НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!

Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!


Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!Ошондай матур теләктәр менән бына-бына Яңы, 2017 йылға аяҡ баҫабыҙ. Астрологтар Әтәс йылына матур эшмәкәрлек һәм сағыу ваҡиғалар юрай. Бигерәк тә рухи үҫеш, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йәһәтенән яҡшы йыл булмаҡсы. Алда бик күп ҡыҙыҡлы асыштар көтә беҙҙе. Үҙ-үҙенә ышанған, маҡсатҡа ынтылған, ғәҙел кешеләр уңышҡа ирешәсәк.
Әтәс йылында тыуған кешеләр тырышлығы һәм үҙһүҙлелеге менән айырылып тора. Бер ҡасан да ҡуйған маҡсаттарынан тайпылмай, ә килеп сыҡмаһа, улар уға ирешеү өсөн яңы көс туплап, тағы ла нығыраҡ тырышлыҡ һаласаҡ. Шуға ла Әтәс йылында тыуған кешеләр араһында күренекле шәхестәр күп. Ил батшалары Екатерина II, Александр I, яҙыусылар Джеймс Купер, Вадим Кожевников, композиторҙар Джузеппе Верди, Рихард Вагнер, “зәңгәр экран” “йондоҙҙары” Никита Михалков, Леонид Якубович, йырсылар Николай Расторгуев, Дима Билан һәм башҡалар тап Әтәс йылында тыуған. Башҡортостанда ла бындай шәхестәр байтаҡ. Уларҙың бер нисәүһе менән бәйләнешкә инеп, байрам кәйефе тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “әтәсе” Винер КАМАЛОВ оҙаҡ йылдар дауамында Яңы йыл байрамын корпоратив табындарҙа эшләп ҡаршы алған. Хатта бер йыл алты ресторанда йырларға саҡырыу була. Машинаһыҙ йырсы бер табындан икенсеһенә барырға такси көтөп торған арала сәғәт Яңы йылдың тәүге секундтарын һуға. Урам уртаһында ҡаршыланған йыл уңышлы була йырсы өсөн.
Тик хәҙер ундай сығыштар­ҙан баш тартып, байрамдарҙы Винер мотлаҡ ғаиләһе менән ҡаршы ала. Өй түрендә лә, ишек алдында ла матур шыршы биҙәлә, мул табын әҙерләнә. Тормош иптәше менән игеҙәк ҡыҙҙарына алдан уҡ бүләктәр алып ҡуя йырсы.
– Йондоҙнамә һыҙаттары буйынса үҙ йылыма тап киләм. Әтәс – йорт ҡошо, үҙ ояһында тәртип һәм тыныслыҡ булыуын ярата. Мин дә ғаиләм өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырырға тырышам, уларға ҙур иғтибар бүләм. Өйҙә лә, эштә лә ғәҙел­һеҙлекте, ыҙғыш-талашты яратмайым, тәртип булған ерҙә генә үҙемде ҡәнәғәт тоям, – ти йырсы.
Әйткәндәй, Винер Камаловтың ҡыҙҙары Гөлдәр менән Дилбәр ҙә Әтәс йылында тыуған, уларға оҙаҡламай 12 йәш тула.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Лилиә БИКТИМЕРОВА Әтәс йылында тыуһа ла, үҙен Маймыл йылыныҡы тип иҫәпләй:
– 12 ғинуар Көнсығыш календары буйынса Маймыл йылы­на инә. Йондоҙнамә буйынса ҡарағанда ла миңә күберәк “маймыл” һыҙаттары хас, ә әтәстеке бөтөнләй тап килмәй. Әммә ниндәй генә йыл булмаһын, Яңы йыл – кешеләргә яңы мөмкинлектәргә өмөт, хыял бирә торған мөғжизәле байрам. Шуға күрә барлыҡ күңелһеҙ хәлдәрҙе, кире эмоцияларҙы бөгөнгө көндә ҡалдырып, изге уйҙарҙа, иманлы күңел менән Әтәс йылына аяҡ баҫайыҡ. “Йәшлек” уҡыу­сыларына һаулыҡ, бәхет, ырыҫ һәм муллыҡ теләйем.
Әтәс тырыштарҙы ярата. Шуға күрә киләһе йылда арымай-талмай ижад итергә, донъя бөтәйтергә иҫәп бар. Февраль айында – тормош иптәшем Фәдис Ғәниевтың 50 йәшлек алтын юбилейы, уны ҙур концерт программалары менән билдәләп үтмәксебеҙ. Ә хужалыҡҡа килгәндә, ҙур йорт күтәрҙек. Киләһе йылда уны төҙөп бөтөргә һәм өй туйларға ниәтләйбеҙ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Айһылыу ЙОМАҒОЛОВА:
– Артист халҡы иҫке йылды эш менән оҙата ла, Яңы йылды эш менән ҡаршы ала. Декабрь башынан ғинуар урталарына тиклем көн һайын 2 – 3-әр әкиәт ҡуябыҙ. Уның араһында төрлө ойошмаларҙан, мәктәптәрҙән байрамда ҡатнашырға саҡы­рыу­ҙар килә. Тәүге тапҡыр байрамды эш менән үткәргәндә миңә 20 йәш ине. Ҙур ресторан, табын артында 100-ҙән ашыу кеше, ә мин Ҡарһылыу булып ҡунаҡтарҙың күңелен асам. Оло тормошҡа аяҡ баҫыу мәле булды ул. Хәҙер инде йыл һайын ҡабатланған бындай кисәләргә өйрәндем, баштан-аяҡ күңелле мәшәҡәттәргә сумам. Шул мәшәҡәттәр менән балаларыма бүләк алырға ла өлгөрмәгән саҡтар була. Байрам табыны ла эш араһында әҙерләнә. Эш бар икән, тимәк, һаулыҡ бар, тормошҡа өмөт бар.
Әтәс сүллектә лә ас ҡалмаҫ, тигән әйтем бар. Ул үҙенең тырышлығы менән һәр ваҡыт аҙыҡ таба. Йыл хужаһының был ғәҙәте миңә лә хас. Үҙ эшен яратҡан, көсөн һәм ваҡытын йәлләмәгәндәргә киләһе йыл уңыштар, шатлыҡтар һәм бәхет килтереүенә ышанам. Үҙемә лә, “Йәшлек”те уҡыу­сыларға ла Утлы Әтәстең ҡыйыулығын, көсөн һәм тырышлығын теләйем. Ошо һыҙаттар менән үҙ маҡсаттарыбыҙға ирешәйек, хыялдарҙы тормошҡа ашырайыҡ. Театрҙа һәм гәзит биттәрендә осрашып торайыҡ!

Рамаҙан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ, шағир, “Илһам шишмәләре – 2015” фестивале лауреаты:
– Яңы йыл байрамы төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә бай була. Минең танышым Ғәҙел үҙенең буласаҡ кәләшен тап ошо байрамда осратты. Уны 90-сы йылдар аҙағында Яңы йыл байрамына Марат исемле бүлмәләше үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Ҡараңғы төшкәс кенә дуҫының ауылына барып еткәндәр. Өйҙәре уңайлы урында урынлашҡан, эргәлә генә – клуб, мәктәп, магазин. Мараттың аңлатыуынса, был совхоз йортонда ике фатир булып, уң яғында улар йәшәй, һул яғында – күршеләре. Байрам кисәһенә һанаулы ғына сәғәт ҡалғанлыҡтан, егеттәр тиҙ генә ҡапҡылап ала ла, байрамды ҡаршыламаҡ йортҡа ашыға. Кисәгә китер алдынан, Ғәҙел ҡаршы булһа ла, дуҫы әсәһенә ҡунаҡ өсөн айырым бүлмәгә урын йәйергә кәңәш итә, йәнәһе, иптәшенә ҡәҙер күрһәтә, ололай.
Егеттәр ингәндә бөтәһе лә йыйылып бөткән була. Байрам мәжлесен алып барыусы яңы килеүселәрҙең ай-вайына ҡуймай, уларға тултырып “штрафной” һалып бирә. Ғәҙел һалдат хеҙмәтендә тәмәке тартырға өйрәнеп ҡайтһа ла, “ҡаты” эсемлектәр менән мауыҡҡаны юҡ. Ни хәтлем генә баш тартһа ла, тулы рюмканы эсергә мәжбүр була. Эсемлек егеттең башына бәрә. Уны бер ҡыҙ янына ултырталар. Исеме Лилиә икән, баш ҡалала белем ала, Марат дуҫының күршеһе. Яңы йыл куранттары һуға, байрам хөрмәтенә шампан бокалдары күтәрелә. Мәжлес күңелле бара, клуб­ҡа сығалар. Ҡунаҡ егет, саф һауаға сығыуға ҡарамаҫтан, тағы иҫерә төшә. Марат, дуҫының хәлен аңлап, өйҙәренә илтмәксе булһа ла, Ғәҙел, һыр бирмәҫкә тырышып, ҡаршы килә. Йәнәһе, дуҫының өйө яҡын, ҡайтып етерлек кенә хәле бар. Ул, алпан-толпан баҫып, Мараттар йәшәгән йортҡа ыңғайлай. Ишекте шығырлатмаҫҡа тырышып, Ғәҙел эскә үтә, ботинкаларын көс-хәл менән сисеп, бая дуҫы күрһәткән бүлмәгә йүнәлә. Оҙаҡ ятҡандырмы-юҡмы: ”Тор,тор инде”, – тигән тауышҡа күҙен асһа, ҡаршыһында аптырап, Лилиә тора. Егет тә албырғап, һикереп тороп ултыра. Башынан, был ҡыҙ бында нимә эшләй, тигән һорау йүгереп үтә. Шунда ҡыҙ йылмая ла: “Эй, ҡунаҡ егет, фатирҙарҙы бутағанһың бит, Марат беҙҙең стена аша күрше, уларҙың ҡапҡаһы теге яҡтан”, – ти. Бына шулай тағы яңынан таныша ике йәш кеше. Артабан улар араһындағы дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә.
Әтәс йылы шулай яңғыҙҙарға мөхәббәт, парлыларға ғаилә именлеге алып килһен!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлзәмиә СИТДИҠОВА үҙ йылында барлыҡ кешеләргә һаулыҡ, йән һәм күңел тыныслығы, иман һәм илебеҙгә именлек теләй.
– Йылдар үткән һайын мин матди ҡиммәттәргә ҡарағанда рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы юғарыраҡ икәнен аңлайым. Элегерәк, әллә йәшлек менән, йондоҙнамәгә, юрауҙарға бөтөнләй ышанмай инем. Хәҙер ышанам, һандар фәнен һәм йондоҙҙарҙы өйрәнәм. Ғүмер буйы сағыу кейенергә яраттым, ҡуйған маҡсатыма барып етер өсөн көс-ҡеүәтемде йәлләмәнем. Ә ошо һыҙаттар әтәстең үҙенә лә, ул йылда тыуғандарға ла хас.
Филармонияла 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә Яңы йыл байрамын ҡайҙарҙа ғына, кемдәр менән генә үткәрергә тура килмәне?! Хәҙер инде сәхнәгә, гастролгә һирәк сығам. Шуға күрә Рәсәй буйлап һибелгән туған-тыумасаларымды бер табынға йыйырға тигән ниәттәр менән Яңы йыл байрамына әҙерләнәм быйыл.

Яҙыусы, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
филология фәндәре докторы, профессор Мирас ИҘЕЛБАЕВ улдары Урал менән Артур бәләкәй саҡта улар­ҙы гел Ҡыш бабай булып ҡотлаған.
– Беҙ бала саҡта Яңы йыл байрамы әллә ни билдәләнмәне, бүләктәр, тәмле күстәнәстәргә мөмкинлек булманы. Шуға күрә балаларымдың күңелендә мөмкин тиклем матур иҫтәлектәр ҡалдырырға тырыштым. Яңы йыл байрамын һәр йыл һайын бөтә ғаилә менән йыйылып, Аҡманайҙағы йортобоҙҙа ҡаршылайбыҙ. Матур шыршы биҙәлә, тәмле ризыҡтарҙан табын ҡорабыҙ. Эштә лә хеҙмәттәштәремде ҡотлап, уларҙан ҡотлауҙар ҡабул итеп, байрам кәйефен күтәреү йолаһы бар.
Йондоҙнамәгә ышанып бөтмәһәм дә, үҙ йылыма ҙур өмөттәр бағлайым. ХХ быуаттың 17-се йылы ҡанлы-шанлы ваҡиғаларға бай булған. Был быуат уны ҡабатламаһын, Яңы йыл шатлыҡтарға, ҡыуаныслы ваҡиғаларға, йылмайыуҙарға бай булһын. Ерҙә изгелек, мәрхәмәтлек артһын, кешеләр бер-береһенә һәр ваҡыт матур уйҙа булһын, тигән теләктәремде еткерәм! Байрам менән, “Йәшлек”!


Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!
Ырыҫ менән, шатлыҡ менән Башланһын Әтәс йылы!





Сығыу ваҡыты 10-01-2017, 15:11 | Ҡаранылар: 513
|
  • Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА, икмәкте үҙе бешергәс, көрсөктән ҡурҡмай
  • Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ ҡар көрәргә ярата
  • Айгөл ӘСӘҘУЛЛИНА Яңы йылда оҡшатып йөрөгән егеткә хистәрен белдереп хат яҙған
  • Ғайсар МИҢЛЕҒОЛОВ, эстрада йырсыһы Байрамды айыҡ табында ҡаршылай
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM