ине. Көтөлмәгән һәм иң иҫтә ҡалған бүләк ошо әлегә.
Байрамды тыныс ҡаршы алам. Кемгәлер бүләк әҙерләмәйем, сөнки әлеге ваҡытта яңғыҙмын.

Диана ӘХМӘТШИНА
Үҙ ғүмеремдә ни бары бер тапҡыр ысынлап ғашиҡ булдым. Егетем менән тәүҙә дуҫтар ғына инек, тора-бара арабыҙҙа һөйөү хисе ҡабынды. Беҙ хәҙер өс йыл бергә.
Хәҙер ҙур-ҙур гөлләмәләр, мәҫәлән, 101 рауза сәскәһе бүләк итеү модала, тик улар арзан түгел. Яратыу һүҙҙәрен берәй асыҡ ергә яҙып ҡуйыу – борондан килгән йола. Минеңсә, дөйә лә – бүләк, төймә лә – бүләк. Бүләкте ысын йөрәктән, яратып бирһәң, бер кеше лә битараф ҡалмаясаҡ. Миңә открытка һәм башҡа ваҡ-төйәк бүләк иткәндәре бар.
Һуңғы йылдарҙа егетем менән бер-беребеҙҙән ниндәй бүләк алырға теләүебеҙ хаҡында мотлаҡ һорайбыҙ. Быйыл да уға һораған әйберен һатып алып ҡуйҙым. Былтыр иһә, романтик хистәр өҫтәргә теләп, уны ни өсөн яратыуымдың 50 сәбәбен яҙып, үҙ ҡулдарым менән открытка эшләгәйнем.

Альбина ДӘҮЛӘТКИЛДИНА
Мин бик йыш ғашиҡ булам. Шулай ҙа ике тапҡыр ныҡлап яраттым.
Ғашиҡтар көнөндә бер-береңә бүләк биреү йәштәр араһында таралған. Миңә лә бүләк итәләр, тик араһында иҫтә ҡалырлыҡ әллә ниндәй үҙенсәлеклеһе булғаны юҡ. Ысын күңелдән яратҡан кешем булһа, уның бүләге, һис шикһеҙ, иҫтә ҡалған булыр ине.
Күңелем ярһыусан, үтә хисле булһа ла, һаман да ярат­ҡан кешем юҡ. Бүләктәрҙе яҡын кешеләремә әҙерләйем.

Динара ҒҮМӘРОВА
Минеңсә, ғашиҡ булыу менән кемделер оҡшатыу – икеһе ике төрлө хис. Ысын мөхәббәт бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамай, бер ҡасан да һүрелмәйәсәк. Ғашиҡтар бер-береһенә мәңгелеккә тоғро ҡалырға тейеш. Быға тиклем оҡшатҡан кешеләрем булды, әлбиттә.
Ғашиҡтар көнөнә иң оҡшаған бүләк йөрәк формаһындағы ҡапта төрлө кәнфит булды.
Егетем бар, уға сифатлы студия ҡолаҡсындары бүләк итәсәкмен, сөнки ул музыка менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, 14 февралдә «Өфө уттары»нда Ғашиҡтар көнөнә арналған концертта ҡатнашам. Башҡарасаҡ йырҙы миңә һөйгәнем үҙе аранжировкалап бүләк иткәйне.

Сығыу ваҡыты 14-02-2018, 11:03 | Ҡаранылар: 223
|
  • Дәрт-дарман, илһам һәм көс – бүләк итә «Юлдаш Plus»
  • ”Шиғри юлдар һиңә, һөйөүөм...”
  • Филармония егеттәре ғашиҡтар көнөндә мөхәббәтен белдерә һәм “Амур-лямур” тип аталған концертҡа саҡыра
  • Илмир МОТАЛОВ Ауыл йәштәренә концерт-дискотека бүләк итә
  • “Йәшлек” менән булырға бер ҡасан да һуң түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM