НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Гүзәллектең сағыу өлгөһө ул

Гүзәллектең сағыу өлгөһө ул


Гүзәллектең сағыу өлгөһө ул
Тәү күргәндә үк уның тәбиғи матурлығы һәм мөләйемлелеге ҡарашты үҙенә тарта. Һары матур, тиҙәр был типажды. Аҡ йөҙлө, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле, һомғол буйлы Люциә Фәйзуллина йәшлек матурлығын һис тә юғалтмаған. Ә ундағы ихласлыҡ, күңел йылыһы, зауыҡ һәм тормошто яратыу тотош донъяға етер кеүек. Бер ҡайғыһыҙ, мәшәҡәтһеҙ, тик үҙе өсөн генә йәшәгән нәзәкәтле ҡатын, тип тә уйларға була тәү ҡарашта. Тик һирәктәр генә был ҡатындың бик күп тормош һынауы аша үткәнен белә. Яңғыҙына ғына улын аяҡҡа баҫтырырға ла, йәшәр өсөн йорт һатып алырға ла, аҡсаһыҙлыҡ заманын үткәрергә лә тура килә. Күңел матурлығын юғалтмаҫҡа уға яратҡан эше, йырҙары һәм сәхнә ярҙам иткәндер, тип уйланым, Люциә менән яҡындан таныш­ҡас. Хәйбулла районының йөҙөк ҡашы, талантлы сағыу “йондоҙ”о, тип тә әйтергә була уны.

Бала саҡта хәрби булырға хыялланған, яҡшы уҡып, фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәгән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, бер туған апаһы Зәйтүнәнең өгөтләүенә бирелеп кенә Сибай педагогия училищеһына имтихандар тапшырырға килә. Мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә уҡый башлағас, ул үҙен аҙашҡан кеше кеүек хис итә. Уҡыуына ла, буласаҡ һөнәренә лә ҡыҙыҡһыныуы булмағас, йәш ҡыҙ толҡа тапмай башлай. Яҙмыш уға шул саҡта уҡ оло бүләк эшләй: ярты йыл да уҡып өлгөрмәй, осраҡлы ғына рәүештә башланғыс кластар педагогикаһы бүлегендә бер урын бушағас, Люциәгә шунда күсергә тәҡдим була. Тәүге көндә үк вокал дәресенә эләккәс, студент ҡыҙ күңелендә уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлығын тоя һәм бар тырышлығын һалып, буласаҡ һөнәрен үҙләштерергә тотона. Ике тональноста ла берҙәй матур йырларлыҡ тауыш мөмкинлеге барлығын белгәс, уҡытыусылары уны училищеның вокал ансамбленә йөрөргә саҡыра, шулай уҡ бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Студент йылдары уҡыу менән сәхнә араһында үтә, тип тә әйтергә була. Яйлап буласаҡ һөнәренә лә һөйөү уяна.
Диплом алып ҡайтҡас, йәш белгесте район мәғариф бүлеге Әлебай ауылына эшкә ебәрә. Тәүге дәресендәге ҡыҙыҡ хәл уның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Ул талантлы балаларҙы асыҡлау маҡсатында һәр береһен йырлатып ҡарарға була. Бер малай дәрес буйына “Сарманай” йырын йырлап сыға, йәш уҡытыу­сы тәжрибәһеҙлектән уның күңелен ҡыймаҫлыҡ итеп ниндәй һүҙҙәр менән туҡтатыр­ға белмәй аптырап ҡала.
– Әлебай ауылында эшләһәм дә, күрше Уфимский ауылынан ике саҡрым йөрөп эшләнем. Һәр кис һайын Уфимский ауылы мәҙәниәт йортона Зәйтүнә апайым менән репетицияларға йөрөй торғайным. Унда баянсы булып эшләүсе Марат Әкрәм улының өгөтләүе буйынса йырсы булараҡ тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Уға тиклем тик ансамблдә генә сығыш яһап йөрөгәс, оялып, ҡаушап ҡала инем. Яйлап үҙ-үҙемдә ышаныс тойғоһо барлыҡҡа килде. Ауыл таланттары менән бергәләп, Хәйбулла районының башҡа ауылдарында ла концерттар ҡуя инек, хатта бер тапҡыр Ырымбур өлкәһенә лә гастролгә барҙыҡ. Талантым бала саҡтан булған инде, тик сәхнәгә сығыу тураһында уйланманым. Бер туған Зәйтүнә апайымды районда белмәгән кеше юҡтыр, моғайын, бигерәк матур йырлай. Ә Хәйҙәр ҡустым бала саҡтан уҡ ҡурай уйнаны, бөгөн райондың Уфимский ауылындағы музыка мәктәбендә эшләп йөрөй. Әсәйебеҙҙә рус халыҡ йырҙарын йырларға талант бар ине, башҡорт ауылы өсөн был сит күренеш булған­ғамы, һирәк йырланы. Ғаиләлә алты бала үҫтек, атай менән әсәй беҙҙе хеҙмәт менән тәрбиәләне. Шуғалыр беребеҙҙең дә эштә һынатҡаны юҡ. Гөлдәр апайым – оҫта тегенсе, Зилә апайым Аҡъюл ауылында фельдшер булып эшләй, уға ҡарата тик рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетеп торабыҙ. Айҙар ҡустыбыҙ инде мәктәп йылдарынан уҡ машина тип хыялланды, хәҙер шофер булып эшләй, – тип бәйән итте Люциә, хәтирәләргә бирелеп.
Ике йыл Әлебай ауылында уҡыт­ҡандан һуң, Люциәгә атаһы Фазылъян ағай менән әсәһе Кәримә апай юғары белем алырға кәңәш бирә һәм ул Стәрлетамаҡ педагогия институтына юл тота. Бер йыл көндөҙгө бүлектә белем алғас, ҡыҙ ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә лә хеҙмәт юлын дауам итер өсөн ҡабат тыуған яғына – Хәйбулла районына ҡайта. Тап шул ваҡыттан – 1995 йылдан Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбендә уҡытып йөрөй. Баланы бишектән тәр­биәләй­ҙәр, тиһәләр ҙә, күмәк коллективҡа өйрәнеүе, белемгә ынтылышы, дуҫлыҡ тойғоһо, кешеләр менән аралашыу мәҙәниәте башланғыс кластарҙа формалаша. Һәр береһенә иғтибарын йәлләмәгән, уртаҡ тел таба белгән, кәрәк саҡта психолог та, кәрәк саҡта дуҫ та була белгән уҡытыусыны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә, ярата. Тәүге уҡыусылары хәҙер инде буй еткереп, ғаилә ҡорһа ла тәүге уҡытыусылары менән араларын өҙмәй, гел генә аралашып, телефондан шылтыратып тора.
– Эшләү дәүеремдә 1-сенән 4-се класҡа тиклем дүрт класс сығарҙым. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле булды. Бер осорҙа тыуған балаларҙың ниндәй­ҙер уртаҡ таланттары булғанын үҙ тәжрибәмдә һынаным. Бер класым менән йыл һайын спектаклдәр ҡуйҙыҡ, “Алтын тирмә” конкурсында район кимәлендә еңеү яуланыҡ, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика конкурсына бара алмай ҡалдыҡ. Икенсе класым йырға һәләтле булды, өсөнсө сығарылышым “Таш­туғай” исемле фильм менән информацион технологиялар буйынса республика “КРИТ” конкурсында – беренсе, Бөтә Рәсәй интернет конкурсында 2-се урын яуланы. Ә быйылғы балаларымдың бөтәһе лә бейеүгә һәләтле, етмәһә, теүәл 13 пар уҡый. Төрлө бейеү өйрәтеп, сәхнә костюмдары тектереп, уларҙы конкурстарҙа, концерттарҙа ҡатнаштырғым килә, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты уҡытыусы. – Бәләкәй саҡтан сәхнәгә сығып, халыҡ иғтибарын яулап өйрәнгән балалар ҡыйыу була, үҙ фекерен дөрөҫ итеп еткерә белә.
Люциә үҙе лә һөнәри бәйгеләрҙә, ижади конкурстарҙа даими ҡатнашып тора. Уҡытыусылыҡ яратҡан һөнәре булһа, йыр – күңел дауаһы. Мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙың, байрам кисәләренең йырлы биҙәге ул, йыш ҡына алып барыусы булараҡ та сығыш яһай. Нәзифә Ҡыҙрасова етәкселегендәге “Гөлләмә” ансамблендә шөғөлләнә. Ә 17 йыл элек район мәҙәниәт йортондағы халыҡ театры етәксеһе Сәриә Әбишева Люциәне спектаклдә уйнарға саҡыра. Шул йылдан алып һәр спектаклдә ҡатнаша, бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһын яулай. Тағы ла талантлы ҡатын 20 йыл үткәс, ҡабат бейеүсе булараҡ та сәхнәгә сыға: 2016 йылда “Сиҙәм” өлгөлө бейеү ансамбленең өлкәндәр составы менән “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулайҙар.
Уҡытыусы эшенең бөтмәҫ мәшәҡәттәре лә, тормош ауырлыҡтары ла Люциә өсөн үҫешергә, камиллашырға ҡамасауламай. Эшенә лә, үҙенә лә ваҡыт табырға тырыша ул. Машинала йөрөргә таныҡлыҡ алған, саңғыла йөрөргә ярата, бәйләм бәйләп, тәмле ризыҡтар бешереп, уңған хужабикә икәнен дә иҫбатлай.
– Йырымдың һүҙҙәрен, спектаклдәге ролдәрҙе көн һайын мәктәпкә барып-ҡайтҡанда ятлайым. Һәр көн өсөн алдан яҡынса план төҙөп ҡуям, кисен үтәлгән эштәр өсөн үҙемде маҡтап алам. Бәлки, ваҡытында мәктәп эше, мәҙәни тормош менән шәхси тормошома ваҡыт етмәй киткәндер. Улым Айгиз, Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла мәшәҡәт тыуҙырманы, бәләкәйҙән үҙ аллы бала булып үҫте. Сәнғәт буйынса таланты булһа ла (башланғыс клас­тарҙа уҡығанда “Сулпылар” конкурсында – 2-се, “Урал батыр” эпосын һөйләп, 3-сө урын яуланы, ҡурайҙа уйнай) үҫә килә сәхнәнән ситләште. Әлеге ваҡытта ул Ҡазан федераль университетының конфликтология бүлегендә белем ала. Ул – минең таянысым да, киләсәккә өмөтөм дә, тормошомдоң йәме лә. Хәҙер инде бәхетем бөтөн, күргән ауырлыҡтар онотолдо. Ҡулына диплом алыуын, ғаилә ҡороуын түҙемһеҙләнеп көтәм. Ә ҡасандыр булған ауырлыҡтар ҙа, мәшәҡәттәр ҙә онотола бит ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге уның эске донъяһының байлығында, матурлығында, тиҙәр. Ихлас йылмайыуы менән донъяны йәмләгән Люциә Фәйзуллинаның гүзәллеге сикһеҙ ҙә, серле лә...

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.

Сығыу ваҡыты 13-02-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 234
|
  • Бер ғаиләлә – өс баянсы
  • Руль артында йырлай Буранбай
  • Буласаҡ табип
  • “Уҡытыусым һөнәр һайларға ярҙам итте” йәки Табип булырға теләгән ҡыҙ бөгөн мәктәптә эшләй
  • Сит яҡтар ҙа уны үҙ итә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM