НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күңелебеҙ айы тотолмаһын...

Күңелебеҙ айы тотолмаһын...


Күңелебеҙ айы тотолмаһын...
йәки Йомабикә Ильясованың ижадына бер ҡараш

(БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, шағирә Йомабикә Ильясоваға – 60 йәш)
Ҡулыма Йомабикә Ильясованың “Мин үҙеммен һаман“ китабын алдым. Бер тынала уҡып сыҡтым. Күҙ алдыма утта-һыуҙа сыныҡҡан ҡатын образы килеп баҫты. Уның шиғри гөлләмәһе күңелемде наҙланы, киң офоҡтар­ға алып осто, күңел көрәшендә сүптән өҫкә сығыу юлдарын тоҫмаллатты, хәҡиҡәт һәм ысын йәшәү хаҡының ваҡыт хөкөмөндә, ут яҡтыһында асылыуын аңлатты, сүллектәр­ҙең киптереүенә, яндырыуына ҡарамай, үҙ усағыңды һаман яғыу кәрәклегенә төшөндөрҙө, күңелдәрҙең осор ҡанаттарын киҫтермәү көрәшендә тәбиғәт тәҡдиренә генә риза булмайынса, саялыҡ күрһәтергә өндәне, яныуҙа ла, һүнеүҙә лә сама белергә өйрәтте, ғазаптар аша ла йәшәү бәхетен татып булыуына инандырҙы.

Һүҙ оҫтаһының шиғри текстарға һалынған халыҡ педагогикаһын да тоймау мөмкин түгел, мәҡәлдәргә тартымдары ла бихисап: “Һәр үләндең, һәр бер таштың, Йылғаның да бар оло хәтере”; “Үлемһеҙлек сигендәге осош – Шағир һулышынан тыуған һүҙ” (“Ҡаурый”), “Сикһеҙ киңлектәрҙең бөтөнлөгөн Мәңге­лектәр беҙҙең аша һыҙа”; “Дан килә үҙен инҡар иткәндәргә” (“Дан”); “Милләтебеҙ ниндәй, ҡурай шундай” (“Ҡурай”); “Ҡыуаныс һәм ҡайғы алмашына, Һынауҙар көс бирә кешегә” (“Бәхет”); “Кеше көсһөҙ ваҡыттан”; “Үҙ-үҙеңдән генә ҡасыр юл юҡ”; “Кеше көслө, тик үҙ булмышынан Үҙен генә ала алмай йолҡоп” (“Ҡыҙыма”); “Өйөңдәге ҡояш һүнгән икән, Инде юҡ бәхетте эҙләмә”; “Боронғоға һин дә күҙ һал, бәндә: Ғибрәт кенә түгел, аҡ нурҙар­ҙан Өмөт тыуыр шул саҡ һинең йәндә”; “Һәр сәп бәхет түгел”; “Йәнһеҙ ағас – ул бит бары утын” (“XX быуат”), “Был ерҙә бер йәшәйһең икән, Китеп булмайҙыр ул бөтөнләй” (“Әсәйемә”), “Йәшәү – ожмах, әгәр күнһәң”, “Сәскәләрҙе йылан саҡмай”, “Булғанына сабыр иткән кеше Үҙ хеҙмәтен өнһөҙ өләшә”; “Һыуҙарҙа бит ҡалмай бер ниндәй эҙ” (“Һуҡмаҡ”) һ.б. Ил инәһе һиҙемләүе менән ул һәр күренешкә иғтибарлы, үҙен аңламаусыларға әсенеп, кеше булыуын төшөндөрөргә маташып, был донъяға тәүге ҡаршылыҡ күрһәтеп илаусы бәп-бәләкәй малайҙың ирмәк “ҡаратырышлығы ла” шағирәгә яҡын.
... Ҡулдан килһә,
Мин дә илар инем шулай.
... Аңламаған әҙәмгә лә
Эйәрмәйсә ҡай саҡ булмай.
Эйе, был тормош бик ҡатмарлы шул: бәғзе бер осраҡта үҙ һүҙеңде һүҙ итергә лә мөмкинлек булмай, ихтыярыңдан тыш, башҡалар ыңғайына барырға ла тура килә.
“Ике балам” исемле шиғырҙа әсә-шағирә, оялағы ҡошсоҡтарҙай, ҡосағында мыш-мыш йоҡлаусы ике балаһының килер яҙмышын уйлап, уларҙы “иң гүзәл ҡыҙ, батыр егет” итеп, әле “уйҙарында үҫтерә”, яҡты өмөтөнә, изге хыялына рәхмәтле булыуын белдерә. “Таңсулпанға” шиғырында һалҡын аҡыл тулы был донъяға сап-саф тыуған ҡыҙы йәнендәге яраларға дауа таба алмай өҙгөләнә, белгән һәм белмәгән телдәрҙә сикһеҙ киңлектәргә ялбара, һәр бер телдең изге өнөнән, бар йыһандың изге мәлдәренән балаһы күңеленә сихәт һорап, ғаләм алдарына йығыла. Балаһы яҙмышы өсөн борсолоусы әсә “йәйге таңдай балҡып тыуып, ҡояш төҫлө нур сәскән”, “йөрәк менән генә тыуған” ҡыҙына кәңәштәр бирә килә: “йәшәүҙе үтә һөйһәң, гел йәшәүҙе хуп күрерһең; таңдан (йәштән) сағыу янып бөтмә, алда оҙон тормош көтә; ҡояшыңа беҙҙе күмеп, бәхет биреп, бәхет күреп оҙаҡ йәшә” (“Таңсулпанға”). Ҡыҙы­ның хафалы төш күреүенә өҙөлөүсе әсә-шағирәнең “йәне сығыр кеүек”. Был төштә “Урал батыр” эпосындағы юл саты иҫкә алына, тик бында киреһенсә: уң яҡ “илау-һыҡтау, ҡанға батҡан ер”, ә һул яҡ “уйын-көлкө, ҡайғы-этлек юҡ, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған” яҡ. Төшөн ҡыҙы әсәһенә бәйән итә: “сәйер донъя; һиллек, тып-тыныс йән, йылмайыу, илау юҡ; бер ғазап беленмәй, ауыртмай тән; тигеҙ генә ситлектәр, һары сәскә атҡан көнбағыштар араһынан тик ике юл китә”... Ҡыҙ бер юлдан барып ҡарай. “Ҡуҙғалмай ятыусы, яҡын килмәүсе ҡара бесәй”гә тап булғас, уның йөрәген “хәүеф биләп ала”. Ахыры, ҡыҙ икенсе юлға төшөп ҡарай: “бушлыҡ ҡына, бөтә юлдар тамамлана; тыныслыҡ, хушлыҡ ҡына”. Тәүҙә лирик геройға “алыҫтағы тауҙар аръяғында үткәндәргә илтер юлдар” бар һымаҡ тойола, ә ул асылда “киң донъялар бында бик тар һымаҡ”, “бында күптәр көткән тыныслығы йәндең, бында йәшәү сиге”. Артабан ҡыҙыҡһыныуыбыҙ арта ғына, ҡыҙ ошо юл буйынса һаман барырмы? Юҡ, ҡыҙы өсөн “шомло тойолмауы тәндең” ”рәхәт түгел”. Тимәк, ҡыҙ шомо, һикәлтәләре булған юлдан китеүҙе хуп күрә. Эйе, һиҙгер әсә күңеле балаһының бәләкәйҙән күргән “йәки китап, йәки шиғыр кеүек” төштәренә бер ваҡытта ла битараф түгел, ә ҡошсоғоноң был төшө өсөн “өҙөлөүе”нән “йәне сығырҙай”. “Балаңдың балаһы балдан да татлы” икәнен ата-бабаларыбыҙ электән раҫлай килгән. “Камиләгә, ейәнсәремә” шиғыры быға асыҡ өлгө. Өләсәй кеше ейәнсәренә “ғүмерең үлсәмендә ошо сафлыҡ, сикһеҙ камиллығың ҡалһын” тигән яҡты теләктә.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы “Мин үҙеммен һаман” китабын юҡҡа ғына ҡыҙына өгөт-нәсихәт биргән “Тыуған ер” шиғыры менән тамамламай. Тыуғандан уҡ әсә кеүек наҙлап ҡаршы алыусы Тыуған ерҙе лә һөйөү, яҡлау кәрәклеген ҡыҙының күңеленә киртеп ҡуя.
Үҙе әсә булған шағирә әсә образын бар нескәлектәре менән аса алған. Иң ауыр мәлдәрендә һаман да таяныусы, йоҡоһоҙ төндәрен сикһеҙ өмөттәй яҡтыртыусы әсәһе “китеү”енә ышанмай:
Был ерҙә бер йәшәгәнһең икән,
Китеп булмайҙыр ул бөтөнләй, –
тип “әсәйең донъянан китте” тиеүселәрҙең барыһына ҡаршы сыға. Тағы “бынау иреп аҡҡан ҡар һыуҙары ҡабатланмаҫ микән яңынан, әллә шулай ҡабатланмағанға һыуҙар сыға микән ярынан?” – тип аптырауға ҡала. Шулай ҙа үҙеңдән һуң барыбер ниҙеңдер йондоҙ төҫлө юғары ҡалыуын иҫбатлай. Был осраҡта кешенең иҫән сағында башҡарған яҡшы эштәренең халҡы күңеленән бер ҡасан да юйылмауы хаҡында раҫлана. Әсә ҡулы образына Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы йыш мөрәжәғәт итә: “Бәп-бәләкәй, нескә генә; матур һинең оҙон бармаҡтарың” (“Тағы ла әсәйемә”); әсә ҡулдарының ихлас йылылығын, нәфислеген күңеле менән тоя, ай-ҡояштай алмаш-тилмәш кескәй донъябыҙҙы ураны тип баһалай. Бик һиҙгер әсә ҡулы: һуңғы тапҡыр күреп тороуын аңлап, ҡыҙының ҡулын усында оҙаҡ-оҙаҡ тотоп тора (“Хушлашыу”). “Наҙлы йәнең, затлы рухың менән Ауыр яҙмышыңды артмаҡланың” тигән юлдарҙан әсә кешенең бик күп ауырлыҡ аша үтеүен һиҙәбеҙ. Ауыр йылдарҙа апалары һөйләүенән “ойоҡ ҡына кейгән аяҡтары ҡар һыуҙарын кисеп атлағандар”, “зиннәтле итек кейһендәр, тип яратылған нәфис аяҡтар”, ауыр йылдарға ҡапма-ҡаршы итеп, ойоҡсан көйө һүрәтләнелә, көсөргәнешлекте арттыра. Автор иң яҡын кешеһе юҡлығын таный, “киттең инде, әсәй, беҙҙең яндан”... уны һағынып, йәлләп, “юллай һине аяттарым” ти (“Тағы ла әсәйемә”). Шағирә әсәһен “сабыр һөйҙөң, барға күндең, беҙ тип яндың, беҙ тип һүндең, хатта ҡаты өндәшмәнең, берәүҙән дә көнләшмәнең, өнһөҙ булды яҡшылығың, маяҡ булды яҡтылығың” тип тасуирлап тора ла уға үҙенең киреһе булыуына ишаралай: “Мин түгелмен һиндәй түҙем, осоп сығып бара һүҙем, күңел үрем түбәнерәк, яҡтылығым һүрәнерәк”. Антитеза алымы лирик геройҙың көсөргәнешле мәлен асығыраҡ һиҙемләргә ярҙам итә.
Шағирәнең бала сағы атай-әсәй мөхәббәтенән бәхетле, май айының салт ҡояшы кеүек, донъя-шатлыҡ, күҙ йәштәренең дә тиҙ кибер иртәнге ысыҡ кеүек кенә сағы, инеше лә диңгеҙҙәй, ҡыуағы ла мөһабәттәй күренгән мәле ул. “Ҡояшлы ямғыр яуғанда бала сағы, гүйә, ҡағыла, ҡошсоҡ һымаҡ йәне ҡыуанысынан ҡағына”.
Йомабикә Ильясова көслө рухлы: “йөрәгендә әрнеү ятһа ла, йылмайып йөрөй”. Сабыр ҡатын һәр саҡ тыныс күренергә тырыша: “донъяһы имен саҡта моңһоуыраҡ” та була, “вайымһыҙ, бәхетле ҡатын” тиһәләр ҙә, “үҙ хәлен үҙе генә тора аңлап, эстән ҡанап...” Беҙҙең Йомабикәбеҙ “саф, сикһеҙ ышаныу­сан”лығы арҡаһында күп нәмәнән дә тороп ҡалғылаған, әммә донъяны һөйөп йәшәгәнгә уның: “Мин бәхетһеҙ була алманым!” – тип күкрәк һуғып әйтергә хаҡы бар. Лирик герой беҙҙең күҙ алдына ниндәй ҡиәфәттә килеп баҫа һуң: “хыялының сағыу минуттарын өҙөрлөк көслө; үтеп барған йәшлеген хәтерләтеүсе, тилеләрсә осоноусы, моңһоу, уйсан иртәле авгусҡа әрнеп йәш түгергә әҙер тороусы” (“Август”); “тәбиғәт менән бер булырға теләүсе”; “ер биҙәге – сәскә күңелле”... Ғорур ҡатындың дөрөҫлөк яҡлап көрәшеүен дә, “тәкәбберлек өйөрмәләренән ҡасып, яңғыҙлыҡта ҡалғыһы”, хатта ҡайһы саҡта, үҙе әйтеүенән, берәүҙең үҙгәрмәҫен тойоп, “һүҙҙең тураһын да әйткеһе килмәй китеү” осраҡтарына ла ҡалыуын, “башҡаларҙың ҡаршылығына ҡара терәү булырға теләмәүен”, “ғауға юлын инҡар итеүен”; “һөйгәнен хыял итеп күреп, үҙенә гонаһ өйөүен”, “хыял йәйғор­ҙарын юғалтыусы”, “ғәфү итер көсө ҡалмағандай”, билдәһеҙлеккә сорналып та китеүен, “Бар нәмәне күрәм асылында, Еңелерәк түгел аҡылыма. Тирә-йүндә – аяуһыҙлыҡ ҡына, Әллә инде минең рухым һына”... тип тәрән психологик кисерештәргә дусар булыуын да тоябыҙ. Ул “көндәрҙең ауыр күләгәһе аңын томалаған саҡта” “көләс таңын табыр өсөн елгә әйләнә”, “бала кеүек төрлө алданыуҙар, йыуаныуҙар менән ҡотола”. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас саялығы ошондай фекерендә дәлилләнә: “Йә­шәүемдән минең ни мәғәнә, Ҡараң­ғы­лыҡтарҙа йотолһам...” (“Көс”). Эйе, ауырлыҡтарға баш эйеп, шулай тейештер, тип килешеп, пессимизмға бирелеп ултырырҙай түгел беҙҙең лирик геройыбыҙ. Үҙе әйтмешләй, “шатлыҡтарым һирәгерәк булды”, әммә “Таш аҫтынан һабаҡ һуҙа-һуҙа, Көнгә сыҡҡан сәскә ишемен” тип ҡулайлаша белмәүен еткерә.
Мөхәббәтенә тоғро ҡатын һөйгәненә нисек кенә әрнеһә лә, уны “йөрәгенән һуралмай”. Ошо фекерен “Миф” шиғыры менән дөйөмләштереп ҡуя: “Ер – Күк, Кеше – Алла, Ир – Ҡатын – бер бөтөндән ике ярты ҡала”. Лирик герой һөйгәненән бына нәмәләр кәрәк ти: “алдау, аңлау, гөлдәр, тағы бергә үтер көндәр”. Ул хатта алданырға ла риза, тик янында йән киҫәге булһын ғына. Нуры килеп етмәгән алыҫ йондоҙға тиңләй шағирә яратҡанын. Строфа-ара антитеза алымы ҡулланылып (алыҫ йондоҙ – Ғүмер буйы эргәмдәһең, Килеп етмәй ләкин яҡтың), көсөргәнешле хәл-торошо асыҡ еткерелә (яҡты булмағас, йөрәк һүнгән, йөрәк – һалҡын, өшөй-өшөй мин дә ялҡтым)...
Авторҙың ҡулланған эпитеттар байлығы һоҡланғыс: “тиңһеҙ камиллыҡ”, “йән аҡлығы”, “сал донъя”, “ғүмер ыҙаны”, “күңел ҡошо”, “шаңҡыған күңел”, “яуыз ялҡын”, “изге һуҡмаҡ”, “турғай йырҙарым”, “иҫәр тамсы”, “ер биҙәге”, “аҡылым көсө”, “ят ғәҙәт”, “ҡара сағым”, “көмөш ынйы”, “быуаттар холҡо”, “ер әрнеүе”, “йүләр заман”, “сыҙам һүҙ”, “ваҡыт ҡыуыр ел”, “уйһыҙ көтөү”, “япраҡ-күбәләк”, “япраҡ-йондоҙ”, “япраҡ-шиғыр”, “Уралтау – йөрәк киҫәге”, “мәңгелектән осоп килгән көндәр”, “ғаләм күҙе”, “быуат хаталары”, “көндөң ауыр күләгәһе” һ.б.
Бер мәҡәләлә генә шағирәнең ҡәләме маһирлығын асып бөтөү мөмкин түгел. Үҙенә генә хас сағыштырыу, йәнләндереү, эвфемизм, метафора һәм башҡа һүрәтләү саралары ҡулланышын өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Нығынған һүҙбәйләнештәр, өндәш һүҙҙәргә йыш мөрәжәғәт итеүе лә уның әҫәрҙәренең халыҡсанлығы тураһында һөйләй.
“Мәңгелектән осоп килгән көндәр” һәм “Һөйөү утрауынан” торған был шиғри йыйынтыҡ мине уйландырҙы ла, илһамландырҙы ла. Мин генәме, башҡа уҡыусылар ҙа, Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙынан “йөрәктәребеҙ кешеләргә нур һибеп, ҡот бирерлек”, “яҡты уйҙарыбыҙҙан тирә-йүнгә сафлыҡ бөркөрлөк”, “тәкәбберлек өйөрмәләрендә ҡаңғырмаҫҡа”, “эстән таҙарынырға”, “түҙалмаҫлыҡ хәлдә лә түҙергә, ысынбарлыҡ аша бәхет табырға”, “бар нәмәне асылында күрергә”, “көләс таңдарҙы табыр өсөн үҙебеҙҙе елгә әйләндереп булһа ла ҡараңғылыҡтарҙа йотолмаҫҡа”, “үҙ-үҙебеҙҙе түбән баһалап, ҡулға ингән уңыштарыбыҙҙы юғалтмаҫҡа”, “һыҙланыу менән дә донъябыҙҙы бөтөн итергә”, “имендәргә тигеҙ йылы бүлеп йылмайырға”, “кешеләр яҡшылығын йыя-йыя, бүтәндәргә таратырға”, “сит ҡанаттарға таянмай, үҙ күгебеҙгә атылырға” өйрәнәйек!
Йомабикә Ильясовалай халҡыбыҙ күңеленә “моң ҡорайыҡ, ҡояш булып дөрләйек, бейеп барайыҡ был Ерҙән!” Эйе, талант айың һис кенә лә тотолмаҫ, ышан, шағирә!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.

Белорет ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 1-11-2017, 11:01 | Ҡаранылар: 55
|
  • Йомабикә Ильясова “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Күңелемдә күҙ-йәш түгел, Саф һөйөү ысыҡтары.
  • Шиғри гөл баҡсаһында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM