НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Ут биреп торған сағым...”

“Ут биреп торған сағым...”


“Ут биреп торған сағым...”Һалҡын ҡышҡы кистәрҙең береһендә тамашасы сифатында бер йәш йырсының концертында ҡатнаштым. Дүшәмбе көн булыуға ҡарамаҫтан, зал шығырым тулы. Йылы мөхит, тамашасы менән башҡарыусы араһындағы әңгәмә, йырҙарҙың тарихы менән танышыу, тере тауыш – ҡыҫҡаһы, ике сәғәтлек концерт бер тынала үтте лә китте. Тамашаға килгән һәр кем күңеленә дәрт алып, илһамланып ҡайтҡанына тамсы ла шигем юҡ. Икенсе көнөнә интернет селтәрен ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре сыбарламаны: “иҫ киткес һәләтле”, “рухлы”, “йәнгә дауа биреүсе”, “тулҡынландырғыс”... Шуға ла ошондай шәп егет менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырырға теләүем юҡҡа түгел. Рәхим итегеҙ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Р. Ғарипов исемендәге премия, “Ҡош юлы” башҡорт бард йырҙары фестивале лауреаты Артур КӘБИРОВ.


– Артур, бала сағың тураһында һөйләп үтһәң ине. Музыкаға ҡыҙыҡһыныуың шул ваҡыттар­ҙа башланғандыр, күрәһең?

– Сығышым менән Дыуан райо­нының Арый ауылынанмын. Ғаилә­лә өс малай үҫтек. Ысынлап та, тәүҙәрәк ағайымдарҙан күрмәксе ҡурайҙа, баянда, ҡумыҙҙа уйнау менән булыштым. Бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм. Һигеҙенсене тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уңышлы имтихан тапшырып, баш ҡалала уҡыуымды дауам иттем.

– Был осор нимәһе менән иҫтә ҡалды?
– Бәхетле саҡтар! Һаман да һағынып, йылылыҡ менән иҫкә алам. Күпме дуҫым менән шул ваҡытта таныштым. Кәләште шунда осраттым. Рәми ағайҙың исемен йөрөткән данлыҡлы гимназияла уҡыуым әле лә көс биреп, шағир рухына тап төшөрмәҫкә өндәгәндәй. Нин­дәйҙер кимәлдә Рәми Ғарипов менән оҡшашбыҙ ҙа. Ул үҙе шунда белем алған, мөхәббәтен осратҡан, артабан мин дә, уның кеүек, Мәскәүҙә уҡыным. Шағир образын сәхнәлә бер нисә тапҡыр уйнаным. Тәүҙә гимназияла Рәми ағайҙы һынландырһам, һуңынан театрҙа “Февраль. Буран...” спектаклендә башҡарҙым. Ә уның шиғырына Илшат Яхин яҙған “Минең йондоҙом” йыры йәштәр араһында популяр хитҡа әйләнде тиһәм дә, алдамаҫмын.

– Мәскәү ҡалаһынан йәш, “әле генә мейестән сыҡҡан” актерҙарҙың баш ҡаланы үҙ итеүе хаҡында 2007 йылғы мәҡәләләр һаман күҙ алдымда тора. Был, күрәһең, баш ҡалала профессиональ белем алып ҡайтҡан тәүге сығарылыш менән һеҙҙең арағыҙ биш тиҫтә йыл булыуына бәйлелер...
– Эйе, ҡасандыр Мәскәүҙән ҡайт­ҡан йәш актерҙар хәҙер театрҙың нигеҙен тәшкил итеүсе данлы аҡһаҡалдар инде. Беҙ, 12 кисәге студент, шулай уҡ башкөллө сәнғәт донъяһына сумдыҡ. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында (институт) беҙҙең менән ныҡ эшләнеләр. Ә биш йыл буйы эргәбеҙҙә булған, ауыр саҡта ярҙам иткән бөйөк апайыбыҙ, шағирә, педагог Рәсимә Ураҡсинаның аҡыллы кәңәштәрен һис тә онотмаҫмын. Йәл, ул арабыҙҙан бик иртә китте...

– Тәүге ролең иҫтә ҡалдымы?
– Әлбиттә. “Щепкинсылар” Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса балалар өсөн әкиәт ҡуйҙыҡ. Мин Сәрхәт ролен уйнаным. Әле һанап ултырҙым да, туғыҙ йылда 25-ләп ролгә йән өргәнмен икән. Һәр ролде күңелемде биреп башҡарам, шулай ҙа иң яҡындары – Закир (“Ҡара йөҙҙәр”) менән Ильяс (“Хыялға ҡаршы”). Һуңғыһын егеттәр менән Бүрәт Республикаһында күрһәтеп, уңышҡа өлгәштек. Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса ҡуйылған был спектаклдә үҙем яҙған йырҙар­ҙы башҡарам.

– Йыр, тигәндән... Тамаша­сылар һине актер ғына түгел, үҙең яҙған йырҙарҙы башҡа­рыу­сы итеп тә белә хәҙер. Ҡасан ныҡлап быға тотондоң?
– Алдан әйтеп үткәнемсә, ағай­ҙар­ҙан гитарала тәүге дәрестәр алғайным бит инде. Ауылдағы сараларҙа уйнап-йырлап ҡатнаша инем. Байтаҡ йырым Мәскәүҙә уҡығанда яҙылды. “Ҡош юлы” башҡорт бард фестиваленә лә күптән саҡыралар ине, бер ҙә ваҡыт теймәне. 2015 йылда, ниһайәт, ҡатнашып, “Иң яҡшы вокал” номинацияһында еңеү яуланым. Быйыл иһә лауреат булыу бәхете эләкте.

– Шулай итеп, яйлап, бер “сольник”лыҡ йырҙар йыйылып киткән, күреүебеҙсә...
– Айырым концерт үткәреү идеяһы әллә ҡасандан бар ине. Был йәһәттән, ә тап тамашаға майҙан табыу буйынса, коллегам Хөр­мәтул­ла Үтәшев ныҡ ярҙам итте. Яҙыусы, драматург Зөһрә Бураҡаева сценарий яҙғас, эш башланыҡ. “Ут биреп торған сағым” исемле тамаша, минең ҡарамаҡҡа, үҙенсәлекле үтте. Йырҙар йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы, бер ниндәй яһалмалыҡ, сиктәр булманы. Тәүҙә ныҡ тулҡынландым, етмәһә, залда әсәйем ҡарап ултыра бит инде. Концертты үткәреүҙә ярҙам иткән барлыҡ дуҫтарыма рәхмәтлемен. Бигерәк тә ике сәғәт буйы эргәмдә инструменттар артында тороусы Роман Пожидаев (соло-гитара), Рәсим Ноғоманов (кохон), Марина Яковлева (флейта), Резана Вәлиеваға (скрипка) рәхмәт әйткем килә. Ә кемдәр килә алмаған – борсолмағыҙ, яҙын тағы ҡабатлау буласаҡ.

– Буш ваҡытың ҡалмай­ҙыр ҙа инде? Төшкә тиклем – репетициялар, кискә, тамашасы алдына сығып, роль уйнарға... Ә шулай ҙа яратҡан шөғөлдәрең бармы?
– Китап уҡырға, яҡшы фильм­дар ҡарарға, концерттарға йөрөп, үҙемде рухи яҡтан үҫтерергә мотлаҡ ваҡыт табырға тырышам. Рок йүнәлешле йырҙарҙы үҙ итәм, үҙебеҙҙекеләрҙе генә түгел, рус, инглиз йырсыларын да тыңлайым. Ә ғинуар айында мин төшкән “Ҡырағай” ҡыҫҡа метражлы фильмының (режиссеры – Фәрзәнә Үтәрбаева) премьераһы көтөлә.

– Ғаиләң хаҡында ла һөйләп үт әле?

– Ҡатыным Лилиә менән ике бала үҫтерәбеҙ. Тимерхан Ф. Моста­фина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡый. Тхэквандо, авиамоделләү менән шөғөлләнә. Камиләбеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләлә баш­ҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Бала­ларҙы тәрбиәләү яғынан талапсан атай булырға тырышам.

– Тағы бер йыл артта ҡалды. Үҙең менән ҡәнәғәтһеңме, бәлки, тормошҡа ашмаған пландарың ҡалғандыр әллә киреһенсәме? Киләһе йылға ниндәй маҡсаттар ҡуяһың? Гәзит уҡыусыларға теләктәрең?
– Маймыл йылы менән бик ҡә­нәғәтмен. Бигерәк тә ғаиләм менән Ҡара диңгеҙҙән күп тәьҫорат алып ҡайттыҡ. Маҡсаттарымдың ба­ры­һын да тормошҡа ашырып барам. Киләһе йылға күп план, проект менән янам. Әтәс йылы ла шулай сағыу, еңеүҙәргә бай булыр, тип ышанғы килә. Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙем – ҡуйған маҡсаттарына бер нимәгә лә ҡарамай барһындар, барыһы ла килеп сығасаҡ! Йөҙ­ҙәренән йылмайыу китмәһен, тормошҡа ыңғай ҡарашта булһындар! Тамаша­сыларҙы театрҙа көтөп ҡалам.

Лилиә МӘҮЛИТОВА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 9-01-2017, 14:27 | Ҡаранылар: 382
|
  • Бер ғаиләлә – дүрт актер
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй
  • Әлегә атым туғарылмаған
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • БАБИЧ ЯЛҠЫНЫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM