RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа

07.02.2017 Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа

Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа“Йәшлек” гәзите иғлан иткән “Саф һауала” фотоконкурсы бик ҙур популярлыҡ яуланы. 20 көндә ике йөҙҙән ашыу фото килде. Тимәк, балалар компьютер артында ғына ултырмай, ә тышта уйнауҙы ла хуп күрә.
Хәйер, өлкәндәр ҙә ҡарҙа уйнарға, сана шыуырға, саф һауала эш менән булырға ярата. Бына башҡорт эстрадаһы йырсылары ла, концерттарҙа сығыш яһауҙан тыш, ҡышты саңғы шыуып үткәрә икән. Ҡайһы берҙәре, һыуыҡ тейҙереп, хатта тауышын да юғалта яҙған, тиҙәр. Бик оҙаҡ йөрөгәндәр, ахырыһы, донъяларын онотоп.

Ғайсар МИНДЕҒОЛОВтЫ, ҡыш малайы, тиҙәр. Беренсенән, ҡыш айында тыуған йырсы 9 ғинуарҙа тыуған көнөн билдәләне. Икенсенән, аҡ миҙгелде ныҡ ярата. Дуҫтары араһында тимераяҡта йөрөү буйынса уға етеүсе юҡ. Тәүге тапҡыр боҙға сыҡҡанда уҡ, ғүмер буйы шыуған кеше кеүек, дөрөҫ һәм шәп итеп йөрөп киткән. Боҙҙоң ныҡлығын тикшергәндә йығылмаған да, йәрәхәтләнмәгән дә. Шунан бирле Ғайсар был спорт төрөн үҙ итә. Өфөнөң һәр бер боҙ майҙансығына йөрөп сыҡҡан, хәҙер аҙнаһына мотлаҡ 2 – 3 тапҡыр “Аҡбуҙат” ипподромы янындағы һырғалаҡҡа йөрөй. Йырсыға ҡустыһы быйыл тыуған көнөнә өр-яңы тимераяҡ бүләк иткән.
Әйткәндәй, арбаңды – ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Ғайсар йәй көнө лә спорт менән дуҫлығын юғалтмаҫ өсөн үткән аҙнала гантелдәр һатып алған. Боҙ иреп бөтөүгә, улар менән күнекмәләр эшләй башлаясаҡ.

Билдәле ғаилә пары Илнур ЮЛАМАНОВ менән Альбина КИЛДЕЙӘРО­ВА­ның быйыл саф һауанан ингәне лә юҡ тиергә була. Улар былтыр Чесноковка ҡасабаһында яңы йорт төҙөп сыҡҡан. Быйыл ҡар йыш һәм мул яуыу сәбәпле, улар ишек алдын та­ҙартыуҙан бушамай. 7 сутый ерҙең бер осона – ғаилә башлығы, икенсе башына Альбина тора ла (ҡулдарында көрәк, әл­биттә), ҡарҙы һелтәй-һелтәй, бер-береһенә табан баралар. Осрашҡас, ҡо­саҡлашып ял итә улар. Саф һауа, бушлай фитнес һәм романтика!

Йырсы Гөлсинә МӨХӘМӘҘИЕВА менән уның ире, музыкант Марат САҘРИЕВ элек саңғыла йөрөргә, тау шыуырға яратҡан. Был һөйөү әле лә бар, әммә ҡыҙҙары Әминә бәләкәй булыу сәбәпле, ваҡытлыса туҡталып тор­ғандар. Шулай ҙа улар көн аша тиерлек саф һауаға сығып, ғаилә менән ял итергә ваҡыт таба. Яңы йыл осоронда ғына өйҙәре эргәһендәге урманда тиҫтәгә яҡын Ҡыш бабай һыны эшләгәндәр.

Быйылғы ҡарҙан йырсы, ҡурайсы Заһир (БАЙЫҠ) ШӘЙӘХМӘТОВ та тамам йонсоған. Яңы йылдан бирле көн һайын ҡар көрәп, яратҡан шөғөлөнә – саңғы шыуырға ваҡыты әҙ ҡала икән. Ғәҙәттә, йырсы улы Бәхтиәр менән шихан тауҙарына – саңғыла, Ташлыға тюбинг шы­уырға йөрөй. Шулай уҡ тимераяҡта ла ярайһы ғына тиҙлек менән елдерә ала. Һыуыҡтан ҡурҡып, бурандан өркөп, өйҙә ята торған нәҫелдән түгел билдәле йырсы.

Сабина КУЧАЕВА күптән түгел, һыуыҡ тейҙереп, ауырып китә яҙған. Сөнки әхирәте менән ҡарҙа аунай-аунай бик оҙаҡ уйнап йөрөгән. Кем белә, бәлки, бала сағын иҫкә төшөрөп, ҡар ҙа ашағандыр әле. Баллап мәтрүшкәле сәй, ҡоротлап һурпа эсереп, Сәриә апай саҡ ҡыҙын шәбәйтеп алған. Хәҙер инде ул ең һыҙғанып ижадҡа тотон­ған, ошо арала йырсы Илнур Рамаҙанов менән бергә республика буйлап гастролгә сығасаҡ. Берәй ерҙә уйнап, ҡабат ауырып китмәһен өсөн егеткә Сабинаны күҙ яҙҙырмай ҡарап йөрөргә тура киләсәк.

Ә бына “Йәшлек-шоу” конкурсының өр-яңы еңеүсеһе Сәйет СӘЙЕТҒӘЛИН Өфөлә йәшәп, спорт менән дуҫлығын юғалта яҙған. Шулай ҙа саф һауала йөрөргә форсат сығып ҡына тора. Салауат районының Урмансы ауылында йәшәүсе ата-әсәһе янына бик йыш ҡайтып, утын ярып, ҡар таҙартып, мал ҡарашып китә. Һаулыҡ өсөн дә файҙалы, яҡын кешеләренә лә ярҙам. Шулай ҙа төрлө көй ижад итеп, аранжировкалар эшләп, көн оҙоно тиерлек компьютер артында ултырған йырсыны дуҫтары әленән-әле тау шыуырға саҡырып ҡына тора.
Ысын булһа, Сәйет тыуған ауылында практика үткән саҡта бәләкәй малайҙар менән ныҡ дуҫ булған. Гитарала уйнап, йырлап йөрөгән инглиз теле уҡытыу­сыһын улар ауыл буйлап санала ла һөйрәп йөрөгән. Ысынмы, юҡмы, белмәйбеҙ, әммә редакцияға фото килде.

Саңғыла йүгереү буйынса һәр мәктәптең үҙ чемпионы була. Йырсы, композитор Рәдиф ЗАРИПОВ – шундай чемпиондарҙың береһе. Ул хәҙер ҙә яратҡан шөғөлөн ташламай, аҙнаһына унар саҡрым аралыҡҡа йөрөп килә. “Ҡышҡы урмандың сихри тынлығы күңелемдә моң яралта”, – ти Рәдиф. Шуға ла уның йырҙары матур, моңло һәм күңелде елкетерлек булалыр.


Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа
Йырсылар ҡар көрәй, саңғы шыуа, Шифа бит ул саф һауа










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы