НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…


Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
Бөгөн матур яңғырашлы, саф башҡорт исемдәрен һайлаусы милләттәштәребеҙ, Аллаға шөкөр, бар. Бала үҙенсәлекле милли исем йөрөтһә, тағы ла һылыуыраҡ, камилыраҡ, аҡыллыраҡ күренә, шулаймы? Башҡорт исемдәрен киңерәк таратыу маҡсатында өр-яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Бер ҙә уйланмай балаһына еңел-елпе исем биргәндәр аҙым һайын осрай. Ҡолаҡҡа ятмаған исем һайлаусы ата-әсәләр араһында үҙебеҙҙең мәғәнәле төрки халыҡтар исемдәрен танытыуҙы бурыс итеп ҡуйып, алфавит буйынса ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәрен бирәсәкбеҙ.
Исемен үҙе ҡушмаһа ла, кеше уны ғүмере буйы йөрөтә. Милли рухлы, аһәңле, мәғәнәле, имен йәшәү өсөн кәрәкле булһын тип һайланған исем кешегә дәрәжә өҫтәй кеүек. “Балаларығыҙға матур исемдәр бирегеҙ, әхирәттә исемдәребеҙ менән саҡырылырбыҙ”, – тигән. Ата-әсә, исем һайлағанда үҙегеҙгә оҡшаған өсөн түгел, балаға лайыҡлы исем булһын, тип ҡушырға кәрәк. Борон-борондан исемдең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе билдәле. Иң мөһиме – балағыҙҙың ҡотло киләсәген, ырыҫлы яҙмышын хәл итеүегеҙҙе уйығыҙҙан сығармағыҙ. Һеҙ һайлаған исем уға тик бәхет кенә килтерһен!

А
Азамат


Бала сағында Азамат изге күңелле, алсаҡ малай, ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмай. Был инде ата-әсәнең ниндәй өлгө биреүҙәре үтә мөһим тигәнде аңлата. Үҫә килә ул ҡыйыу, түҙемле һәм ғәҙел үҫмергә әйләнә. Әйткәндәй, ғәҙеллек өсөн көрәштә Азамат бер ҡасан да күҙәтеүсе генә булып ҡалмай. Тирә-яҡ мөхиткә битараф түгел, үҙе йәшәгән ерҙе һәр саҡ яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырыша. Егет йәш саҡтан уҡ хисле һәм ижади шәхес булып таныла. Азамат исемен йөрөтөүселәр – бик талантлы, фантазияға бай кешеләр. Шуға күрә уларҙы бала саҡтан уҡ төрлө түңәрәккә йөрөтөргә, һәләтен үҫтерергә кәрәк – һүрәт төшөрөү, бейеү, йыр, ағас һырлау һ.б.
Күп ваҡытта ул үҙенең хистәрен йәшерә, ирлек сифаттарын алға ҡуя, ҡаты һәм көслө була белә. Шулай ҙа Азаматтың ниҙәр кисергәнен уның ижады аша аңлауы ауыр түгел. Дуҫлыҡ уның өсөн оло мәғәнәгә эйә, бер ҡасан да арҡаҙашын һатмаясаҡ, аҡыллы кәңәш тә бирәсәк. Егеттең асыҡ һәм изге холҡона барыһы ла тартыла, ышана, тимәк, Азамат бер ҡасан да яңғыҙы ҡалмаясаҡ. Ир ҡорона ингәндәре һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙер, төрлө ауыр һәм сараһыҙ хәлдән дә сығыу юлын таба ала. Ҡыйыу, көслө һәм импульсив булһа ла, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә белә. Маҡсатлы, алға ынтылыусан ир-аттың тормошта нимә теләһә лә, алдына киләсәк. Сөнки Азамат бәхет һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн тыуған.

Танылған шәхестәр
Азамат Моратов – радио һәм телевидение алып барыусыһы;
Азамат Юлдашбаев – «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире;
Азамат Ушанов – миллионер, Рәсәй мәғлүмәт бизнесының алтын активына ингән;
Азамат Мусағәлиев – танылған актер, алып барыусы, КВН ҡатнашыу­сыһы;
Азамат Сәлихов – «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры.

Азамат ТИМЕРОВ, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы:
– Был исем миңә оло яуаплылыҡ өҫтәй, алға этәрә, атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Азамат исемен аҡлап йәшәйемдер, тип уйлайым үҙемсә. Мәғәнәле мосолман исемен йөрөткәнемә ҡыуанам, ул миңә тормошта уңыштар килтергәненә инанам.
Исемдәр тураһында һүҙ сыҡһа, балаларына башҡорт исемдәрен бирмәгән ата-әсәләр менән йыш ҡына бәхәсләшәм. Бөткәнме ни үҙебеҙҙең йырға ятышлы, моңло, мәғәнәле исемдәребеҙ. Ни эшләп балаға хәрефтәр йыйылмаһын ҡушалар икән?! Халыҡ йырҙары кеүек, борондан килгән ҡолаҡҡа ятышлы исемдәрҙе лә халыҡ хазинаһына тиңләйем. Телем, халҡым, тип янып йөрөүселәр араһында ла үҙебеҙҙең исемдәрҙе инҡар итеүселәр бар, үкенескә күрә. Балаларыма Урал, Арыҫлан тигән исемдәрҙе яратып ҡуштым, улар ҙа исемдәренең көсөн, яуаплылығын тойоп йәшәй.

Айһылыу
Исеменә күрә – есеме: ул бәләкәйҙән үк сибәр йөҙлө, аңлы бала була. Ҡыҙсыҡ тәрән аҡыл менән эш итеп, йыш ҡына ололарҙы хайран ҡалдыра. Уҡыу йәшенә еткәс, уҡытыусыларға артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Барлыҡ фәндән дә яҡшы өлгәшә, түңәрәктәрҙә лә үҙен һынап ҡарай. Шулай ҙа Ай­һылыуҙы ымһындырғыс сәнғәт өлкәһе нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Был исем аҫтында һынлы сәнғәт һәм музыка буйынса оло уңыш ҡаҙаныусы ҡатын-ҡыҙ бихисап.
Яҡшылыҡтың һәр саҡ еңәсәгенә ышанған Айһылыуҙың әүҙем һәм тырыш булыуы һоҡландыра. Ул ғәҙеллек ярата һәм үҙаллылыҡҡа ынтыла, эске һиҙемләүе көслө, тыныс холоҡло, аралашыусан. Үҙ-үҙенә ышан­ған шәхес булараҡ, Айһылыу йәмғиәттә танылыу яулай. Көнсөл түгел, интригаларҙан алыҫ торған ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итәләр, ул барлыҡ ауырлыҡты таҙа күңел менән еңеп сыға ала. Йылдар уҙыу менән, Айһылыуҙар аҡыллыраҡ, тәжрибәлерәк була бара, яҡындары араһында улар лайыҡлы рәүештә ышаныслы кеше булараҡ хөрмәт ҡаҙана.

Танылған шәхестәр
Айһылыу Йомағолова – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы;
Айһылыу Солтанова – эстрада һәм джаз йырсыһы;
Айһылыу Йәғәфәрова – балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, Баш­ҡор­тостандың атҡаҙан­ған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Айһылыу Илембәтова – иҡтисад фәндәре кандидаты, уҡытыусы;
Айһылыу Сәлмәнова – композитор.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, шағирә, журналист:
– Әсәйем миңә тәүҙә Сания тигән исемде һайлаған. Ләкин бер концертта Айһылыу тигән ҡыҙҙың матур итеп бейегәнен күреп, уның үҙен дә, исемен дә оҡшатҡан. Бала саҡта оло күрше әбей мине, бер туғаныма оҡшатып, Мәрйенбикә тип йөрөттө. Йәнәһе, шул инәйем кеүек тумалаҡмын, ул исем дә күңелемә ята ине.
Исемемдән ғүмер буйы ҡәнәғәт булып йәшәнем. Исем һылыулыҡты, сибәрлекте аңлата, ә мин белгән Айһылыуҙарҙың барыһы ла сая, бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Мин дә шундайҙар рәтендә: бала саҡтан малайҙар эшен башҡарып, атайымдан бер тотам да ҡалманым. Йәберләүҙәргә ҡаршы тора белдем, ғәҙел кеше булараҡ, башҡаларҙы яҡлашыу ғәҙәте – ҡанымда. Яҡлашып, һуғыш-талаштың эсенә лә инеп китергә күп һорамайым. Яңыраҡ урамда бер ирҙең ҡатынын туҡмағанын күреп, ҡатынға ярҙамға ашыҡтым. Ҡурҡыуымды онотоп, ирҙе елтерәтеп алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡыҫҡаһы, Айһылыуҙар берәүгә бирешмәй, кәрәк икән, тирә-йүндәгеләргә лә яҡлаусы була ала.


Сығыу ваҡыты 25-10-2017, 09:53 | Ҡаранылар: 426
|
  • Бәхетле исем буламы?
  • Өфө урамдарына ҡолаҡҡа ятмаған атама биреү модаға инде
  • Башҡорт музыкаһы ниндәй йүнәлештә үҫешә икән?
  • Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән
  • Исем – өндәр йыйылмаһы ғына түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM