НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Мәтрүшкәле” Рузилә

“Мәтрүшкәле” Рузилә


“Мәтрүшкәле” Рузилә
Бөрйән ҡыҙын ошо йыр өсөн яраталар
“Гәлсәр һандуғас” бәйгеһе финалсыһы Рузилә Ишмөхәмәтованың йырлауын тәүге тапҡыр 2012 йылда уҡ “Сулпылар” телеконкурсында ишеткәйнем. Булыр бала – бишектән, тигәндәй, ул үҙенең талантлы ҡыҙ икәнен иҫбатлап, “Тамашасылар һөйөүе” призына лайыҡ булды. Бөрйән ҡыҙының киләсәктә йырсы булырға хыялы ҙур ине, шуға ла уның сәнғәт юлынан китеренә шигем булманы. Етмәһә, 2015 йылда “Юлдаш” йыры” конкурсында ла 3-сө урын яулап, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡырға саҡырыу ала.

– Үҙемде белә-белгәндән алып йырларға яраттым. Мәктәпкә барғансы уҡ ҡунаҡта мине аҡса йәки кәнфит биреп йырлата торғайнылар. Үҫә килә ауыл сәхнәһенән төшмәнем тиерлек, район кимәлендәге конкурс­тарҙа йыш ҡатнаштым. Сәнғәт юлынан китергә хыяллана инем. Тыуған ауылым Ғәҙелгәрәйҙә 7-се класты тамамлағас, атай-әсәйем Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға барырға тәҡдим итте. Ауылдан килгән бала өсөн гимназия тормошо үҙе бер айырым мәктәп булып тора. Бында мин үҙ аллы булырға, тормоштоң ниндәй генә осрағы булһа ла юғалып ҡалмаҫҡа өйрәндем. Уҡый башлағас та ҙур һайлау алдында ҡалдым. Гимназияла “Гәлсәр һандуғас” “йондоҙо”, йырсы, ҡурайсы Юнир Шәмсетдин улы Һағынбаев ойоштор­ған вокал түңәрәгендә шөғөлләнеп, йырсы булырға тигән маҡсаттар менән йөрөгән саҡта биология һәм химия фәндәренә ғашиҡ булдым. Яратҡан уҡытыусыларым Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянова менән Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамаҙановаға рәхмәтем ҙур. Сөнки улар үҙҙәренең оҫталығы, тәжрибәһе менән минең өсөн бөтөнләй уйламаған, өр-яңы донъяны асты. Үҙем дә һиҙмәҫтән, медицинаға ғашиҡ булдым һәм, гимназияны тамамлағас, табип булырға тигән теләк менән Башҡорт дәүләт медицина университетының фармация факультетына уҡырға индем.
Бөгөн Рузилә “Гәлсәр һандуғас” проектында йырлай-йырлай икенсе курста белем ала (әйткәндәй, бәйгелә ҡатнашырға уға Юнир Һа­ғынбаев тәҡдим иткән, тимәк, үҙе ҡанат нығыт­ҡан проектта йәш та­ланттарҙың да үҫеренә ышанысы ҙур). Уҡыу программаһы бик ауыр, етмәһә, бәйгенең тәүге ике этабы, гастролдәр яуаплы имтихандар мәленә тап килә. Шулай ҙа ҡыҙ бирешмәй, сессияһын уңышлы ябып, икенсе курсҡа күсә. Проект етәксеһе Земфира Байбулдина уға киләсәктә ҙур өмөт бағлауын йәшермәй: “Рузилә менән гимназияла уҡып йөрөгән сағында танышып киткәйнек. Юнир Һағынбаев ойошторған концертта ҡатнашҡайны, күреү менән мөләйемлеге, ихласлығы менән әсир итһә, йырын ишетеү менән уға ғашиҡ булдым. Бик һирәк йырсыларҙа була торған тамашасыны үҙенә тартыу көсө бар”.
Ысынлап та, йәш йырсыға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел: үҙе сибәр, үҙе һомғол, етмәһә, көләс тә, талантлы ла. Тәбиғәт унан тырышлыҡты ла йәлләмәгән. Эстрада йырҙарынан тыш, халыҡ ижадына ла битараф түгел: ҡобайырҙар, мөнәжәттәр әйтергә өйрәнгән. “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр конкурсында ла, сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡат­нашҡан. Ишмөхәмәтовтарҙың ғаиләһе Бөрйән районында сәнғәт яратыусы музыкаль ғаилә булып танылған. Хәҙер инде апаһынан өлгө алған туғыҙ йәшлек Әҙилә лә сәхнәнән төшмәй. “Байыҡ” бейеү конкурсында – 1-се, “Сулпылар”ҙа 2-се урын яулаған. Ә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләүсе әсәләре Илүзә Нуретдин ҡыҙы үҙ балаларын ғына түгел, мәктәп уҡыусыларын да йырларға өйрәтә, улар менән “Сулпыҡай” вокаль ансамбле лә ойошторған.
– Медицина юлынан китһәм дә, йырҙан айырылырға иҫәбем юҡ. Киләсәктә вокал буйынса профессионалдарҙан дәрестәргә йөрөйәсәкмен, яңы йырҙар ҙа, клиптар ҙа буласаҡ. Концерттарҙа ҡатнашырға саҡы­рыу­ҙар булһа, баш тартмайым. Яратҡан эште яратҡан шөғөл менән бергә алып барып була. Мин быға йәй көндәрендә инандым. Курсташтарым тыныс ҡына сессия бирҙе, ял итте. Ә мин Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Хәйбулла райондарында, тыуған яғым Бөрйәндә быйылғы конкурсанттар менән гастролдә йөрөнөм. Бер-беребеҙ менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк, үҙ-ара конкуренция тигән нәмә арала бөтөнләй юҡ. Шуғалыр ҙа бәйгенән тик һәйбәт тәьҫораттар ғына ҡалды, – ти Рузилә.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Рузиләне радио тыңлаусылар ҙа, тамашасылар ҙа “Мәтрүшкәләр” йыры аша күптән белә икән. Гастроль ваҡытында, бәйгенең төрлө турында ниндәй генә йыр башҡармаһын, аҙаҡтан мотлаҡ шул йырҙы йырлатып ҡуйғандар. Хатта бөрйәндәр яҡташ ҡыҙҙарына концерттарҙан һуң мәтрүшкә сәскәләре лә бүләк иткән. Әле ул студент тормошо менән ҡайнап йәшәй, уҡыу менән бер рәттән, “Гәлсәр һандуғас”тың 2 ноябрҙә үтәсәк гала-концертына Рәдиф Зарипов менән дуэт әҙерләй.
Киләсәктә кешеләрҙең тәнен – дарыуҙар, йәнен йыр менән дауалаясаҡ Рузилә Ишмөхәмәтова. Бындай бәхет бик һирәктәргә генә эләгәлер ул.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 28-10-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 77
|
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • “Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”
  • Йырҙан өҫтөн ғаилә бәхете йәки ни өсөн Ирина Хафизова Илештә йәшәй?
  • “Хыялдар артынан еләм”
  • “Еңеүгә өмөт уянды”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM