RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матбуғат балы «Үҙгәрештәр еле» аҫтында үтте

18.12.2010 Матбуғат балы «Үҙгәрештәр еле» аҫтында үтте

Матбуғат балы «Үҙгәрештәр еле» аҫтында үттеҮткән шаршамбы республика баҫмаларында эшләүселәр өсөн ике ваҡиға – көндөң тәүге яртыһында республика һәм район баҫмалары етәкселәре коллегияһы һәм унда күтәрелгән мәсьәләләр, икенсе яртыһында баш ҡаланың Рус дәүләт драма театрында ойошторолған традицион «Матбуғат балы – 2010» менән иҫтәлекле булды.
Коллегияла элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов яңы ойошторолған министрлыҡтың 90 процентҡа формалашыуын һәм эшен яңы форматта дауам итергә әҙер булыуын белдерҙе һәм тыңлаусыларға яҡын киләсәктә матбуғат өлкәһен дә реформалар көтөүе тураһында еткерҙе. Уның фекеренсә, яңы шарттарҙа дәғүәселеккә һәләтлекте арттырыу, баҫмаларҙы уҡымлыраҡ итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Министр үҙенең яңы урынбаҫары Марат Ғәзизов менән таныштыр­ҙы. Ул үҙенең сығышында маҡсатлы аудитория, уҡыусылар менән эшләү мөнәсәбәттәренә ҡағылды. Уҡыусыларҙы һаҡлап ҡалыу проблемаһын хәл итеү өсөн яңы урынбаҫар гәзит-журналдарҙың сифатын яҡшыртыу, яңылыҡтар­ҙы оператив еткереү, уҡыу­сылар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.
Ул журналистика кадрҙарын әҙерләү мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Уныңса, бөгөн журналистар әҙерләү мәсьәләһе түбән кимәлдә. Был хәлде төҙәтеү өсөн министрлыҡҡа журналис­тар­ҙың квалификацияһын күтәреү курсын ойоштороу ихтыяжы бар.
Министр урынбаҫары Венера Хәкимова үткән туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтары һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Ултырышта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Максим Ульчев үҙҙәренең сайтында ойошторолған республика һәм район баҫмаларына яҙылыуҙағы яңы алымдар хаҡында һөйләне.
Матбуғат балы «Үҙгәрештәр еле» аҫтында үттеКөндөң икенсе яртыһына тәғәйенләнгән республика журналистарының быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаусы тантаналы сара «Үҙгәрештәр еле» тип аталды һәм унда заман елдәре менән бергә атлаусы, тормошобоҙҙағы һәр яңы йүнәлеште һәм үҙгәреште ҡыйыу яҡтыртыусы баҫмалар коллективтары һәм журналистары бүләкләнде. Әйтергә кәрәк, бындай тантана Башҡортостанда бишенсе йыл рәттән үткәрелә. «Йәшлек»тең дә унан бер ҙә ситтә ҡалғаны юҡ – төрлө номинацияларҙа лайыҡлы баһаһын ала. Быйыл, мәҫәлән, беҙҙең баҫма «Алтын ҡаурый» премияһына лайыҡ булды. Әйткәндәй, был номинация республиканың Журналистар сою­зы инициативаһы менән быйыл тәүгә булдырылды һәм федераль баҫмаларҙың төбәк ҡушымталары, Башҡортостанда сыҡҡан 15 баҫма ошо юғары премияға лайыҡ тип табылды.

Гәзитебеҙҙең тағы ла бер еңеүе: журналисыбыҙ Рәшиҙә Мәхийә­нова Бөтә Рәсәй «Рә­сәйҙең иҡтисади тергеҙелеүе» конкурсының төбәк этабында лауреат исеме алды.
Быйыл сара уны ойоштороусылар иҫәбендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының ғына түгел, ә Башҡортостан Прези­дентының матбуғат хеҙмәте лә булыуы, шулай уҡ «Сала­уатнефтеоргсинтез» компанияһының генераль партнер һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең рәсми партнер булып сығыш яһауы, «Кламас» компанияһының техник яҡтан ярҙам күрһәтеүе, 2brands коммуникациялар студияһының проект координаторы ролен үҙ өҫтөнә алыуы менән мәртәбәлегә әйләнде. Ә номинацияларҙың төрлөлөгө журналистар араһында еңеү­селәр­ҙең күп булыуын билдәләне. Мәҫәлән, Респуб­лика йылына, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға, комсомолдың 90 йыллығына, наркотиктарға ҡаршы көрәшкә һәм башҡа темалар­ға арналған конкурстар үҙ еңеүселәрен атаны. Шуныһы айырым иғтибарға ла­йыҡ: был юлы әүҙем блогерҙар ҙа билдәләнде һәм улар «Кла­мас» компанияһының махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
Тантанаға йыйылыусыларҙы элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Венера Хәкимова, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов тәбрикләне һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.
– Барыбыҙ ҙа гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуға, ирекле киң мәғлүмәт сараларына иҫәп тотабыҙ. Әммә иреклелек иртәнән кискә тиклем бысраҡ яғыу тигән һүҙ түгел. Иреклелек – ул киң мәғлүмәт сараларының үҙ фекерен әйтә алыу хоҡуғы, улар­ҙың кешеләргә ҡы­ҙыҡлы булыуы, влас­тарҙың ҡарарҙар ҡабул итеү эшендә ҡатнашыуы, – тине үҙ сығышында Рос­тислав Рәфҡәт улы.
Уныңса, дәүләт ҡарамағында булмаһалар ҙа, киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы һаҡланып ҡалырға, журналистар хеҙмәтенә ихтыяж артырға, уларҙың хеҙмәт хаҡы бөгөнгөгә ҡарағанда ҙурыраҡ булырға тейеш.
Борис Мелкоедовтың әйткән һүҙҙәре лә ҡәләм эйәләренең күңелен үҫтерҙе: журналистарҙың һәйбәт эш хаҡы алыуы өсөн министрлыҡ та тырышлыҡ һаласаҡ.
ҡотлауҙар баш ҡала йәштәренең заманса бейеү ансамблдәре һәм «Шоколад» вокаль-инструменталь төркөмөнөң сығыштары менән үрелеп барҙы.
«Матбуғат балы» унда ҡатнашыу­сыларға өҫтәмә дәрт һәм илһам бирҙе.

Р. МӘХИЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы