НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Бөгөнгө эстрада ул – шоу»

«Бөгөнгө эстрада ул – шоу»


«Бөгөнгө эстрада ул – шоу»
йәки театралдың опера йырсыһы булып китеүе

Уны “Башҡорт йыры” телепроектының йөҙөк ҡашы тип әйтергә мөмкин. “Зәңгәр экран” аша барған тапшырыу­ҙарҙы күңелле итеп алып барыусы ла, һәр йыл һайын моңло йырҙары менән концерттарҙы биҙәүсе лә Иҙел АРАЛБАЕВ булыр.
Бөгөн уның менән йыр һәм сәнғәт тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Иҙел, Яңы йыл байрамын ниндәй кәйеф менән ҡаршы алдың? Ниндәй маҡсаттар, хыялдар менән янаһың?

– Аллаға шөкөр, кәйеф шәп, күңел көр. Байрамдар ҙа күңелле үтте. Иң яҡын, ҡәҙерле кешеләр менән йырлашып, бейешеп, күңелле итеп табын артында ултырҙыҡ. Йыл буйы йырҙан, дуҫ-туғандарҙан айырылмай, ошо шәп кәйефтә йәшәргә, эшләргә иҫәп тотам инде.
– Тамашасылар һине концерттар­ҙа, “зәңгәр экран” аша ниндәй генә образда күргәне юҡ?! Ә Ҡыш бабай ролен үҙ ғүмереңдә нисә тапҡыр уйнарға тура килде?
– Ышанаһығыҙмы, юҡмы, бер тапҡыр ҙа уйнаманым.
– Быға, ысынлап та, ышаныуы ҡыйын. Һиндә, йырсы булараҡ дан ҡаҙанған Иҙел Аралбаевта, актерлыҡ һәләтен күреү бер аҙ аптырата ла...
– Мин ваҡытында Сибай сәнғәт колледжының театр факультетын тамамланым. Әгәр ҙә күңелемдә йыр сәнғәтен ныҡлы өйрәнеү теләге булмаһа, бөгөн Сибай театрында йәки Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләп йөрөгән булыр инем, моғайын. Сөнки диплом алғас, ошо ике театр ҙа үҙенә эшкә саҡырғайны. Минең өсөн был оло мәртәбә булды. Әлеге мәлдә йыр менән театр сәнғәтен берләштергән опера һәм балет театрында эшләп йөрөйөм. Ниндәй уңыштар, ҡаҙаныштар булыр, әлегә әйтә алмайым, ваҡыт күрһәтер. Иҫ белгәндән сәнғәтте яраттым, телевизорҙан бейеү ансамбле сығыш яһағанда айырыу­са мөкиббән китеп ҡарай инем. Бала саҡта сәхнәнән төшмәнем: ҡурайҙа ла уйнаным, актерлыҡ һәләте лә булды, бейенем дә, йырланым да. Тәүге теләгем бейеүсе булыу ине, тик кәүҙә төҙөлөшө тап килмәгәс, икенсе юлды һайларға тура килде. Сәнғәт училищеһының бер юлы өс факультетына ла уҡырға ингәйнем, ул ваҡыттағы директор Камил Абдрахман улы Вәлиев саҡыртып алып, береһен һайларға ҡушты. Мин ул саҡта үҙемдә йырсы булырлыҡ талант барлығына ышанмай инем. Ҡурай – ул беҙҙең ҡанға һалынған, был йүнәлеш буйынса ла ҙур асыш яһай алмаҫ инем. Шуға күрә театр юлын һайланым.
– Хәҙер театр үҙенә тартамы?
– Ҡыҙыҡһынам. Әлеге ваҡытта башҡорт театрҙарының ниндәй репертуар, ниндәй актерҙар менән эшләүен беләм. Үҙемде теге йәки был актер урынына ҡуйып ҡарайым. Оҡшағандары күп, ҡабул итә алмағандары ла осрай. Ә эшкә барырға теләк юҡ, үҙемә йырсы булараҡ үҫергә, камиллашырға тигән маҡсат ҡуйғанмын.
– Күңелеңә классик йырҙар яҡынмы әллә эстрадамы?
– Элекке эстраданы яратам. Мәшһүр шәхестәребеҙ, белеме буйынса опера йырсылары Мәғәфүр Хисмәтуллин, Камил Вәлиев та бит композитор әҫәрҙәрен башҡарған. Ә бөгөнгө эстрада ул – шоу. Халыҡ ижадына, йыр сәнғәтенә ҡарата шундай һаҡсыл ҡарашта тәрбиәләнгәнгәме, күңелем менән еңел-елпене ҡабул итә алмайым. һәр замандың үҙ геройы булған кеүек, хәҙерге йәштәр Элвин Грейҙы тыңлап үҫһә, мин халыҡ йырҙарында тәрбиәләндем. Олатайым да, туғандарым да, ғөмүмән, Буранбай ауылының һәр йырсыһы оҙон көйҙәрҙе башҡара. Азамат Тимеров, Абдулла Солтанов, Илһам Вәлиев, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар – минең кумирҙарым. Халыҡ йырҙары, классик әҫәр­ҙәр, ретро йырҙар тауышыма ла, булмышыма ла яҡын.
– Ә туғандарың, таныштарың араһында опера яратыусылар бармы? Нисек кенә булмаһын, был сәнғәт төрөн күптәр үҙ итеп бармай...
– Эйе, ябай халыҡҡа опера сәнғәтен аңлауы ауыр. Уҡый башлаған осорҙа үҙем дә классик сәнғәтте ҡабул итә алмай торғайным. Ваҡыт үтеп, үҙемде бер аҙ әҙерләгәс кенә уларҙы башҡарырға батырсылыҡ иттем. Спектаклдәрҙе ҡарайым, уйланып йөрөйөм. Йөкмәткеһе менән көйҙөң гармонияһын аңлағас, тағы бер ҡат ҡарай инем. Опера сәнғәтенең нескәлектәре бик күп, тамашасыға әҙерлек кәрәк.
– Өфөгә килеүеңә байтаҡ ваҡыт үтте. Баш ҡала күңелеңдәге ябай ауыл малайын ҡыуып сығара алдымы?
– Нисек кенә булмаһын, мин – тәбиғәт балаһымын. Ауылымды һағынып ҡайтам. Ҡышҡыһын ауылдағы төтөн еҫен, йәйен бесән мәлен яратам. Сит илдә булһам, Башҡортостанды юҡһынам, тәбиғәтен, климатын һағынам.
– Сәхнәлә һин күңелле кеше, ә тормошта нисекһең? “Йондоҙ ауырыуы” йоҡманымы?
– Кешенең холҡо ситтән күренә бит, үҙ-үҙемде баһалай алмайым. Һәр нәмәнән позитив эҙләргә тырышам. Эргә-тирәмдә шат күңелле, йор һүҙле кешеләр булһа, үҙемде иркен тотам, шаярам, көләм. Ә инде өндәшмәҫ, етди кешеләр алдында шаярып тороу ахмаҡлыҡ кеүек күренә бит, үҙемде тыям. Кемгәлер, бәлки, “йондоҙ ауырыулы”, кемдәр­ҙер өсөн артыҡ ябаймындыр. Ваҡыт үтә, кешеләр ҙә үҙгәрә бит. Кемдер алға китә, кемдер артта ҡала, көнләшеүселәр ҙә була. Һәр кем үҙ күҙлегенән, үҙенсә ҡабул итә.
– Көнө буйы йырларға тура киләме?
– Оят булһа ла әйтәм инде, йырлауҙан башҡа һөнәрем юҡ (көлә – авт.). Иртәнсәк торғас та тауышты уятыр өсөн яйлап ҡына йырлай башлайым. Өйрәнәһе йырҙарҙы барлайым, аҙаҡ – репетиция, кискелеккә концерттар. Уның араһында төрлө тапшырыу төшөрөлә, конкурстарға әҙерлек бара. Көн һайын, иртәнән кискә тиклем йырлайым, тип әйтһәм дә, дөрөҫ булыр. Йырламаған саҡта башҡаларҙы тыңлайым. Имти­хандарға әҙерләнгән саҡта төшөмдә лә йырланым, хатта бүлмәләш егеттәрҙе уятҡанмын.
– Белеүемсә, тәүҙә опера театрының хорында эшләгәнһең. Был һинең өсөн нимәлер бирҙеме?
– Әлбиттә, хорҙа йырлау миңә ҙур тәжрибә булды. Бә­ләкәй генә аҙымдар менән опера сәнғәтенә килеп инеү, тип атар инем был осорҙо. Яңғыҙ йырлауға ҡа­рағанда, бер-береңде тыңлап, аңлап, хорҙа йырлау күпкә ауыр.
– Ни өсөн опера һәм балет театры? Һине, моғайын, филармониялар ҙа эшкә алырға теләк белдергәндер...
– Юҡ шул, мине филармонияға эшкә ҡабул итмәнеләр. Конкурс иғлан ителгәйне, ниндәйҙер сәбәптәр менән үтмәнем. Күңелемде төшөрөп, депрессияға бирелеп ултыра торған кеше түгелмен. Тимәк, шулай кәрәк булған, тип уйланым да, артабан эш эҙләргә тотондом. Опера һәм балет театры мине үҙенә саҡырҙы, етәкселәренә ҙур рәхмәтемде еткергем килә.
– Ниндәй партияларҙы башҡараһың?
– Әлегә маҡтанырлыҡ ҙур ролдәр булманы, ваҡтарын һанап тороу кәрәкмәҫ. Эшләргә лә эшләргә әле миңә.
– Шулай ҙа Салауат Юлаев роле менән тамашасыларҙы таң ҡалдыр­ғаныңды йәшереп ҡалдыра алмаҫһың...
– Бала саҡтан ҡартатайымдан, атайымдан Салауат Юлаев шәхесенең бөйөклөгө тураһында ишетеп үҫтем. Уның тураһындағы әҙәбиәтте уҡыным, йырҙарҙы тыңланым. Училищеға уҡырға ингәс, ҡартатайым Салауатты уйнаған Арыҫлан Мөбәрәков тураһында һөйләне һәм уның кеүек булырға өндәне. Фильмды ҡарағас, үҙемдә лә батыр ролен башҡарыу хыялы барлыҡҡа килде. Бер аҙ уҡып театр тормошона төшөнә башлағас, ролдәрҙең еңел генә уйналмауын аңлағас, күктән бер аҙ ергә төштөм. Шулай ҙа институтҡа уҡырға ингәндә, имтихандар ваҡытында Салауат арияһын йырлап маташтым.
Театрҙа “Салауат Юлаев” операһы ҡуйылыуын ишеткәс, кастингка килдем. Репетицияларға бер аҙ йөрөгәс, төп ролгә алдылар. Был уңышыма, минән бигерәк, ҡартатайым ныҡ шатланды.
– Ә Илһам Вәлиев менән дублер булыу ҡурҡытманымы?
– Илһам Вәлиев – Рәсәй кимәлендә билдәле шәхес, кумир, бик күпте күргән кеше. Шул уҡ ваҡытта ябай ҙа, миңә белгәндәрен йәлләмәй өйрәтте. Уның менән бергә эшләү ҙә, дублер булыу ҙа оло бәхет.
– Йыш ҡына талантлы артистар еңел-елпе йырҙар менән мауыға, тамада эшенә тотона. Хатта сәнғәтте ташлап, икенсе һөнәр һайлағандар ҙа бар.
– Һәр кемдең үҙ маҡсаты, үҙ юлы. Күңеленә рәхәтлек бирһә, тамашасыны ылыҡтыра ала икән, әйҙә еңел-елпене лә йырлаһындар. Ә бына сәнғәтте ташлаусылар йәл. Уның урынында икенсе берәйһе уҡыһа, халыҡҡа хеҙмәт итер ине. Тимәк, йыр сәнғәтен күтәрерлек шәхесте юғалтҡанбыҙ. Төрлө сәбәп була, әлбиттә. Һәр хәлдә, сәнғәткә килгәндә үк, бар ауырлыҡ хаҡында уйлап, аңлап, ҡабул итеп килдем. Күңелем һүрелмәҫ, тип уйлайым.
– Тәнҡит һүҙҙәрен йыш ишетергә тура киләме? Уларҙы нисек ҡабул итәһең?
– Тәнҡит кәрәк нәмә ул, айыҡ аҡыл менән, аңлап ҡабул итәм. Ҡолондоң билен ауырттырмаҫ, артыҡ маһайып китмәҫ өсөн бирелгән дарыу кеүек. Һәр ваҡыт абруйлы кешеләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалам. Мәҫәлән, конкурстарҙа мин кешене үҙем менән сағыштырмайым. Төшөп ҡалам икән, хаталарымды эҙләйем. Ныҡышмалылыҡ та күрһәтәм. “Ирәндек моңдары” конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда, беренсе турҙа уҡ төшөп ҡалдым. Икенсеһендә – 3-сө урын, 2016 йылда ғына гран-при яуланым.
– Тамашасылар алдында юғалып ҡалған осраҡтар булдымы?
– Элек булғыланы, хәҙер тәжрибә тупланым инде. Залдағы мөхит сығыш яһауға йоғонто яһай. Кемдер, ҡаш аҫтынан ҡарап: “Беҙ килдек, йә күрһәтегеҙ һөнәрегеҙҙе!” – тип ултырһа, ауыр. Ә яратып, ихлас ҡарап, ҡыуанып ултырған кешеләр алдында йырлауы ла рәхәт. Һәр хәлдә, сәхнәгә сығам икән, һәр кешенең күңеленә йырҙарымды еткерергә тырышам.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Иҙел! Яңы йыл һиңә ижади уңыштар, һаулыҡ, моңло йырҙар алып килһен!

Сығыу ваҡыты 21-01-2018, 09:00 | Ҡаранылар: 348
|
  • “Мәңгелек тема – ул мөхәббәт”
  • “Мин тормошта етди кеше”
  • Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Балет–көслө рухлылар һөнәре
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM