RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мәңгелек тема – ул мөхәббәт”

09.06.2017 “Мәңгелек тема – ул мөхәббәт”

“Мәңгелек тема –  ул мөхәббәт”
йәки Композитор Юлай Үҙәнбаевтың нисә йырын урлағандар?

“Устарыма һал һин йөрәгеңде”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Яңғыҙ ҡатын”, “Йәшлегемдең йәшел яҙҙары”... Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай ҮҘӘНБАЕВтың ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас моңға сорналған был йырҙарын кемдәр генә яратып тыңламай икән?! Бөгөнгө һанда талантлы шәхес менән йыр һәм моң тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Сәхнәгә музыкант булараҡ күтәрелгәйнегеҙ, бөгөн һеҙ билдәле композитор. Йырҙар ижад итәһегеҙ, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәйһегеҙ. Ә баянда уйнарға ваҡытығыҙ ҡаламы?
– Баян – минең яратҡан уйын ҡоралым, дуҫым, моңдашым. Унан айырылғаным юҡ, көн һайын уйнайым. Аллаһы Тәғәлә йырларлыҡ моңло тауыш бирмәгән, күңел хистәремде баян моңо менән сығарам. Йыр яҙғанда ла йырсыларға күрһәтергә теләгән мелизмдарҙы, мөмкинлектәрҙе баянда уйнап күрһәтәм. Синте­заторҙа, фортепианола уйнай беләм, әммә күңелемә барыбер ҙә баян моңо яҡыныраҡ.
– Хәҙер автор-башҡарыусылар күбәйеп китте. Йырлай алмағанығыҙға әсенгән саҡтарығыҙ буламы?
– Юҡ, сөнки баяным бар. Ижад емештәремде бик күп талантлы йырсы башҡара. Ниндәй йырҙы ҡайһы йырсы башҡарһа, уңышлы булырын тойомлай беләм. Йырлаған хәлдә лә уларҙы тыңлаусыларға алып барып еткерә алмаҫ инем, моғайын. Сәхнә кешеһенә актерлыҡ һәләте лә, харизма ла хас булырға тейеш.
– Һеҙҙән заказ буйынса йыр һорайҙармы?
– Иң яратмағаным – аҡса өсөн махсус заказ буйынса көй яҙыу. Хаҡ алмаған хәлдә лә, кешенең күңел торошона тап килгән, минең өсөн ят булған хистәрҙе сағылдырыу ауыр. Икенсенән, кемгәлер йыр вәғәҙәләһәм, ул көтөп йөрөһә, үҙемде бурыслы кеше итеп тоям.
Ошо йәшемә етеп, бер нәмәне аңланым: йыр аҡсаға һатылмай. Ул таҙа, саф һәм күңелдән сығырға тейеш. Ижад иткән саҡта ниндәй­ҙер башҡарыусыны күҙ уңында тотмайым. Күңелдән нисек урғыла, ағыла – шулай яҙыла, үҙемде сикләмәйем. Бары тик йыр бөтөн килеш әҙер булғас ҡына, мөмкинлектәренә ҡарап, йырсыларға үҙем тәҡдим итәм.
– Башҡарыусыһын тапмаған, тамашасыларға барып етмәгән йырҙарығыҙ бармы?
– Эйе. Дүрт йыл элек яҙған бер нисә йырым сәхнәгә сыҡманы. Улар өсөн йөрәгем әрней. Ҡабаттан сығарып та булмай: элек яҙған әйберҙәр бөгөнгө көнгә тап килмәй бит. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Йыртыҡ ыштан кейгән, бер нисә нотанан торған көй башҡарыусыларға минең йырҙар бөтөнләй бармай.
– Һеҙ бик күп спектаклде музыкаль яҡтан биҙәйһегеҙ. Ундағы йырҙар бөгөн дә популяр...
– Спектакль – ул уйҙырма донъя. Пьесаны уҡығас, герой­ҙар­ҙың кисерештәренә, хистәренә ышанып, йыр яҙыла. Шул образда йәшәйем, илайым, көләм. Бары тик пьеса сәхнәгә сыҡҡас ҡына күңелем тыныслана. Хаталанған саҡтар ҙа булды. Әҫәрҙе уҡып, үҙемсә күреп, йыр яҙам да, репетицияларға барһам, режиссер уны бөтөнләй икенсе төрлө итеп сәхнәләштерә. Һәм минең ижад иткән көйҙәр спектаклдең идеяһына тап килмәй. Шуға күрә хәҙер репетицияларға йөрөп, актерҙарҙың уйнағанына ҡарап, шунан ғына биҙәлешкә тотонам.
Ысынлап та, спектаклдәр, йылдар үткәс, репертуарҙан төшөп ҡала, ә йырҙар халыҡ хәтерендә һаҡлана. Был минең өсөн үтә лә ҡыуаныслы. Йыш ҡына биҙәлеш эше менән булышҡас, профессиональ характер барлыҡҡа килә. Фильмдар, спектаклдәр ҡарағанда: “Мин был ерҙә ошолайыраҡ итер инем, теге йырҙы шулайыраҡ яҙыр инем”, – тип уйлай башлайым.
– Тәүлектең нисә сәғәте моң менән үтә?
– Көн һайын йыр яҙып булмай. Әммә һәр ваҡыт көйләп йөрөйөм, кешеләр ишетмәгәндә йырлап та алам. Төрлө стилдәге йырҙарҙы тыңлайым. Яратҡан йырсыларымдың яҙмалары үҙем менән йөрөй. Шуға күрә, моң менән йәшәйем, тип һис арттырыуһыҙ әйтә алам.
Йыр тыуһын өсөн һәр көн, һәр сәғәт тәжрибә булып тора. Тормоштағы һынауҙар ҙа, шатлыҡтар ҙа күңелдәге моңдо урғылтырға этәргес роль уйнай. Йыр яҙыу – ул ҡәҙимге хеҙмәт, уға ваҡыт та, көс тә, дәрт тә кәрәк.
– Бөгөн һәүәҫкәр композитор­ҙар ижадына һорау бармы?
– Элек профессиональ йыр яҙыу­сы булмаған. “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл” кеүек мәшһүр йырҙарыбыҙҙы халыҡ араһындағы һәүәҫкәрҙәр сығар­ған. Еңел-елпе тип һаналған таҡмаҡтар ҙа әллә нисә быуат буйы башҡарылып килә. Шуға күрә мин композиторҙарҙы үҙешмәкәр, һәүәҫкәр тип бүлеүгә ҡаршымын. Әлбиттә, классиктар бар. Әммә таланты булмаған кеше йыр яҙа алмай, ә был талант тәбиғәттән бирелгән. Етмәһә, бөгөн бер ниндәй ҙә худсоветтар ҙа, комиссиялар ҙа эшләмәй. Ниндәй йыр тыңларға икәнен халыҡ үҙе һайлай.
Минең дә классик әҫәрҙәр яҙыр­ға теләгем ҙур, тик уларға бөгөн һорау бөтөнләй юҡ.
– Һеҙгә башлаусы композитор­ҙарға ҡәтғи фекерҙәр әйтергә тура киләме?
– Эйе. Бер нисә тапҡыр композиторҙар конкурсында баһалаусы булырға тура килде. Шул саҡта үҙ фекеремде, ғәҙел баһамды еткерергә кәрәк ине. Улар ҙа минең әйткәндәрҙе аңлап ҡабул иткәндер, сөнки конкурста ҡатнашаһың икән, тәнҡиткә әҙер булырға кәрәк. Үҫеш өсөн тәнҡит бик мөһим.
Композиторҙарға танылыу өсөн йырсыны таба белеү зарур. Тағы ла башҡаларға эйәрергә ярамай, һәр кемдең үҙ почеркы булырға тейеш.
– Һуңғы арала плагиат тураһында ҡыҙыу бәхәс бара...
– Плагиат сәнғәттең көрсөк мәлендә барыуын иҫбатлай. Ҡаҙаҡ йырын башҡортса йырлап ҡына алға китеп булмаясаҡ. Урлашыу күп, был язаһыҙлыҡтан килә. Плагиат өсөн атмайҙар, штраф һалынмай, йырҙар эфир­ҙан алынмай...
– Һеҙҙең йырҙарығыҙҙы урлаған осраҡтар булдымы?
– Минеке генә түгел, бик күптәр­ҙеке урлана. Көйҙөң иң матур, үҙенсәлекле боролоштар булған өлөшөн – “ҡаймағын” һөҙөп алалар ҙа, икенсе “йыр”ҙы биҙәп, яңы әҫәр тыуҙыралар. Тулыһынса алынмағас, урлашыуҙы иҫбатлап булмай. Шуға күрә шәхсән үҙемде: “Тимәк, минең йырым шәп, матур икән”, – тип йыуатам да, тынысланам.
Ундай “ижадсы”ларҙың ғүмере ҡыҫҡа. Урлаша-урлаша бер нисә йыр яҙыр ҙа, ә артабан нимә? Тупик.
– Шиғыр булмаһа, йыр булмай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Эйе. Бик күп уҡыйым, эҙләнәм, төрлө автор менән эшләйем. Тик элекке шиғырҙар бөгөнгө тормош­ҡа тап килмәй. Идеология үҙгәрә, донъяға ҡараш та башҡаса хәҙер. Бары тик бер генә тема мәңгелек – ул мөхәббәт. Уға сиктәр ҙә, ваҡыт та юҡ. Салауат та яратҡан, Мостай ағай ҙа яратҡан, мин дә. Шуға ла кешеләргә мөхәббәт тураһындағы йырҙар яҡын.
Шиғырҙарҙы күп уҡыйым. Оҡшағандарын күңелдә һаҡлап йөрөйөм, мәле еткәс, уларға көй ярала. 5 – 10 йыллап һаҡланғандары бар, йыр яҙылмай. Тимәк, минең хистәрем, булмышым әле уға өлгөрөп етмәгән.
– Ижадтан тыш, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бар?
– Тәбиғәтте яратам. Күңелемә айырыуса май айы, кәкүк саҡырған саҡ яҡын. Был мәлдең бик тиҙ үтеп китеүенә үкенәм, шуға күрә ваҡытты күберәк тәбиғәттә үткәрергә тырышам. Баҡсасы һәм балыҡсы мин, бешеренергә лә әүәҫмен. Хатта былау бешерер өсөн махсус ҡаҙан алып ҡуйҙым. Сәйәхәт иткәндә аралашырлыҡ ҡына булһа ла тип, сит телдәрҙе өйрәнәм. Әлеге ваҡытта “Бер­ҙәм­лек” фестиваленә әҙерлек бара. Унда миңә испан телен белгән Мексика вәкилдәрен ҡаршы алыу бурысы йөкмәтелгән. Аңлашыуы еңелерәк булһын өсөн испан телен өйрәнә башланым. Тағы ла төрлө халыҡтар­ҙың музыка ҡоралдарын йыям, уйнарға өйрәнәм. Хобби тип әйтергә була, уларҙың һаны ике тиҫтәнән ашты.
Кешеләр менән аралашырға яратам. Күңелемә тыныслыҡ кәрәк­һә, баҡсаға барып, бер аҙ яңғыҙым йөрөп алам да, ҡабат ғаиләм, дуҫтарым, туғандарым янына ашығам.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдарығыҙ, ниәттәрегеҙ бар?
– Мин ижадта ла, тормошта ла лирик кеше. Шулай ҙа киләсәктә балалар өсөн дә йырҙар яҙғым килә. Һуңғы арала этника жанры менән ҡыҙыҡһынам, күпләп ҡурай моңон тыңлайым. Бәлки, ошо йүнәлештә лә эшләп ҡарармын. Ҡыҫҡаһы, эш күп, йәшәргә һәм эшләргә, тигән маҡсат ҡуям.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы