НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Моңға төрөнгән күңел

Моңға төрөнгән күңел


Моңға төрөнгән күңелҠайһы бер йырсы сәхнәгә сыҡһа, тетрәткес моңо менән уйға һала, һағышҡа сумдыра, шул уҡ ваҡытта дәртле йыры менән йәшәүгә көс бирә, тормоштоң матурлығын күрһәтә. Һандуғастың моңо күңелгә танһыҡ булған кеүек, йырҙарын тыңлап туя алмаҫлыҡ талантлы кешеләр ҙә була беҙҙең арала. Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Гүзәллиә Хәкимйәнова 30 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаһа ла, күңеле менән һәр саҡ сәхнәлә. Төрлө концерттан, байрамдан ситтә ҡалмаған, моңло йырҙары менән барлыҡ сараны биҙәгән йырсының үҙ тамашасыһы ла бар.

Дүртөйлөлә, ябай ғаиләлә тыуып үҫкән Гүзәллиә ханым бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Хәйер, ябай ғаилә тип әйтергә лә кәрәкмәйҙер: ҡыҙҙың атаһы Ғүмәр ағай – билдәле гармунсылар, әсәһе Тамара апай йырсылар нәҫеленән бит. Шуғалыр ҙа ҡулдан тегелгән ҡурсаҡтарына, ҡустыһына, ике һеңлеһенә көн дә концерт ҡуйған сабый бала йырсы булырға хыяллана. Уҡырға бараһы йәйҙә ул атаһының өр-яңы гармунында уйнарға өйрәнергә була. “Әпипә” йырын ярайһы ғына килтереп сығара башлағас, онотмаҫ өсөн телдәренә тимерсыбыҡ менән ҡырып номерҙар ҡуйып сыға. Замана өсөн үтә лә ҙур мөлкәт булған гармундың “язаланыу”ын күргән Ғүмәр ағай ҡыҙын әрләмәй, киреһенсә, икенсе йылына музыка мәктәбенә уҡырға алып бара. Шулай итеп, Гүзәллиә урта мәктәп менән бергә музыка мәктәбенең баян класын да тамамлай. Артабан ул уҡыуын Өфөнөң 2-се педагогия училищеһында дауам итә. Уҡытыусыһы Ләлә Муллабаева диплом алыр йылды йәш ҡыҙҙы Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыу­сыһы Баныу Вәлиеваға алып килә. Билдәле йырсы сылтырап аҡҡан шишмәләй моңло тауышты ишетеү менән мотлаҡ вокал бүлегенә уҡыр­ға килергә ҡуша. Был саҡырыуға ҡанатланған ҡыҙ йәйге ялға атай йортона ҡайта.
Тик үҙенән кесе ике һеңлеһе лә студенттар сафына баҫҡас, Гүзәллиә берәр йыл эшләргә, үҙ-үҙен ҡарарға була. Ата-әсәһенә бер юлы өс студентты уҡытыуы ауырға тура киләсәген аңлаған ҡыҙ дипломын тотоп, райондың мәғариф бүлегенә бара. Йәш белгес Дүртөйлөнөң 3-сө мәктәбендә эш башлай. Баян, хор түңәрәктәре, йыр дәресе, уларҙан тыш, төрлө мәҙәни һәм тәрбиәүи кисә, конкурс­тар – ул баштан-аяҡ балалар донъяһына сума. Бер йылдан һуң тырыш хеҙмәте өсөн Ҡара диңгеҙ буйына юллама менән бүләкләнә, уҡыусылары төрлө район һәм төбәк конкурстарында еңеү яулай. Йәш белгескә район хакимиәтенән дә эш тәҡдим ителә, тик ул, тәжрибәһе юҡлығын һылтау итеп, баш тарта. Эш, балалар тип, бала саҡ хыялы ла, оло шәхестең уҡырға саҡырыуы ла онотола. Шулай ҙа күңелендәге йырға дәрте һүрелмәй. Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Әллүки” фольклор ансамбленә йөрөй, яңғыҙ йырҙар менән дә концерттарҙа, төрлө йыр бәйгеһендә ҡатнаша. Художество етәксеһе булып эшләгән осорҙа ул “Әллүки”ҙе республика кимәлендә таныта. Йәшлек йылдарында уҡ шиғырҙар яҙған Гүзәллиәнең күңелендә бынан бер нисә йыл элек бер “илһам емеше” көй менән бергә – йыр булып тыуа. Үҙендә йырҙар ижад итергә һәләт барлығы асыҡлана. Иң тәүге “Һөйгәнемә” йырын тамашасылар хөкөмөнә бер аҙ ҡурҡып, шикләнеп сығара Гүзәллиә. Ни тиһәң дә, быуаттар буйына йыйылған бай ижадлы беҙҙең халыҡ йырҙың бәҫен, ҡиммәтен белә. Оҡшатырҙармы уның күңелен ярып сыҡҡан йырҙы? Ҙур тулҡынланыу менән сәхнәгә сыҡҡан автор-башҡарыусы йырын тамамлағас, ҡайнар алҡыштарҙы ишетеп, үҙен яңынан тыуғандай хис итә. Тимәк, уның хистәрен аңлаған, үҙ иткән кешеләр – ауаздаштары бар!
Хәҙер инде репертуарында үҙе ижад иткән йырҙар ике тиҫтәнән ашыу. Билдәле йырсылар ҙа мөрәжәғәт итә уға. Быйыл, батырсылыҡ итеп, Ҡазан ҡалаһында үткән Халыҡ-ара композиторҙар конкурсына эштәрен тәҡдим иткән. Октябрь айында уҙасаҡ гала-концертҡа саҡырыу алған, хәҙер инде лауреат исеменә өмөтләнергә лә булалыр. Ә Гүзәллиә ханым, һис шикһеҙ, быға лайыҡ.
Йәшлек йылдары ҙур сәхнәлә үтмәһә лә үкенмәй Дүртөйлө таланты. Уҡыусылары башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары менән “Туған тел” телеканалы ойошторған “Бәхетле бала саҡ”, “Турғай” тапшырыу­ҙарында, республика конкурстарында еңеү яулай. Бар наҙын, һөйөүен биреп тәрбиәләп үҫтергән ике балаһы ла ҡыуандырып ҡына тора. Әйткәндәй, уларҙың икеһендә лә йырға һәләт бар, мәктәп һәм студент йылдарынан алып сәхнәнән төшмәйҙәр. Моң тынмай икән, тимәк, йәшәү дауам итә. Гүзәллиә Хәкимйәнова ла күңеленән сыҡҡан йыр-моңдарҙы тамашасыларға бүләк итә-итә ғүмер йомғағын һүтә...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Сығыу ваҡыты 25-07-2017, 11:20 | Ҡаранылар: 155
|
  • “Халҡым менән ғорурланам”
  • Йырға ынтылыш
  • Йөрәгемде һеҙгә бүләк итәм!
  • “Наҙ булһын йырҙарым”
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM