RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Дуҫлыҡтан мөхәббәткә бер аҙым”

26.07.2017 “Дуҫлыҡтан мөхәббәткә бер аҙым”

“Дуҫлыҡтан мөхәббәткә бер аҙым”Ҡарабулатовтарҙың икенсе быуын ижадсылары

Кескәй генә ике йөрәкте бер итерҙәй оло мөхәббәт хисе һәр кешелә һәр төрлө тарих менән уяна. Кемдәрҙер тәү ҡараштан уҡ үҙҙәренең яҙмышына яҙылған йәрҙе таный, кемдәргәлер бер нисә осрашыу кәрәк. Ә бәғзеләр йылдар дауамында дуҫлашып, аралашып йөрөп кенә мөхәббәт хистәренә төрөнә. Күптәргә таныш “Сәңгелдәк” ветераны, “Тамыр” балалар телеканалы “йондоҙсоғо”, хәҙер инде профессиональ бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов үҙенә тиң булырҙай кәләше менән интернет селтәрендә таныша ла, байтаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына тормош ҡорорға тәҡдим яһай. Осрашыуҙарына олатаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев сәбәпсе булһа, өйләнергә фатиханы өләсәһе Клара Ғүмәр ҡыҙы биргән икән. Хәйер, барыһын да баштан бәйән итергә кәрәктер...

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы һылыуы Зөлмәрә Ғәбитова бала саҡта “Сәңгелдәк” тапшырыуын яратып ҡарағас, Ильястың үҙен күрмәһә лә, дуҫы кеүек күреп йөрөгән була. Шуға ла “Бәйләнештә” селтәрендә осраҡлы ғына уның диуарына барып юлыҡҡас, дуҫлыҡ тәҡдим итә. Әҙәплелек ҡағиҙәләре буйынса йәштәр бер-береһенән хәл белешә, танышып ала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Зөлмәрә әхирәт ҡыҙҙары менән “Өфө уттары” клубына киске уйынға бара. Шул саҡта ул Ильяс менән беренсе тапҡыр күҙгә-күҙ осраша. Егет ҡыҙҙың сибәрлегенә әсир булыуын йәшермәй: комплименттар әйтә, ныҡлы танышып китәләр. Әммә аралашыу дауамлы булмай, һәр береһе үҙ дуҫтары янына таралыша.
Икенсе йылына уҡытыусы, режиссер Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары менән Ҡәҙим Аралбаевтың “Ҡаратау тотҡоно” поэмаһын сәхнәләштерә. Тамашаға шағир үҙенең ғаиләһе: балалары, ейән-ейәнсәр­ҙәре менән килә. Башҡалар буласаҡ актрисаға иғтибар итәме, юҡмы, белмәйем, ә бына Ильяс, илһамланып ролен башҡарған Баймаҡ һылыуынан күҙен алмай. Спектаклдән һуң ул сәхнә артына ашыға. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, ныҡлап танышып китә йәштәр. Шул көндән башлап улар араһында дуҫлыҡ күпере һалына. Тик егет күңелендә бөрөләнгән хистәрҙе асып һалырға ашыҡмай: яратыуҙы белдереүҙән алда ҡыҙҙың йөрәген дә яулар кәрәк бит. Тик көҙҙөң бер матур көнөндә уҡыуын тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында бейеүсе булып эш башлаған Ильясҡа әрме хеҙмәтен үтергә саҡырыу ҡағыҙы тотторалар. Йәштәр, хат яҙышып торорға, бәйләнеште өҙмәҫкә һөйләшеп, бер йылға айырылыша.
– Ырымбур өлкәһендә генә хеҙмәт итһәм дә, оҙайлы ваҡытҡа тыуған йорттан, яратҡан ҡаламдан, туғандарҙан, дуҫтарҙан айырылыу еңел булманы. Телефондан һөйләшергә ял көнөндә бер генә сәғәт ваҡыт бирелә. Атай-әсәй, өләсәйемдәр, апайым, дуҫтар менән һөйләшеү өсөн был бик аҙ. Әрме хеҙмәте лә татлы шәкәр түгел. Шул саҡтарҙа Зөлмәрәнең яҙған оҙон хаттары йәнгә дауа булды. Мин төндәр буйы ултырып уға яуап яҙа инем. Хеҙмәттәш егеттәргә ҡайһы саҡта дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары килә. Мин дә бер нисә тапҡыр Зөлмәрәне саҡырырға уҡталып ҡуйҙым, әммә уға хистәремде еткермәгәнмен, дуҫлыҡ тәҡдим итмәгәнмен, ҡыйыулығым етмәне, – тип иҫтәлектәргә бирелде Ильяс. – Хеҙмәттән ҡайтҡас та тиҙ генә осрашып булманы. Атай-әсәй янында бер тәүлек тә булып өлгөрмәнем, “Каруанһарай” төркөмө менән сит өлкәләргә гастролгә сығып киттем. Әммә осрашҡан көндө үк Зөлмәрәгә дуҫлыҡ тәҡдим иттем.
Уҡыуына яуаплы ҡараған ҡыҙ менән бик йыш гастролдә йөрөгән егеткә һирәк осрашырға тура килә. Шуға ла Зөлмәрә ике ижад кешеһенә бергә булыуы еңелдән булмаҫын алдан аңлай. Һирәк осрашҡанда бергәләп яңы спектаклдәргә, фильм­дарға йөрөү, киске уйындар... Ә 14 февраль – Бөтә донъя ғашиҡтар көнөндә Ильяс һөйгәнен филармонияла үтәсәк концертҡа саҡыра һәм сәхнәнән ҙур раузалар гөлләмәһе бүләк итә. Был үҙенә күрә мөнәсәбәттәренең яңы этабын аса. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас сифаттарҙы үҙенә йыйған алсаҡ, ябай, һөйкөмлө, уңған һәм һәр ваҡыт уға терәк булырға әҙер Зөлмәрәне Ильяс әсәһе һәм өләсәһе Клара ханым менән танышыр­ға саҡыра. Тап шул көндө ҡыҙ уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алған була.
Айгөл апай (Ильястың әсәһе – авт.) үҙенең йәшлек йылдарын иҫләп тулҡынланһа, егет өләсәһенең фекере ниндәй булыр тип баш вата. Донъя күргән, һынсыл, күп кешеләр, билдәле шәхестәр менән аралашҡан олпат ҡатында тәү ҡараштан әңгәмәсеһенең ысын йөҙөн, характерын танырлыҡ оҫта психолог таланты барлығын күптәр белә. Етмәһә, ейән менән өләсәй араһында бала саҡтан айырыуса йылы мөнәсәбәт була. Был осраҡта ла ул тәү сиратта яҡын кешеләренең – өләсәһе менән әсәһенең фатихаһын алырға теләй. Тәүге танышыу Айгөл апай бешергән тәм-томдар менән сәй табыны артында үтә. Тәүҙә оялып ултырһа ла, йәш ҡыҙ тора-бара асылып китеп үҙе, ғаиләһе тураһында һөйләй, әңгәмә әҙәбиәт, сәнғәт тураһында дауам итә. Икенсе көндө өләсәһе Ильясҡа шылтыратып: “Алтын ҡыҙ!” – тип фатихаһын бирә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, егет Зөлмәрәне Әбйәлил районына, өләсәһенең тыуған яғына ял итергә саҡыра. Күлдәрҙә һыу инеп, еләк йыйып, тауға артылып йөрөгәндә, данлыҡлы Ҡырҡтытау түбәһендә Ильяс һөйгәненә, мәңге бергә булырға – кейәүгә сығырға тәҡдим яһай.
Ҡыҙ риза булыуын була ла, уны үҫтергән ата-әсәһенән дә фатиха алырға кәрәк бит әле. Йәштәр Баймаҡ яғына юллана. Бер осраҡта ла юғалып ҡалмаған егет тәүге тапҡыр тубығы ҡалтырауын тоя. Ә баймаҡтар – ҡунаҡсыл халыҡ, етмәһә, талантлылар. Табын артында уйын-көлкө һүҙ менән, йырлашып та алғас, Ильяс Фирғәт ағай менән Сәғирә апай өсөн үҙ кешегә әүерелә. Йәй аҙағына никах туйы эшләргә килешеп, күстәнәстәр тейәп, Өфөгә юллана буласаҡ ғаилә.
Никах та, бер йылдан һуң, кәләштең тыуған көнөндә, туй ҙа матур һәм күңелле үтә. Ҡунаҡтар Башҡортостандың ҡайһы ғына райо­нынан булмаған икән?! Нәҫел ептәре бит ҡайҙа ғына барып тоташмай: Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил... Матур туй тантанаһы менән башланған ғаилә тормошо матур дауам итә: бына инде Ҡарабулатовтар дүрт йыл бергә донъя көтә. Йәш кәләш тәүге өс йылды, өйрәнеү мәле, тип атай:
– Ильяс ижадсылар ғаиләһендә тыуып үҫкәс, ябай булмаған тормош­ҡа әҙер ине. Ә мин ауыл ҡыҙы, уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләндем. Иреңдең сәхнәлә икенсе кеше менән бейеүенә, оҙайлы гастролгә оҙатыуға, эштән төндә ҡайтыуына өйрәнеп китер өсөн бер ни тиклем ваҡыт кәрәк ине. Аллаға шөкөр, икебеҙ ҙә сабырлыҡ менән тәүге һынауҙарҙы үттек. Йәшәй-йәшәй бер-беребеҙгә, ышанысҡа, кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалырға өйрәндек. Ҡыйын саҡтарҙа терәк булып, өйҙә лә, эш буйынса ла ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Милли йәштәр театрында эш башлағас, тәүге сығыштарымда тулҡынланыу хистәре булды, бәләкәй генә ролдә лә ҡаушап ҡала инем. Тәжрибәле кеше булараҡ иремдең ярҙамын күп тойҙом. Беренсе тәнҡитсем Ильяс, күңелде төшөрмәҫлек, ябай итеп үҙ фекерен еткерә белә. Ул да яңы номерҙарын тәү сиратта миңә күрһәтә. Ғаилә тормошо фән донъяһы менән бер: көн һайын яңы асыштар булып тора, – ти Зөлмәрә, ихлас йылмайып.
Йәштәр ижадҡа ла, эшкә лә, ярат­ҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт йәлләмәй. Ильяс үткән быуатта төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарарға ярата, балыҡҡа йөрөй, аш-һыу әҙерләп кәләшен ҡыуандыра. Һуҡма инструменттарҙа уйнай. Ә Зөлмәрә ҡул эштәренә оҫта: сигеү, тегеү, бәйләү кеүек һөнәрҙәре менән дан ҡаҙан­ған. Уның яҡын кешеләренә, дуҫтарына биргән бүләктәре мотлаҡ ҡулдан эшләнгән була. Әҙәбиәтте лә һыу урынына эсә.
Зөлмәрә иренең үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булыуын, тоғролоғон ихтирам итә. Ә Ильяс ҡатынының һәр ваҡыт уға терәк булырға тырышыуына, ғаилә усағын һаҡлай белеүенә рәхмәтле. “Бәхәстәр тыуғанда аҡыллы ғына итеп юл ҡуя белә”, – ти ул, маҡтап.
– Ир менән ҡатындың яратҡан эше, аралашыр дуҫтары, ашҡынып ҡайтырлыҡ йорто бар икән, тимәк, ғаилә бөтөн һәм бәхетле. Бер-береңә ихтирам тойғолары, тоғролоҡ, ышаныс булһа, ике кеше араһына кеше һүҙе лә инә алмаясаҡ. Иректе сикләргә ярамай: беҙҙең арала: “Эштән тура өйгә ҡайт!” йәки “Әхирәттәрең менән оҙаҡ йөрөмә” тигән һүҙ көрәштереү юҡ. Һәр кешенең үҙ мөхите була. Проблемалар килеп тыуһа, ауырлыҡтарҙы бер-беребеҙҙән йәшермәйбеҙ, уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Икәү бер булып йәшәй башлағанбыҙ икән, тимәк, шатлыҡты ла, хәсрәтте лә бүлешер кәрәк. Әлегә бәхетле ғаилә ҡағиҙәләренең ошоларын аңлай башланыҡ”, – тип асыштары менән бүлеште Ҡарабулатовтар хушлашыр алдынан.
Йәштәргә ғүмерлек мөхәббәт, аҡ бәхеттәр, матур тормош, сәләмәтлек, ижади уңыштар һәм аҡыллы сабыйҙар теләйбеҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы