НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен!”

“Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен!”


“Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен!”
55 йәшлек популяр композитор тағы ла атай булды

Һәр кем яттан белгән, бик күп концертты башлап ебәргән “Тыуған яҡ”, “Башҡортостан” йырҙарының авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал РӘШИТОВ бына инде егерме йылдан ашыу туғандаш ике республика сәнғәтенә ижад итә. Һуңғы айҙарҙа уның тормошонда бер-бер артлы шатлыҡлы һәм мөһим ваҡиғалар булып тора. Шулар хаҡында композиторҙың үҙе һәм уның ҡатыны, йырсы Азалия менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Урал Камил улы, тәүге ижад иткән йырығыҙҙың тарихы нисек булды?

– Ул ваҡытта сәхнәлә музыкант булараҡ сығыш яһай инем. Рус телендә бер йыр күңелдә тыуҙы ла, уны дуҫтарыма гитарала уйнап ишеттерҙем. Дуҫымдың уны яҙҙырып алғанын белә инем, әммә онотҡанмын. Ул Бари Алибасовҡа яҙманы тыңлатҡан, продюсер үҙ сиратында йырҙы “На-на” төркөмөнә тәҡдим иткән. Бер ваҡыт журналистар, таныштар шылтырата башланы, йырымдың үҙәк каналдарҙа яңғырауы менән ҡотлайҙар. Был минең өсөн көтөлмәгән, хыял итмәгән шатлыҡ булды. Шулай итеп, композитор булараҡ ижад юлым юғарынан – Мәскәүҙән башланды.
– Йыр артынан үҙегеҙҙең дә илдең баш ҡалаһына китергә теләгегеҙ булманымы?
– Юҡ. Ҡунаҡҡа йәки гастролгә барған саҡта ла үҙемде унда сит кеше кеүек тоям, ылыға алмайым. Ҡазан ҡалаһында эшләгән осорҙа ла Башҡортостанды һағына инем. Ҡунаҡҡа килгән таныштарымды, дуҫтарымды оҙатҡанда автобус артынан ниндәйҙер һағыш менән ҡул болғап тороуҙарым һаман да иҫтә. Тыуған яғымда йәшәүем менән бәхетлемен, күңелем тыныс, рәхәтләнеп ижад итәм.
– Юҡҡа ғына “Тыуған яҡ”, ”Башҡортостан” кеүек иң популяр йырҙар һеҙҙең күңелдә яралмағандыр...
– Яҙмыш ҡушыуы буйынса, тормошом Башҡортостандың төрлө төбәгенә бәйле. Ауырғазы районында тыуҙым, бала сағым Ишембай, Әлшәй райондарында үтте. Биш­бүләк еренең иң талантлы, сибәр ҡыҙына өйләндем, Өфө ҡалаһында йәшәйем. Концерттар менән ҡайһы ғына төбәктәрҙә булманыҡ икән?! Шуға күрә күңелемдә, йөрәгемдә Башҡортостанға ҡарата тик илһөйәрлек тойғолары ғына йәшәй. Аллаға шөкөр, үҙ еремдә минең дә ҡәҙерем бар. Ваҡытында фатирлы булдым, күптән түгел ҡолас йәйеп эшләр өсөн студия алдым. Тамашасылар ҙа, етәкселәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йәшәргә, эшләргә, ижад итергә генә ҡала.
– Белеүемсә, һеҙ ул студияла “Урал Рәшитовтың балалар ижады үҙәге”н асҡанһығыҙ...
Урал:

– Ул тулыһынса Азалияның идеяһы.
Азалия:
– Беҙ ижад менән генә йәшәргә тейеш түгелбеҙ. Үҙебеҙҙең юлды дауам итерҙәй, бик булмаһа, йыр, сәнғәт яратҡан быуын тәрбиәләү – бурысыбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, балалар рус һәм сит телдәрҙә йырларға атлығып тора. Күптәре туған телендә һөйләшә лә белмәй. Беҙ уларҙы өгөтләп, төрлө йырсының йырҙарын тыңлатып, башҡорт йәки татар телендә йырҙар яҙҙыртабыҙ. Шул уҡ студияла, вокал, бейеү дәрестәре менән бер рәттән, телде лә өйрәтергә тура килә. Бәлки, улар киләсәктә тормошон йыр менән бәйләмәҫ, әммә ижад ҡәҙерен белеп, йыр тыңлап үҫәсәк.
Урал:
– Үҙ тормошомдан сығып әйтә алам: ижад менән шөғөлләнеү баланы үҫтерә, киләсәккә ынтылыш бирә. Билдәлелектең тәмен белгән кеше алдынғы булырға өйрәнеп үҫә.
– Ә һеҙҙә йырға, моңға һөйөү ҡасан барлыҡҡа килде?
– Әсәйем радиола яңғыраған йырҙарҙы тыңлатып, башҡарыусылары менән таныштырып бара ине. Бала саҡтан Фәриҙә Ҡудашева, Рамаҙан Йәнбәков, Илһам Шакировтың йырҙарын яраттым. Кәнфиткә, тәмлекәстәргә алданып, ҡунаҡтар алдында ла сығыш яһағаным булды. Үҫә килә атайым магнитофон алып бирҙе. Был минең иң бәхетле көндәремдең береһе булды. Раевка музыка мәктәбенең баян класында уҡыным. Әрме хеҙмәтенән һуң район мәҙәниәт йортонда эш башланым. Шул осорҙа “Аманат” студияһы, “Ант” төркөмө егеттәре менән аралашып, ҙур сәхнәгә сыҡтым.
– Ижад кешеһенең күңеле нескә була, тиҙәр. Һеҙгә был тормошта ауыр түгелме?
– Ер йөҙөндә барыбер һәйбәт, изге күңелле кешеләр күберәк. Таныштарым араһында ҡара уйлыларҙы белмәйем. Тик бәғзеләрҙең, күңелдәре менән һәйбәт булһалар ҙа, насар булып күренергә тырышыуын аңлап етә алмайым.
Шул уҡ ваҡытта һәр кешенең дә күңел ҡылдары нескә. Кемдер көс табып уны күрһәтмәй, ә кемдер тиҙ бирешеүсән була. Ниндәйҙер аламалыҡ ҡылыр алдынан һәр кем үҙен кәмһетелгән кеше урынына ҡуйып ҡараһын ине.
– Һеҙҙең ғаиләлә күптән түгел шатлыҡлы ваҡиға булды: улығыҙ Булат донъяға килде. Бөгөн ижад кешеләре араһында күп балалы ғаилә – һирәк күренеш. Азалия, Урал Кәрим улы ниндәй атай һәм йорт хужаһы?
Азалия:

– Иң һәйбәт атай – ул! Балаларҙы үҙ миҫалында, һәр ваҡыт үрнәк булып тәрбиәләй. Буш ваҡытының һәр минуты беҙгә арналған. Балаларға ҡарата мин талапсаныраҡ, ә Урал йомшаҡ күңелле, күберәк иркәләй. Хужа булараҡ та зарланырлыҡ түгел, оҫта ҡуллы. Белмәгән эше юҡ, ашарға бешерергә лә ярата.
Урал:
– Атайым мине, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл буйынса тәрбиәләне. Балта-бысҡы тота беләм, йорт буйынса ир-ат башҡарырға тейеш бар эш тә ҡулымдан килә. Ә бешеренеүгә килгәндә, бала саҡтан ашханала бешерелгән ризыҡты ярата инем. 15 йәштәр тирәһендә, күрше ашнаҡсы апайға инеп, оҫталыҡ дәрестәре ала башланым. Әсәйемдең бер туған ағаһы ситтә йәшәй ине, ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында унан үзбәк ризыҡтары бешерергә өйрәндем. Ижад юлынан китмәһәм, бик данлыҡлы ашнаҡсы булыр инем, моғайын.
– Быйыл гәлсәр туйығыҙ – тормош ҡороуығыҙға 15 йыл тулды. Был аралыҡта бер-берегеҙгә яраҡлашыр өсөн характерҙар үҙгәрҙеме?
Урал:

– Беҙ бит идеаль ғаилә түгел, төрлө ваҡыттар булды. Мин шул тиклем тәртип яратҡан бөхтә кешемен. Ашағас, табынды йыйырға, кейемде алмаштырғас, уны элеп ҡуйырға кәрәк. Үҙемә генә түгел, башҡаларға ҡарата ла талапсанлыҡ көслө була торғайны. Хәҙер инде, балалар мәшәҡәте менән, бер аҙ ундай ваҡлыҡтарға иғтибар итмәҫкә өйрәндем, йомшарҙым. Ә Азалия, киреһенсә, көндән-көн тәртипкә, таҙалыҡҡа күп ваҡыт бүлә башланы.
– Ижадҡа донъя мәшәҡәттәре ҡамасаулаймы?
Урал:

– Былтыр ҙур йорт һатып алғайныҡ, уның өҫкө ҡатын студия итеп йыһазландырҙым. Был бик уңай: юлға киткән ваҡытты хәҙер ижадҡа йәки ғаиләмә бүлә алам. Ошоноң кеүек ваҡ-төйәктәр ҙә күп осраҡта мөһим роль уйнай. Ә донъя мәшәҡәттәренә килгәндә, уларҙың барыһы ла Азалия иңендә. Ижадсы булараҡ, уңыштарымда ҡатынымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шағирҙар, йырсылар менән бәйләнеш, документ эштәре, концерттар ойоштороу – барыһын да ул атҡара. Мин бөгөн бары тик ижад менән генә шөғөлләнәм.
Азалия:
– Мин Уралдың ҡатыны ғына түгел, ижадын яратыусы фанат та. Беҙҙең танышып китеүебеҙ ҙә шуның менән бәйле: тәүге тапҡыр уға яңы йыр һорап мөрәжәғәт иткәйнем. Һәр йырын яттан беләм, һәр нотаһы күңелемә һеңгән. Ул үҙе барлыҡ йырын хәтерләмәй кеүек, ә мин таныйым.
– Ә был үҙ ижадыңа ҡамасауламаймы? Белеүемсә, сәнғәт институтының театр факультетын тамамланың. Тамашасылар “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы булараҡ та таный...
Азалия:
– Минең йырсы булараҡ айырым карьерам юҡ. Әлеге ваҡытта Урал Рәшитов ижады менән йәшәйем, ғаилә йылыһын һаҡлайым. Беҙ өйләнешкән генә саҡта, Хәниә Фәрхи, тәжрибәле йырсы булараҡ, кәңәш бирҙе: “Тыныслан, сәхнәгә әле ынтылма. Беҙҙең халыҡ мәскәүҙәр кеүек матурлыҡҡа, ялтырауыҡҡа алданмай. Ғаиләңде нығыт, балалар тап, тормош тәжрибәһе тупла. Мин дә ҡырҡты уҙғас танылыу яуланым”. Уның кәңәшен тотам, хәҙергә эҙләнәм. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яңы йырҙарым да, концерттарым да булыр, тип ышанам. Ә театрҙа эшләү, гастролдәргә йөрөүҙең минең өсөн түгел икәнен аңланым. Ғаиләм, балаларымдың бәхетен өҫтөн күрәм..
Урал:
– Уҡыуын тамамлағас, театрға саҡырыу булды, баш тартты. Уны ижадта ла, тормошта ла сикләгәнем булманы, үҙе ошо юлды һайланы. Бер яҡтан ҡараһаң, гастролдәргә йөрөгән артистарҙың тормошо ауыр бит ул. Ваҡытында үҙем күп йөрөнөм, ауырлыҡтарын етерлек татыным. Кешенең йомшаҡ түшәгенән үҙеңдең ҡаҡ һикең яҡыныраҡ. Бындай тормош бысҡы тештәре кеүек: ижадсыны ярым-ярты итеп ҡалдырыуы ла бар. Киләсәктә Азалияға йырсы булараҡ карьера эшләү өсөн мин дә ярҙам итәсәкмен. Бер-беребеҙгә таяныс булырға теләгән өсөн дә беҙ бөгөн ир менән ҡатын.
– Музыкант булараҡ танылыу яулай алыр инегеҙме?[/b]
– Кеше үҙенең тәғәйен миссияһын башҡарырға тейеш. Мә­ҫәлән, күп ижадсы бизнесҡа тотоноп ҡарай, йыш ҡына бер ни ҙә килеп сыҡмай. Ижад та юҡ, аҡса ла. Мин композитор булып ҡалырға теләйем. Һирәк йырлайым, һирәк уйнайым. Сәхнәлә һүҙ һөйләп тороу ҙа минеке түгел. Аллаһы Тәғәлә биргән талантты дөрөҫ файҙа­ланыр­ға тейешмен.
[b]– Йыр ижад иткән саҡта ниндәй­ҙер йырсыны күҙ уңында тотаһығыҙмы?

– Төрлөсә була. Юҡҡа ғына ижад емешен бала менән сағыштырмай­ҙар бит. Янып-көйөп, уны ғына уйлап әллә күпме ваҡыт күңелдә йөрөтәһең. Ауырлыҡ менән дә яҙыла, ҡайһылары еңел генә килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта уның нисек булырын, тамашасыға нисек тәьҫир итерен белмәйем. Иң мөһиме: улар­ҙың һәр береһе минең өсөн ҡәҙерле, яҡын.
– Күптән түгел 55 йәшлек ғүмер байрамығыҙ үтте. Уны ниндәй кәйефтә, ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршы алдығыҙ?
– Ғаилә буйынса, Аллаға шөкөр, барлыҡ хыялдар тормошҡа ашты. Яратҡан, минең өсөн өҙөлөп торған ҡатыным, тормош мәғәнәһе булған улдарым Морат, Булат, ҡыҙым Әмилә бар. Ә ижадҡа килгәндә, әле үҙемде тулыһынса асманым. Алда яңы йырҙар, яңы проекттар, яңы асыштар буласаҡ.
– Белеүемсә, ижадығыҙҙы үҙ итеүселәргә юбилейығыҙ уңайынан матур тамаша тәҡдим итергә йыйынаһығыҙ...
– 7 мартта ВДНХ күргәҙмәләр үҙәгендә ижадыма арналған, Баш­ҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы “йондоҙҙары” ҡатнашлығында концерт була. Программаның ҙур өлөшө мин ижад иткән йырҙарҙан тора, шулай уҡ ижадташ дуҫтарым Зифа Нагаева, Роберт Тимербаев кеүек йырсылар үҙ йырҙары менән сығыш яһаясаҡ. Сәхнә биҙәү ҡорамалдары Ҡазан, Силәбе ҡалаларынан килә. Ижадыма битараф булмаған “Йәшлек” уҡыусыларын концертымда көтөп ҡалам!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште

Сығыу ваҡыты 13-03-2017, 11:53 | Ҡаранылар: 494
|
  • “Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”
  • Банк белгесе, йырсы, гимнаст, сибәр ҡыҙ йәки Милена Зарипованың ниндәй һөнәрҙәре бар?
  • “Ижадым менән матурлыҡ өләшкем килә”
  • “Халҡым менән ғорурланам”
  • Күңеле тик йырға тартыла
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM