НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Оркестр ҡыҙыҡай»

«Оркестр ҡыҙыҡай»


«Оркестр ҡыҙыҡай»Ләйсәндең көлөүе шундай ихлас, матур! Көлөп ебәрһә, хас та шишмә сылтырап китә! Хәйер, ни эшләһә лә, Ләйсәнгә килешә: бейеһенме, йырлаһынмы, шиғыр һөйләһенме, музыка ҡоралында уйнаһынмы... Үҙенә ҡаратып ҡуйған һөйкөмлө, мөхәббәтле, һәләтле бала булып тыуған да ҡуйған.

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе ун йәшлек Ләйсән Золотареваны хәҙер белмәгән кеше юҡ, сөнки «оркестр ҡыҙыҡай» тип нарыҡланған йәш яҡташыбыҙ «Россия 1» телеканалында «Зәңгәр ҡош» проектының финалына сығып, абруйлы жюри ағзаларын да, миллионлаған тамашасыны ла үҙенсәлекле тауышы, бер юлы әллә нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте, иҫ киткес хәтере менән хайран ҡалдырҙы, ғашиҡ итте. Йондоҙ сирен йоҡтормай, аралашыуҙа ябай булып ҡалған Ләйсән әлеге ваҡытта тыуған ауылында ял итә.
– Кәйефем яҡшы: сиректе уңышлы тамамланым, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә, Яңы йыл кисендә фейерверктар атҡанын ҡараныҡ, уйындар уйнаныҡ, мин сюрприз оттом, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты шаян ҡыҙ. – «Зәңгәр ҡош»та ҡатнашҡанда Мәскәүҙә биш көн булдыҡ, мин унда ныҡ арыным. Ә өйҙә рәхәт! Каникулда атай-әсәйгә ярҙамлашам, тышта уйнайым, музыка менән дә шөғөлләнергә ваҡыт табам. Миңә Мәскәүҙә гитара бүләк иттеләр. Хәтәр ауыр! Ултырып ҡына уйнарлыҡ. Яңыһы булһа ла, иҫке гитараны ла ташламайым: ул күнекмәләр өсөн, ә яңыһы – сәхнәлә сығыш яһар өсөн. Уңыштарым өсөн атай-әсәйемә, өләсәйемә, башҡа туғандарыма, уҡытыу­сыларға ҙур рәхмәт. Ҙурайғас, кем булырымды белмәйем, бәлки, йырсы булырмын, бәлки, артислыҡҡа уҡырмын. Уйлайым әле.
Ләйсән менән аралашыуы ифрат еңел һәм күңелле. Дүрт йәшендә ағаһы Артур менән Кавказ халыҡтары бейеүен башҡарып, тәүге тапҡыр тамашасы алдына сыҡҡан Ләйсәнде бынан ары сәхнәнән тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Шул уҡ йәшендә гимнастика күнекмәләрен дә күрһәтеп, гүйә һөйәкһеҙ ҡыҙ бала сәхнә түрен ныҡлап яулай. Алты йәшендә «Учалы йондоҙсоҡтары» конкурсында – беренсе, «Байыҡ»та икенсе урын алған Ләйсәндең үҫешенә атаһы Ирек Нуретдинов, әсәһе Оксана Вик­торовна, өләсәһе Дилара Игелекова күп көс һала (әйткәндәй, Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы, килене Оксана Золотарева ла мәктәптә балаларға башҡорт теленән белем бирә). Өләсәй кеше бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, зирәк ейәнсәрен уҡырға өйрәтһә, атай кеше ҡыҙын ҡумыҙ, думбыра, ҡурай, гитара, синтезатор менән яҡындан таныштыра, әсә иһә Ләйсәнде ҡул эштәренә, аш-һыу серҙәренә төшөндөрә. Һәм күмәкләп – кем буш – «Урал батыр» эпосын ятларға ярҙам итәләр. Йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән, бер урында оҙаҡ ултырып сыҙамаған, һәр нәмәгә ҡыҙыҡһынып баҡҡан ҡыҙҙың һәләттәрен үҫтереүгә ижади бәйгеләр, конкурстар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Бәйге ниндәй генә кимәлдә булмаһын – райондыҡымы, төбәк-арамы, халыҡ-арамы – Ләйсән уларҙа һис бер ҡурҡыуһыҙ ҡатнаша, һәр береһенән ҡанатланып ҡайтып, яңы көс, дәрт менән һәләттәрен артабан камиллаштырырға тотона. Кескәй ҡыҙ баланың уңыштары һанап бөткөһөҙ: 2016 йылда вокал буйынса «Тауыш тылсымы» Бөтә Рәсәй конкурсында – 3-сө урын, Туймазыла «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙары конкурсында ла «Сәлимәкәй» йыры менән 3-сө урын ала, «Урал батыр» республика сәсәндәр конкурсында 1-се урынға сыға. 2017 йылда Мәскәүҙә үткән «Таланттар ере» Бөтә Рәсәй конкурсында йырлап 1-се урын яулағас, уға призды Геннадий Зюганов үҙе тапшыра. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ал сәскә» телевизион конкурсында ла вокал буйынса 1-се урынға, шулай уҡ тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды ул. Бынан тыш, Дүртөйлө ҡалаһында «Яҙғы тамсылар» республика йыр конкурсында – 1-се, «Рәсәйҙең һәләтле балалары» Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында – 3-сө, «Урал батыр» республика сәсәндәр конкурсында йәнә 1-се, «Сулпылар» телевизион конкурсында йыр буйынса 1-се урын алған Ләйсәндең «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсы финалсыһы булып китеүенә аптырарлыҡ түгел. Алты йәшендә «Урал батыр» эпосының 3,5 мең юлын яттан тасуири һөйләп, үҙен республикаға танытҡан һәләтле яҡташыбыҙҙың яратҡан музыка ҡоралы думбыра булһа, яратҡан көйө «Сыңрау торна» – тап ошо көйҙө ул бөтә Рәсәйгә башҡарып ишеттерҙе лә.
Ҡаҙаныштар баҫҡысына теше-тырнағы менән йәбешеп, тиргә батып үрмәләмәй Ләйсән, ә еңел генә, уйнап-көлөп кенә күтәрелеп килә һәм киләсәктә беҙҙе әллә ниндәй уңыштары менән һөйөндөрөр әле. Сөнки һәләтенең асылмаған ҡырҙары бихисап. Мәҫәлән, уның рәсем төшөрөүгә лә һәләте бар, һәм ошо юҫыҡта ла балҡырына бер кәртә лә юҡ.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 19-01-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 300
|
  • Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте
  • Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ
  • Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!
  • Кремлгә – байрамға!
  • Дәрте лә бар, дарманы ла, һандуғастай тауышы ла!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM