RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Һөҙгөс алып һөҙгө килә"

10.04.2017 "Һөҙгөс алып һөҙгө килә"

"Һөҙгөс алып һөҙгө килә"йәки Башҡорт эстрадаһы "атай" күҙлегенән

Хәтерләйем, 18 йыл элек Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ “Нефтяник” мәҙәниәт һарайында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. 1200 урынлыҡ залда буш ултырғыстар ғына түгел, ә аяҡ баҫыр урын булманы. Һәр йырҙа дәррәү тороп бейегән тамашасыларға балкон һелкенгән кеүек тойола ине. Зал администраторҙарының: “Зинһар, “Тәпә”не йырламағыҙ, юғиһә балкон емерелеү ҡурҡынысы бар”, – тип йөрөүенә үҙем шаһит.

Сәғиҙулла 11 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “23 йыл сәхнәлә” тип аталған программаһын ҡуя. Ошо ваҡиға алдынан йырсы менән бөгөнгө эстрада һәм ижад хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Сәғиҙулла, һин ҡайнаған эстрадала 23 йыл арауығында ниндәй үҙгәрештәр булды? Элекке һин бөгөнгөнән айырыламы?

– Йылдар үтә, ваҡыт менән бергә аң кимәле лә, күңел дә, йырҙар ҙа үҙгәрә. Ижад кешеләренең күңеле ҡылдай нескә була, ауыр ҡарашты ла күтәрә алмағандар осрай. Мәҫәлән, бөгөнгө йәшемдә шундай тәнҡиттәр осрай, энә сәнселеүен еңелерәк кисерә алырмын төҫлө тойола. Ә йәш саҡта кеше һүҙенә лә, ҡарашына ла, хатта хыянатына ла еңелсә ҡарайһың, иғтибар бирмәйһең. Шул яҡтан үҙгәрҙек.
Элек бөтә Башҡортостанға бер аранжировка эшләүсе, бер нисә музыкант булды. Теләйһеңме-юҡмы, оҡшаймы-оҡшамаймы, уларға бараһың. Хәҙер һайлау мөмкинлеге ҙур, рәхәтләнеп эшлә генә. Тик һайлау алдында торһаң да ҡыйын икән: йә бер нәмә оҡшамай, йә икенсе ере күңелгә ятмай. Асыҡлыҡ ингәнсе ваҡыт үтә.

– 1995 йылда бөгөнгө аҡылың, булмышың булһа, “Тәпә” йырын йырлар инеңме?
– Ул йылда “Урал моңо” конкурсына һуңлап килдек. Ҡат­нашыуыбыҙ икеле мәлдә, минең үҙһүҙлелек, Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатованың ярҙамы менән, сәхнәгә 55-се конкурсант булып күтәрелдек. Жюри ағзалары арыған, һәр сығыштан тик етешһеҙлек кенә эҙләп ултыра, тамашасылар ярым йоҡоло. Беҙ сәхнәгә сығыу менән йәнлелек башланды, ә йырлап бөтөүгә бөтә халыҡ аяҡ үрә баҫып ҡул сапты.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Бәлки, тап шул йылда “Тәпә” сәхнәгә сыҡмаһа, уның да, минең дә яҙмыш икенсе төрлөрәк булыр ине. Хәҙер ундай йырҙы йырлауым да икеле.

– Һеҙҙең быуын эскелектең ныҡ көслө сағына тура килде. Ошо сәбәпле сәнғәт, башҡорт эстрадаһы күп шәхесен юғалтты...
– Беҙҙең быуын ниндәй генә атакаға дусар булманы: фенол, үҙгәртеп ҡороуҙар, эшһеҙлек, көрсөк һәм башҡалар. Улар араһында иң ҡурҡынысы– эскелек. Яңыраҡ Азат Йыһаншин бер әңгәмәһендә: “Беҙ үҙебеҙҙә туҡтарға көс таптыҡ”, – тине. Ысынлап та, хәҙер эскелек, наркомания юҡ кеүек. Сөнки кемдәр ул һаҙлыҡтан сыға алманы, шулар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле вафат булды йәки сәхнәнән төштө. Тотош быуындан бармаҡ менән һанарлыҡ кеше ҡалды. Бик оло юғалтыу, ил трагедияһы был.

– Театр тәнҡитселәрен юғары уҡыу йорттарында уҡыталар, әҙәбиәттә лә белгестәр етерлек. Ә эстрадала тәнҡит бармы?

– Тәнҡиттең иң күбе һәм тосо эстрадала. Мәҫәлән, “Тәпә” яңғырау менән минең өҫкә ниндәй генә тәнҡит яуманы! Беҙҙә һәр нәмәнән мәғәнә эҙләп йонсойҙар. Мәғәнәһеҙ йыр, шиғыр, эш... “Етмеш төрлө һөнәрең булған талантлы егетһең. Ҡулыңдан килмәгән эш юҡ. Ә йырҙарың барыбер мәғәнәһеҙ”, – тине бер нисә кеше. Һәр быуындың үҙ йыры булған. Үҫмер саҡта ҡолаҡҡа салын­ған йырҙар шулай күңелдә йәшәп-йәшәп, синтез үтеп, “Тәпә” барлыҡҡа килде. Өс көнлөк йырсы тип күрәҙәлек иткәйнеләр ҙә, бына, Аллаға шөкөр, 23 йыл да үтеп киткән, сәхнәнән төшкән юҡ.
Шоу-бизнес тотош тәнҡиттән тора. Һәр кемдең үҙ фекере, тимәк, тәнҡитсе. Ошо фекере менән һәр кемдең үҙен, аҡылын күрһәтеп ҡалғыһы килә. Тик йыш ҡына негатив артып китә.

– Тәнҡит бар, ә үҫеш?
– Эстрадала яңы һулыш индергән берәй йырсы сыҡһа, күптәр шуға эйәрә башлай. Мәҫәлән, 20 йыл элек Рөстәм Ғиз­зәтуллинса йырлаһалар, бөгөн Юлъяҡшинды ҡабатлайҙар. Шуға ла башҡорт эстрадаһы үҫешмәй, бер урында тапанған кеүек тойола.
Икенсенән, беҙҙең халыҡҡа лирика хас. Сит илгә эйәреп, рок, джаз, кантри йырла– уны һанаулы ғына кеше тыңлаясаҡ. Театрҙа ла шул уҡ хәл: ниндәй генә психологик драма ҡуймайыҡ – тамашасы ярты зал. Ә “Бәхет хаҡы”, “Шәүрәкәй”, “Нәркәс”, “Ҡоҙаса” йылдар дауамында аншлаг йыя. Тамашасының йырҙан, спектаклдән, китаптан илап, кемделер йәлләп ғазапланһа, күңеле була. Дилбегәне нисек кенә шаҡарма, тәрбиәләп маташма – менталитет ниңәлер үҙгәрергә ашыҡмай.

– Күп конкурсҡа һине жюри ағзаһы итеп саҡыралар. Йырсыларҙың кимәлен баһалау оҡшаймы?
– Оҡшамай тип әйтмәйем, әммә башҡаса жюри ағзаһы булғым килмәй. Фекерҙәремде тура ярып әйтә торған холҡом бар. “Ниңә бында килдең? Ғаиләңә ҡәнәғәт булып, балаларыңды ҡарап, уҡытып ҡына йөрө”, – тип урынлы һәм дөрөҫ кәңәш бирҙем, ти, ул кеше мине ҡәһәрләп сығып китәсәк. Әгәр кеше йырҙы һөнәр итеп алып, тормошон унан башҡа күҙ алдына килтермәй икән, ул саҡта аңларға ла булыр ине. Ә бит шундай осраҡтар ҙа була, эшһеҙлектән: “Теге йырлай бит, был да сәхнәлә йөрөй. Мин дә барып ҡарайым әле”, – тип, Өфөгә килә. Бөгөн йырлай, иртәгә – юҡ. Йырҙың нимә икәнен дә аңламай, ә тәнҡитте ҡабул итә алмай, аңларға теләмәй ҙә.
Йырлай беләме, юҡмы – күптәр сәхнәгә ынтыла. Берәй табында йырлаған да, уны хуплағандар, яратҡандар. “Ана, шул-шул конкурста ҡатнашып ҡара!” – тип тәҡдим иткәндәр. Эстраданан, һөҙгөс алып һөҙөп, сүптәрен алып ташлағы килә. Хәйер, ваҡыт барыбер үҙенекен алға ала. Ҡарағыҙ әле – беҙҙең быуын да күп инек бит. Ә хәҙер һанаулы ғына ҡалып барабыҙ. Һөҙгөскә үҙең дә эләгеүең ихтимал!

– Йырсылар матур сәхнә костюмында сыға ла, тик кенә тороп, бик булмаһа, музыка ыңғайына бер-ике һелкенеп йырлай ҙа, баш эйеп сығып китә. Ҡыҫҡаһы, һинең кеүек рәхәтләнеп бейегән, ҡыланған, йәмһеҙ күренермен тип ҡурҡмағандар һирәк. Һиндә оялыу хисе бөтөнләй юҡмы?
– Ҡайһы берҙә, үҙемде телевизорҙан ҡарайым да, оялып китәм. 40-ҡа етеп, иҫәр кеүек йөрөйөм, икенсе юлы үҙемде тәртипле генә итеп тотайым, ҡыланмайым, тип уйлайым. Тик ундай сығыш миңә ҡәнәғәтлек тойғоһо килтермәй. Беҙҙә ихласлыҡ һирәк, ә сәхнә өсөн был мөһим фактор. Йырлап торғанда ҡулымды матур итеп ҡуяйым, аяҡтарым ҡыйыш тормаһын, тип уйлағанда йырҙың йөкмәткеһе онотола, кисерештәр юғала.
Сәхнәгә сыҡҡас, рәхәтләнеп, донъяны онотоп йырларға кәрәк. Шуғамы күптәр мине ябай, үҙ итеп ҡабул итә. Ҡайһы саҡта таныш булмаған кешеләр килеп, шаяртып һүҙ ҡуша. Етди итеп яуап бирһәм, ҡабул итә алмайҙар. Фекерле һәм аҡыллы һүҙҙәр менән яуап бирер тип көтмәй улар. Тик кешенең тормошта бер төрлө, сәхнәлә бөтөнләй икенсе булыуы ла бар бит, шуны аңлаһындар ине.

– Ни өсөн оло быуын йәштәрҙе йыш тәнҡитләй?
– Мәңгелек проблема был. Миңә ҡалһа, йәшлектәренә ҡайт­ҡылары килеүҙәндер ул. Был көнләшеү түгел, бары тик элекке кеүек булыуҙы теләү.

– Татар телендә йырлаһаң, ике республикала ла билдәле шәхес булыр инең...
– “Тәпә” йырын Ҡазан ҡалаһындағы студияла яҙҙырғайныҡ, шул саҡта уҡ татар телендә йырларға тәҡдим булды. Тик рух ебәрмәне. Әгәр татар телендә йырлаған булһам, фатирым да, исемем дә, бәлки, эшем дә булмаҫ ине. Был Советтар Союзы тәрбиәһе: сит илдәр (быны милләттәр, республикалар тип тә алырға була) беҙҙә дошман – йәғни стереотип ҡараш.
Шул уҡ ваҡытта француз телен­дә лә, русса ла йырлап маташтым. Бер кем дә бер һүҙ әйтмәне, был ваҡиға шым ғына үтте лә китте.

– 23 йыл буйы эстрада ялҡытманымы?
– Әҙерәк бар. Концерттарҙы ойошторғанда аҡса, килем тураһында бөтөнләй уйламайым. Һәр ваҡыт сығым күберәк була. Тимәк, мин бизнесмен була белмәйем: улар һәр ваҡыт килем эҙләй.
Ә эстрадаһыҙ йәшәй алмайым. Күңелдә ниндәйҙер идея яралһа, ул тынғы бирмәй. Көнө-төнө шуны уйлайым, тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйем. “Ете ырыу джентльмендары”, “Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ”, “Беҙҙекеләр төрөксә” һәм башҡа проекттар – шул тынғыһыҙ күңел һөҙөмтәһе. 23 йыл сәхнә – ул минең ярты ғүмерем һәм ғүмеремдең аңлы өлөшө. Ҡапылдан сәнғәт һулышымды алып ташлаһалар, йәшәреп китмәҫмен, ахырыһы, киреһенсә, 23 йылға ҡартайыуым бар.
– Улың Арыҫлан ниндәй йырҙар тыңлай?
– Хәҙер ул башкөллө конструктор донъяһына сумды. Пено­пластан төрлө маркалы самолеттар эщләү менән мауыға. Махсус түңәрәккә йөрөй, әйткәндәй, унда 3 – 4 малай ғына шөғөлләнә. Ә компьютер класы шығырым тулы. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Ҡыҫҡаһы, аҡыллы малай. Элек минең һәр йырымды яттан белә ине, ваҡытында уны йырлатып, яҙмалар ҙа эшләтеп ҡалдым.
Ә ҡыҙым Наҙгөл бейергә ярата. Моңо әллә ни булмаһа ла, йырҙы үҙ итә. Аҙна башында интернет селтәрендә “Онот” тигән йырға төшөрөлгән клиптың премьераһы булды. Төп ролде ҡыҙым башҡарҙы.

– 2015 йылда китап сығарғайның, быйыл фильм төшөрәһең тиҙәр...

– Эш тамамланды, ошо көндәр­ҙә фильм “Бәйләнештә” селтәренә сығасаҡ. Ижад юлым тураһында 40 минутлыҡ кино ул. Тәүге сығыштар, концерттар, тапшы­рыу­ҙар, ижадташ дуҫтар, таныштар. Режиссеры ла, сценарисы ла үҙем. Миңә ҡалһа, бик ҡыҙыҡлы фильм килеп сыҡты.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! 23 йылдан һуң да һине сәхнәлә күреү яҙһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы