НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Баҫалҡы ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымы

Баҫалҡы ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымы


Баҫалҡы ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымы
Сәхнәлә төрлө образдар була. Үҙ имиджы, стиле өҫтөндә эшләмәгән ижадсылар бик оҙаҡ үҙ тамашасыһын таба алмай. Әлбиттә, талант мотлаҡ кәрәк. Тик уның менән генә башҡаларҙан айырылып булмай. Быйылғы “Гәлсәр һандуғас” конкурсында ҡатнашыусы йәш йырсылар араһында Дилбәр Джафарованы мин тап шул үҙенсәлекле булыуы менән хәтерҙә ҡалдырҙым. Матур тембрлы, моңло тауышынан тыш, ул сәхнәләге имиджы менән дә башҡаларҙан күпкә өҫтөн икәнен күрһәтте.

Башҡа берәү йырлаһа, “Күптән беләм”, “Ниңә, иркәм” йырҙары, бәлки, күптән онотолор ине. Әммә хәҙер ул йыр яңғырау менән Дилбәрҙең ҡыйыу, сая, тәүәккәл һәм уттай өтөп алыр күҙ ҡарашы алдыма баҫа. Биҙәнеүе лә, сәхнә кейеме лә, прическаһы ла үҙ-үҙенә ышанған, көслө ҡатын образына тап килә. Тамашасылар Стәрлетамаҡ һылыуын тап шундай итеп хәтерендә ҡалдырҙы ла инде. Тик был – Дилбәрҙең сәхнәләге торошо ғына. Ә тормошта иһә ул ябай, хатта бер аҙ оялсан, нескә күңелле, эмоцияларын тышҡа сығарып бармаған баҫалҡы ҡатын. Бик яҡындан аралашҡан дуҫтары ғына уның кисерештәрен, серҙәрен белә.
– Сәхнә кешеһе тауышына ғына түгел, төҫ-башына ла иғтибар бүлергә тейеш. Тамашасы беҙҙе йөҙөбөҙгә, кейгән кейемебеҙгә ҡарап ҡаршы ала. Матурлыҡ донъя­ны ҡотҡарыр, тигән принцип­ҡа ла таянып йәшәргә онотмайым, – ти Дилбәр, сәхнә тураһында һүҙ сыҡҡас. – Кешегә ғүмер итеү өсөн, һыуҙан, уттан, һауанан һәм ерҙән тыш, иң кәрәкле шарттарҙың береһе – моң. Ул кешене елкендерә, илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, бер аҙ һағышландыра ла, сәләмәтлеккә лә ыңғай тәьҫир итә. Моң рухландырыусы, хатта таныш булмаған кешеләрҙең күңелдәрен берләштерер көскә эйә. Үҙемде белә-белгәндән сәхнәлә йөрөйөм.
Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки Дилбәрҙең әсәһе Флүрә апай, белеме буйынса уҡытыусы булһа ла, оҙаҡ йылдар Мәләүез районының Боһорман ауылында мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. Уның моңло тауышына ғашиҡ булмаған яҡташтары юҡтыр, моғайын. Атаһы Фәиз ағай иһә оҫта гармунсы. Джафаровтар ғаиләһе ауылда барлыҡ мәҙәни сараларҙы үҙҙәре ойоштора, ра­йон­да үткән конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Шуға ла балалары сәхнәлә буй еткерә. Ҡыҙҙары Миләүшә лә, Дилбәр ҙә йырларға, бейергә ярата, ә улдары Ислам – пародиялар оҫтаһы. Хәҙер инде уллыҡҡа алған балалары Артем да сәхнә менән ҡыҙыҡһына башлаған.
Бындай мөхиттә тәрбиәләнгән Дилбәрҙең тормош юлын сәхнә менән бәйләргә теләүенә апты­рар­ға түгел. Әле ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының вокал бүлегендә белем ала, ижади эҙләнеүҙәр алып бара, үҙ өҫтөндә эшләй. Ике йәшлек улы Рушанды ла тәрбиәләргә өлгөрә. Әйткәндәй, ул бейеүгә маһир бала булмаҡсы.
– Нисек кенә булмаһын, тормошта йырлап йәшәү күпкә еңелерәк. Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ илһам бирә. Һағышлының һағыштарын үҙенә тарта, шатлыҡтарҙы, уй-тойғоларҙы йөрәктән йөрәккә еткерә. Шуға күрә күңелһеҙләнеп, юҡ-барға бошоноп ултырырға ваҡыт ҡалмай. Тормош булғас, төрлө хәл булып тора. Ауырлыҡтар, һынауҙар бер аҙ кәйефте төшөргәндә йырлап алһам, күңел бушап ҡала. Хыялдарым да сәхнә, йыр менән бәйле. Башҡорт эстрадаһында үҙ һулышым, үҙ стилем менән лайыҡлы урын яулағым килә. Һәм тәүге аҙымдарымды яһарға ярҙам иткән “Гәлсәр һандуғас” проектына, етәксеһе Земфира Байбулдинаға рәхмәтлемен. Үҙ көсөмдө һынап ҡарарға, билдәле шәхестәрҙең үҙемә ҡарата фекерен белергә тип ҡатнаш­ҡайным, финал этабына ла үтергә насип булды. Тимәк, артабан да ижад итергә, яңы йырҙар яҙҙы­рыр­ға, эшләргә фатиха бар, тип уйлайым. Һайлаған юлымдан тайпылмай, алға барырға кәрәк, – тип уй-ниәттәре менән бүлеште йәш ижадсы.
Дилбәрҙең тағы ла бер матур таланты бар: ул һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәренә маһир. Юҡты бар итеүсе, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Талантлы ҡыҙ беҙ кәрәкмәй тип сүплеккә ташлаған көнкүреш ҡалдыҡтарына икенсе ғүмер бүләк итә. Буш шешәләр, ҡумталар, бер тапҡыр тотонола торған һауыт-һабаны биҙәп, үҙенсәлекле декор элементтары эшләй. Матурлыҡҡа ынтылыусы гүзәл заттың күңел талабы был.
Дилбәр Джафарова һәм “Гәлсәр һандуғас”тың башҡа финалсылары менән яҡынданыраҡ таныш­ҡығыҙ киләме? 2 ноябрҙә Конгресс-холда үтәсәк гала-концертҡа рәхим итегеҙ!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 10-10-2017, 13:33 | Ҡаранылар: 82
|
  • Сәнғәт ене ҡағылған кешеләр
  • Йырҙан өҫтөн ғаилә бәхете йәки ни өсөн Ирина Хафизова Илештә йәшәй?
  • Моңдар ҡайтты ауылға
  • “Хыялдар артынан еләм”
  • Йыр-моңдо юлдаш итеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM